Илеш районы

Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район. Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. 1935 ойошторолған. Күпселек халыҡ башҡорттар, татарҙар, мариҙар. Иң ҙур ауылдар: Үрге Йәркәй (2010 й. — 10,3 мең), Ҡәҙер (2009 й. — 0,85 мең), Рсай (2009 й. — 0,9 мең кеше). Район 25 ауыл биләмәһен берләштерә.

Илеш районы
Илеш районы
Флаг
Нигеҙләү датаһы31 ғинуар 1935
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәкҮрге Йәркәй
Административ-территориаль берәмекБашҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәтеYEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны34 654 кеше (2010)[1]
Майҙан1980,53 км²
Почта индексы4522ХХ
Рәсми сайтilesh.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды34762
Карта
 Илеш районы Викимилектә

Географияһы

Район биләмәләре Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район территорияһы буйлап Ағиҙел, Сөн, Баҙы йылғалары аға. Ере һоро урман, туғай һәм ашы йыуылған ҡара тупраҡтан тора. Климаты аҙ ғына ҡоролоҡло. Урмандар (күберәк ҡайын, имән һәм уҫаҡ) район майҙанының 15,4 % биләй. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан нефть (Арлан ятҡылығының Йосоп майҙаны, Маншыр, Мәнәүез, Андреевка), балсыҡ (Андреевка, Шиҙәле), ҡом-ҡырсынташ (Петертау) ятҡылыҡтары бар. Плиоцен осоро балыҡтарының эҙҙәре һаҡланған Сейәле-Әтәс балсыҡлы һәүерташтар сығып ятҡан урын, Татыш күле, Восток ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының һул ярында ултыртылған ҡарағайҙар «тәбиғәт ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән.

Иҡтисад

Районда ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең га (район территорияһының 71,5 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 107,0; сабынлыҡтар — 4,8; көтөүлектәр — 29,7 мең га. Районда Өфө предприятиеларының 2 ярҙамсы хужалығы һәм инкубатор станцияһы эшләй. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары — игенселек (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай), ит-һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Нефть сығарыу сәнәғәте («Южарланнефть», «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары), Үрге Йәркәй ауылы май-сыр эшләү, ит һәм аҙыҡ комбинаттары, РТП һәм хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, Андреевка кирбес заводы.

Транспорт

Район территорияһы аша Өфө—Минзәлә—Ҡазан һәм Нефтекама—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел йылғаһында Груздевка пристане урынлашҡан.

Социаль мәҙәни өлкә

Районда 72 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 27 урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙә һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 69 клуб, М.Гәрәевтең йорт-музейы (Ташшишмә ауылы), Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Үрге Йәркәй ауылы), үҙәк район һәм 3 ауылда участка дауаханаһы эшләй.

Урыҫ телендә нәшер ителгән «Маяк» район гәзитенең башҡорт һәм татар телдәрендә дубляждары (тәржемәһе) сыға.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
193960 173[2][3]
195946 050[4][3]
197048 614[5][3]
197942 605[6][3]
198936 308[7][3]
ЙылХалыҡ һаны
200236 281[8][3]
200834 355[9]
200934 171[10]
201034 654[1]
201234 066[11]
ЙылХалыҡ һаны
201333 649[12]
201433 160[13]
201532 799[14]
201632 396[15]
201732 244[16]
ЙылХалыҡ һаны
201931 708[17]
202131 219[18]

Билдәле шәхестәре

Хәрби хеҙмәткәрҙәр

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре

Фән эшмәкәрҙәре

Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре

Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәре

Артистар

Композиторҙар

Йырсылар

Шағирҙар һәм яҙыусылар

Журналистар

Рәссамдар

Спортсылар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Асфандияров А., Асфандиярова К. Национальный состав населенных пунктов Илишевского района по переписям XVII—XX вв // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 37—44. — ISSN 1683-3554.
  • Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999.
  • Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә