Зәңгәр Нил

Зәңгәр Нил[1] йәғни Бахр-әл-А́зрак[1] (ғәр. البحر الازرق‎ йәғни ғәр. النيل الأزرق‎, Ән-Ниль-әл-Азрак[2]), Эфиопияла — Абба́й[3] (амх. ጥቁር አባይ, һүҙмә һүҙ «ҡара») — Судан һәм Эфиопияла йылға, Нилдың уң ҡушылдығы.

Зәңгәр Нил
ғәр. النيل الأزرق, амх. ጥቁር አባይ
Бахр-Дар ҡалаһы янандағы тупһалар, Эфиопия
Бахр-Дар ҡалаһы янандағы тупһалар, Эфиопия
Характеристика
Оҙонлоғо1783 км
Һыу сығымы1525,3 м³/с
Һыу ағымы
ИнешеТана
 · УрынлашыуыЭфиопия таулығы
 · Бейеклеге1830 м
 · Координаталар11°37′14″ с. ш. 37°24′30″ в. д.HGЯO
ТамағыНил
 · УрынлашыуыХартум
 · Координаталар15°37′25″ с. ш. 32°30′07″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныНил → Урта диңгеҙ

ИлдәрЭфиопия Эфиопия, Судан Судан
Зәңгәр Нил (Африка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Зәңгәр Нил Викимилектә

География

Зәңгәр Нил картала

Оҙонлоғо 1783 км[4]

Эфиопия таулығындағы Тана күлендә башлана. Күлдән сыҡҡан һыу гидроэлектростанциялы быуа менән тәртипкә һалынған. Зәңгәр Нил йылғаһы тамағынан 580 километрға юғарыраҡ өлөшөндә суднолар йөрөй ала.

Үрге ағымы Эфиопия таулығы өлөшөндә Аббай исемен йөрөтә. 500 км дауамында 900—1200 метр тәрәнлектәге каньон аша аға. Эфиопияла изге йылға тип иҫәпләнә, шунлыҡтан уға икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек рәүешендә бүләк алып киләләр.

Судан территорияһында йылға Бахр-әл-Азрак (ғәр. бахр — «диңгеҙ» һәм азрак — «зәңгәр») исемен йөрөтә һәм бында Росейрес ҡалаһы эргәһендә ҙур һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

Хартум ҡалаһында Зәңгәр Нил Аҡ Нил менән ҡушылып Нил йылғаһын барлыҡҡа килтерә.

Ямғырҙар осоронда Зәңгәр Нилдең һыуҙары Нилға ағып төшкән дөйөм һыу күләменең 60 %-ын тәшкил итә, ҡоро осорҙа йылға ныҡ һайыға. Түбәнге ағымында ебәк баҫыуҙарын һуғарыу һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Ямғырҙар осоронда уртаса һыу сығымы 2350 м³/сек.

2011 йылда йылғала «Бөйөк Эфиопия Яңырыу быуаһы» төҙөү башлана, ул 15 гидроагрегаттан тора. ГЭС ҡеүәте 5250 МВт тәшкил итәсәк[5][6].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә