Ерекле һыуһаҡлағысы

Ерекле һыуһаҡлағысы (рус. Ирикли́нское водохрани́лище) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге һыуһаҡлағыс.

Ерекле һыуһаҡлағысы
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғаларЯйыҡ, Таналыҡ һәм Суундук
Күлдән аҡҡан йылғаларЯйыҡ
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекЫрымбур өлкәһе
Вертикаль тәрәнлеге34 метр
Карта
 Ерекле һыуһаҡлағысы Викимилектә

Этимологияһы

Һыуһаҡлағыстың атамаһы Яйыҡ йылғаһы ҡушылдығы Ерекле йылғаһы исеменән алынған[1].

Тасуирламаһы

Ерекле һыуһаҡлағысы 1957—1958 йылдарҙа гидроузел быуаһы ярҙамында барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыста — гидроэлектростанция, һуңғараҡ Ерекле ГРЭС-ы төҙөлә[2].Һыуһаҡлағыс элекке Ерекле тарлауығында төҙөлә; урта һәм түбән өлөштәрендә тәрән һыулы тау күленән ғибәрәт, күл ярҙары ҡаялы, ҡултыҡтары бик күп. Ҡултыҡтарҙың иң эреләре — Таналыҡ һәм Һөйөндөк, улар ошо уҡ исемле Урал ҡушылдыҡтары (Таналыҡ, Һөйөндөк) тамаҡтарында барлыҡҡа килгән[2].

Рәсәйҙәге күп кенә һыуһаҡлағыстарынан айырмалы рәүештә Ерекле һыуһаҡлағысы ике экологик үҙенсәлеге менән айырылып тора. Беренсенән, уртаса һыу кимәленең тирбәлеүе яҡынса 3 метр тәшкил итә һәм барыһы майҙан үҙәге 19 %-ҡа ғына кибә (сағыштырыу өсөн: Кама һыуһаҡлағысында йыл һайын — 66 %). Икенсенән, Ерекле һыуһаҡлағысында суднолар һәм һал ағыҙыу өсөн шлюздар юҡ. Былар барыһы ла һыу ятҡылығының экосистемаһына зарар килтермәүгә булышлыҡ итә[2].Шулай уҡ Ерекле һыуһаҡлағысы үҙенең һыу таҙалығы менән айырыла: йәй көндәрендә — 6 метрға, ҡышҡыһын — 9,5 метрға тиклем.

Ихтиофаунаһы балыҡтың 36 төрөн һәм төрсәһен тәшкил итә. Балыҡ тотоу промыслаһы менән «Волна» балыҡ хужалығы шөғөлләнә. Балыҡ үрсетеү менән Ерекле ыуылдырыҡ үрсетеү хужалығы һәм балыҡ питомниктары булыша. 1950-се йылдарҙа гидроузел эргәһендә Ерекле ҡасабаһы төҙөлә ә ГРЭс эргәһендә — ҡала тибандағы Энергетик ҡасабаһы[2].

Ерекле һыуһаҡлағысы Яйыҡ йылғаһының Ырымбур өлкәһендә аҡҡан өлөшөндә төҙөлгән. Уны төҙөр өсөн Ерекле үҙәненән 22 тораҡ пункт күсереп ултыртылған.

  • Оҙонлоғо 70 км
  • Киңлеге 8 км
  • Майҙаны 260 км²
  • Күләме3,257 км³
  • Иң тәрән урыны 34 метр
  • Уртаса тәрәнлеге 12,7 м
  • Уға ҡойған йылғалар Һөйөндөк, Таналыҡ, Сосновка һәм башҡалар
  • Ағып сыға — Яйыҡ йылғаһы[3]

Һыуһаҡлағыс Яйыҡ йылғаһының ағымын көйләү һәм сәнәғәт предприятиеларын, тораҡ пункттарын һыу менән ышаныслы тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә.

Ерекле һыуһаҡлағысы Көньяҡ Уралдағы иң ҙур шундай ҡоролма булып тора[4].

Ерекле һыуһаҡлағысының гидроҡоролмалары комплексы

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Ириклинское водохранилище

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә