Зигфрид Маркус

Зигфрид Маркус (нем. Siegfried Marcus, тулы исеме Marcus Siegfried Samuel; 18 сентябрь 1831 йыл30 июнь 1898 йыл) — Германия-Австрия механигы һәм уйлап табыусыһы; бер нисә бензин двигателле автомобиль авторы[6].

Зигфрид Маркус
нем. Siegfried Marcus
Рәсем
Затир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Мекленбург-Шверин[d]
Тыуған ваҡыттағы исеменем. Siegfried Samuel Marcus
Тыуған көнө18 сентябрь 1831({{padleft:1831|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыныМальхин[d], Мекленбург-Зеенплате[d], Мекленбург — Алғы Померания, Германия Демократик Республикаһы
Вафат булған көнө30 июнь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3] (66 йәш)
Вафат булған урыныВена, Австро-Венгрия
Ерләнгән урыныВенаның Үҙәк зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрөинженер, уйлап табыусы, automotive engineer
Эшмәкәрлек төрөмашиналар эшләү, автомобильный инжиниринг[d], Q620682?, Электротехника һәм автомобилизм[d][5]
Әүҙемлек урыныВена
Рәсми сайтweb.archive.org/web/2012…
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыавторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Зигфрид Маркус Викимилектә

Биографияһы

Маркус Зигрфрид 1831 йылдың 18 сентябрендә Мальхин ҡалаһында йәһүд сауҙагәре ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Маркус Липман (1791—1855) Мальхинда йәһүд общинаһы етәкселәренең береһе була, әсәһе — Роза Маркус (ҡыҙ фамилияһы Филип, 1796—1859) — сығышы менән Карлскрунанан.

Механика буйынса тыуған ҡалаһындағы Mechaniker Lilge мәктәбендә уҡый. 1845 йылда — Гамбургка, унан һуң Берлинға юллана һәм яңыраҡ асылған Siemens und Halske (хәҙерге ваҡытта Siemens компанияһы) оҫтаханаһында эшләй башлай. Пруссия армияһына эләкмәү маҡсатында Австрияға сығып китә. 1852 йылдан Венала йәшәй башлай һәм ғүмеренең аҙағына тиклем ошо ҡалаға тоғро ҡала. Венала механик Карл Крафт оҫтаханаһында урынлаша, һуңынан, 1854 йылда Император физик институты (Вена техник университет) лабораторияһында механик булып эшләй. 1855 йылдан алып 1856 йылға тиклем Австрия Геология хеҙмәтендә эшләй.

«Wiener Zünder» шартлатыу машинкаһы
Маркустың бензин двигателле беренсе автомобиле[7]

1856 йылда механик һәм электр ҡорамалдарын эшләү буйынса шәхси оҫтаханаһын аса һәм уны Telegraphenbauanstalt тип атай. Бында телеграф аппараттарын, хәрби һәм граждан маҡсаттарында шартлатыу машиналарын, электр детонаторҙарын, электр һәм бензин яҡтыртыу ҡорамалдарын конструирлай һәм етештерә. Әлеге ҡоролмаларҙы етештереү һәм күп һанлы патенттарын һатыу иҫәбенә Зигфрид Маркус ғаиләһен аҫрай.

Уның карбюраторҙары һәм бензин двигателдәре, айырыуса уның ике аҙаҡҡы автомобиле, Ганс Хассты бик билдәле кешеләр рәтенә индерә. Дөйөм алғанда, Маркус 16 илдә күп кенә техника өлкәләрендә 130-ҙан ашыу патент теркәй. в 16 странах. Автомобиль патентына бер ҡасан да дәғүә итмәүенә ҡарамаҫтан, ул 1864 йылда тарнспорт сараһын хәрәкәткә килтереү өсөн бензинды ҡулланған тәүге кеше була. 1867 йылғы Бөтә донъя Париж күргәҙмәһендә көмөш миҙалға лайыҡ була, шулай уҡ уны Австрия императоры Франц Иосиф I бүләкләй.

Йәһүд сығышлы булыуы арҡаһында Зигфрид Маркус тураһында нацистик диктатураһы ваҡытында бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәй.

1898 йылдың 1 июлендә Венала вафат була һәм Хюттельдорф окрунындағы Пенцинг районындағы зыяратта ерләнә. Һуңғараҡ уның һөйәктәре Вена үҙәк зыяратының "Почетлы ҡәберектәр"енә тантаналы рәүештә күсерелә.

Маркустың вариҫы уның тормош юлдашы (Lebensgefährtin) Бареш Элеонора (Eleonora Baresch) һәм уларҙың ике ҡыҙҙары — Элеонора Мария (Maria Eleonora) һәм Роза Мария (Rosa Мaria Аnna).

Австрияның күп кенә ҡалаларында Зигфрид Маркус исемендәге урамдар бар. 1925 йылда уның хөрмәтенә Веналағы Пенцинг районында уның исеме менән йөрөтөлә башлай — Marcusgasse.

Әҙәбиәт

  • Kuhn Alexandra. Marcus-Wagen: Replika Original und; 175 zum. Siegfried Geburtstag Marcus von. 2006 vom Technischen Wien Herausgegeben Museum, 601068926 OCLC.
  • Norbert Böttcher. Marcus Siegfried: und bedeutender Ingenieur vielseitiger Erfinder; vom mecklenburgischen Malchin nach Wien. Neue Berlin Synagoge von Herausgegeben Күҙһеҙ, Centrum Judaicum, und Hentrich Hentrich, 2005 Teetz, ISBN 3-933471-84-2.
  • Hardenberg Horst. Marcus Siegfried. Und Wirklichkeit Mythos. Delius Klasing, 2000 Bielefeld, ISBN 3-7688-1266-9.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә