Ева Экеблад

Графиня Ева Экеблад (швед. Eva Ekeblad, тыумыштан Делагарди; 10 июль 1724 — 15 май 1786) — швед ғалимы, агроном, уйлап табыусы; Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

Ева Экеблад
швед. Eva Ekeblad
Рәсем
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Швеция
Тыуған көнө10 июль 1724({{padleft:1724|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыныСтокгольм, Швеция[1]
Вафат булған көнө15 май 1786({{padleft:1786|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3] (61 йәш)
Вафат булған урыныЛидчёпинг[d], Скараборг[d], Швеция[1]
АтаһыМагнус Юлиус Делагарди[d][1]
ӘсәһеХедвиг Катарина Лилли[d][1]
Бер туғандарыХедвиг Катарина Делагарди[d], Брита София Делагарди[d], Понтус Фредрик Делагарди[d], Карл Юлиус Делагарди[d] һәм Ульрик Густав Делагарди[d]
Хәләл ефетеКлас Экеблад младший[d][1]
БалаларыКлас Юлиус Экеблад[d] һәм Хедвиг Катарина Пипер[d][4]
НәҫелеДелагарди[d]
Һөнәр төрөхозяйка литературного салона, землевладелец, ботаник, химик, агроном
Эшмәкәрлек төрөагрономия
Ойошма ағзаһыШвеция король фәндәр академияһы[d]
Вики-проектProject Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Ева Экеблад Викимилектә

Биографияһы

Ева Экеблад Коммерц-коллегия президенты Магнус Юлиус Делагарди ғаиләһендә тыуған. 1740 йылда граф Клас Экебладҡа кейәүгә сыға һәм артабан ете бала әсәһе булып китә[5].

1746 йылда Ева үҙенең иң танылған уйлап табыуын — бәрәңгенән он һәм алкоголь етештереү технологияһын булдыра. Уның асышы киләһе йылдарҙа аслыҡты кәметеүгә ярҙам итә. 1748 йылда ул Швед Король фәндәр академияһына һайланған беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Шул уҡ хөрмәткә эйә булған киләһе ҡатын-ҡыҙ тик 203 йылдан һуң ғына лайыҡ була.[6].

1751 йылда Ева шулай уҡ кизе-мамыҡтан туҡыманы һәм иләнгән епте һабын менән ағартыу ысулын уйлап таба. Бер йылдан һуң шул ваҡытта косметикала ҡулланылған хәүефле ингредиенттарҙы бәрәңге бүлбеһенән яһалған он менән алмаштырыу ысулын эшләй. Имеш-мимештәр буйынса, Экеблад үҫемлектең сәскәләрен сәсте биҙәү өсөн ҡулланып, бәрәңгене рекламалай[7].

Туғанлыҡ бәйләнештәре

Уның ҡустыһы Понтус Фредрик Делагарди фаворитка Хедвига Ульрика Таубеның ҡайнағаһы була.

Кесе һеңлеһенең (Хедвига Катарина Делагарди) (1732—1800) — улы Ханс Аксель фон Ферзен, эре дипломат һәм хәрби начальник була[8].

Ева Экебладтың улы — Клаес Юлиус Экеблад хәрби була һәм королева Луиза Ульрике Прусскаяның фрейлинаһы Брита Хорнға өйләнә.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты