Имән

?
Имән
Имән
Ағастың дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ:Үҫемлектәр
Бүлексә:Ябыҡ орлоҡлолар
Класс:Ике өлөшлөләр
Тәртип:Бук сәскәлеләр
Ғаилә:бук һымаҡтар
Ырыу:Имән
Латинса исеме
Quercus L.
Төрҙәре
Тексты ҡараҙғыҙ
шулай уҡ Имән төрҙәре
ITIS 19276
NCBI 3511

Имән (рус. дуб черешчатый, лат. Quercus robur) — бук ағастары ғаиләһенә ҡараған, киртләс эре япраҡлы, сәтләүеге булған ҡаты ағас. Ырыу составында 600-гә тиклем төрө бар[1][2].

Ботаник тасуирламаһы

Бейеклеге 40 м-ға етә ала, Башҡортостан тәбиғәт шарттарында 25-30 метр. Сатыры тармаҡлы, йәштәре шыма ҡабыҡлы, зәйтүн-һоро төҫтә. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә[3]. Мәңге йәшел төрҙәренең күбеһенең япраҡтары бөтөн, башҡаларының — эре киртләсле. Сәскәләре бер үк үҫемлектә ата һәм инә була.Имәндәрҙең күбеһе ҙур, тығыҙ ағастар. Был ырыуҙың күп төрҙәре мәңге йәшел үҫемлектәр иҫәбенә ҡарай. Икенселәрендә япраҡтар йыл һайын кибеп ҡойола йәки ағаста ҡала һәм яйлап емерелә[4].

Таралыуы

Имән

Имәндең тәбиғи ареалы — Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик климатлы өлкәләр. Таралыуының көньяҡ сиге булып тропик таулыҡтар тора. Имәндең бер нисә төрө Көньяҡ Америка һәм Индонезия утрауҙарында үҫә[4].

Башҡортостанда имән 6528 мең гектар майҙанды биләй, йәки урман майҙанының 11,1 % тәшкил итә. Республикала төп массивтары Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау итәге районында, Йылайыр яҫы таулығында һәм Урал алды урман-далаһында урынлашҡан. Имән ағасының таралыуының көньяҡ сиге Шайтантау һыртында (Хәйбулла, Ейәнсура райондары)[3].

Билдәле төрҙәре

Поперечный спил ствола пробкового дуба Quercus suber.

Имән ҡайырыһы

Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ. б. биологик актив матдәләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын, һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндереп торолһон. Ҡайырының тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата[3].

Халыҡ дауаһы

Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшсәнлеге боҙолғанда, һейҙек ҡыуығы шешкәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5-6 аш ҡалағы киптереп ваҡланған имән ҡайырыһын 1 литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы көнөнә 2-3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1 /2 стакан эсергә.Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанап шешкәндә был ҡай¬натма менән ауыҙҙы сайҡау файҙалы. Геморрой шешектәре ҡанағанда ла имән ҡайыры ҡайнатмаһын ванна, примочка рәүешендә ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.Аяҡтар ныҡ тирләүсән булғанда ванна яһап була.Баш тиреһе тиҙ майланып барһа ла, имән ҡайыры ҡайнатмаһы ярҙам итә ала.

Ҡулланыу тәртибе: үрҙә күрһәтелгәнсә әҙерләнгән ҡайнатма шыйығайтыла — 2 аш ҡалағы ҡайнатма киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡ 1 стакан ҡайнар һыуға һалына. Яһалған дауаны төнгә ҡаршы 1/2 стакан эсергә[3].

Имән ағасы- халыҡ ижадында

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр:

Йүкә шына имән яра

Имән ағас — ҡаты ағас, ҡайын ағас — сырағас.

Имән ағасының эйелғәне — һынғаны.

Имән бик ҡаты ағас ла, уның ла япрағы һарғая.

Имән күмере еҫле булыр.

Имән сәтләүеге алмағас төбөнә тәгәрәмәй.

Халыҡ хужалығында имәнде ҡулланыу

Имән

Имән ҡаты ағас. Ул төҙөлөш материалы булараҡ бик ҡиммәтле. Борон-борондан нығытма өсөн ҡулланылған. Өфөнөң тәүге исеме, ғалимдар иҫбатлауынса Имәнҡала булған.

Символикаһы

Боронғо Грецияла имән Зевсҡа[5] һәм Гераклға бағышланған. Ул психик һәм физик көс, шулай уҡ оҙон ғүмерле булыу символы булып тора[6]. Имән ботағы ырыуҙың көсөн, ҡеүәтен һәм әһәмиәтен символлаштырған. Иң ҡыйыу яугирҙар имән веноктары менән бүләкләнгән. Имәндең ҙур өлгөләре Зевс статуялары тип һаналған. Боронғо Римда имән Юпитерға бағышланған, сәтләүектәре Юпитер емеше тип аталған. Кеше ғүмерен ҡотҡарған Рим гражданины таж-civica тип аталған имән веногына лайыҡ булған[7].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә