Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Изге Лаврентий ҡултығы фр. Golfe du Saint-Laurent , ингл. Gulf of Saint Lawrence Координаты: пропущена долгота Тип ҡултыҡ Майҙаны 263 000 км² Күләме 35 000 км³ Иң ҙур тәрәнлек 572 м Тоҙлолоғо 32 ‰ Ҡойоусы йылға Изге Лаврентий Изге Лаврентий ҡултығы Викимилектә
Изге Лаврентий ҡултығы Изге Лаврентий ҡултығы (франц. Golfe du Saint-Laurent ; ингл. Gulf of Saint Lawrence ) — Төньяҡ Америка яр буйының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Атлантик океан ҡултығы.
Ҡултыҡ Канаданың Квебек, Нью-Брансуик, Яңы Шотландия, Принц Эдуард Утрауы, Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинциялары ярҙарын йыуа.
Изге Лаврентий ҡултығы төньяҡта Лабрадор ярымутрауы, көнсығышта океан һәм Ньюфаундленд утрауы, көньяҡта Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутрауы, көнбайышта Төньяҡ Америка ҡитғаһы менән сикләнгән.
Майҙаны яҡынса 263 мең км². Тәрәнлеге 572 метрға тиклем. Күләме 35 мең км³.
Океан менән ҡултыҡты тоташтырыусы боғаҙҙар:
көньяҡта Кансо боғаҙы, Кейп-Бретон утрауы һәм Яңы Шотландия ярымутаруы араһында көньяҡ-көнсығышта Кабот боғаҙы, Ньюфаундленд һәм Кейп-Бретон утрауҙары араһында төняҡ-көнсығышта Белл-Айл (Лабрадор) боғаҙы, Лабрадор ярымутрауы һәм Ньюфаундленд утрауы араһында. Ҡултыҡҡа Изге Лаврентий йылғаһы ҡоя.
Ҡултыҡ акваторияһы әүҙем суднолар йөрөү урыны. Бында балыҡ тотоу һәм нефть сығарыу тармаҡтары үҫешкән.
Төп порттары — Квебек һәм Сет-Иль.