Дымов Олег Григорьевич

Дымов Олег Григорьевич (4 декабрь 1946 йыл — 3 апрель 2016 йыл) — Ҡаҙағстан дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре (2010).

Дымов Олег Григорьевич
Затир-ат
Тыуған көнө4 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыныАҡтуғай районы[d], Павлодар өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө3 апрель 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыныАстана, Ҡаҙағстан
Һөнәр төрөйәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йортоРәсәй Федерацияһы ФСБ Мәскәү сик буйы ғәскәрҙәре институты
Сәйәси фирҡә ағзаһыAMANAT (Нур Отан)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За трудовое отличие» медаль «Астана» медаль «10 лет независимости Республики Казахстан» медаль «10 лет Конституции Республики Казахстан» медаль «10 лет Парламенту Республики Казахстан» медаль «10 лет Астане»

Биографияһы

Олег Григорьевич Дымов 1946 йылдың 4 декабрендә Павлодар өлкәһенең Краснокут районы Краснокут ауылында тыуған.

Милләте — болгар.

Белеме

1967 йылда Мәскәү юғары сик буйы училищеһын «Политология» һөнәре буйынса тамамлай.

1976 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен «политолог» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай.

1988 йылда Аль-Фараби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай.

Олег Григорьевич Дымов 2016 йылдың 3 апрелендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Астанала вафат була[1][2][3][4].

Хеҙмәт юлы

1968—1970 йылдарҙа — совхоз комсомол ойошмаһы секретары, Иртыш партия райкомы инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире.

1970—1990 йылдарҙа — Ҡаҙағстандың Иртыш партия райкомы инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире.

1990—1991 йылдарҙа — СССР депутаты ярҙамсыһы.

1991—1994 йылдарҙа — Павлодар өлкәһенең Иртыш район советы бүлеге мөдире.

1995 йылдан алып 2015 йылдың 23 апреленә тиклем — Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының бүлек мөдире урынбаҫары, бүлек мөдире, консультанты, секретариаттың баш инспекторы.

2015 йылдың 23 апреленән алып 2016 йылдың апреленә тиклем — Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы Рәйесе урынбаҫары.[5]

Башҡа вазифалары

  1. Ҡануниәт һәм суд-хоҡуҡи реформаһы буйынса комитеты ағзаһы
  2. Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының советы ағзаһы
  3. Болгар мәҙәни үҙәге рәйесе

Һайлап ҡуйылған вазифалары, депутатлығы

1994—1995 йылдарҙа — XIII саҡырылыш Ҡаҙағстан Юғары Советы депутаты

1995—1999 йылдарҙа — I саҡырылыш Ҡаҙағстан парламенты Мәжлесе депутаты

2008—2011 йылдарҙа — ІV саҡырылыш Ҡаҙағстан парламенты Мәжлесе депутаты.

Ғаиләһе

Атаһы — Дымов Георгий Константинович, 40 йылдан ашыу элеватор директоры булып эшләй.

Әсәһе — Дымова Дарья Григорьевна.

Ҡатыны — Дымова Валентина Гавриловна, пенсионер.

Балалары: ҡыҙы Ольга (1969 йылғы), улдары Константин (1975 йылғы), ейәне Станислав (1989 йылғы)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1998 — «Астана» миҙалы
  • 2001 — «Ҡаҙағстан республикаһның бойондороҡһоҙлоғоно 10 йыл» миҙалы
  • 2004 — Ҡаҙағстан Президенты Указына ярашлы «Ерен Еңбегі үшін» («Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн») миҙалы менән бүләкләнгән[6]
  • 2005 — «Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияның 10 йыллығы» миҙалы
  • 2006 — «Ҡаҙағстан Республикаһы Парламентының 10 йыллығы» миҙалы
  • 2008 — «Астанаға 10 йыл» миҙалы
  • 2010 — Ҡаҙағстан Президенты Указына ярашлы «Қазақстанның еңбек сіңірген қайраткері]» маҡтаулы исеме менән бүләкләнә[7][8]
  • 2011 — «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы
  • 2015 — «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһына 20 йыл» миҙалы
  • Болгария сит ил эштәре министрлығының «Золотая лавровая ветвь» Почёт Билдәһе (2008).
  • Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы (2005).
  • Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы рәйесенең Маҡтау ҡағыҙы һәм"Бірлік" алтын миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Ике тапҡыр Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының рәхмәт хаты һәм «Алтын барыс» күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.

Фәнни, әҙәби хеҙмәттәре

Олег Григорьевич Дымов китаптар авторы: «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы» (1996), «Ҡаҙағстандың депортацияланған халыҡтары» (1998), «Ҡаҙағстан еренең йылыһы» (1999), «Йөрәгем ҡылдары» (2002), «Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы» (2003), «Беҙ, Ҡаҙағстан халҡы» (2004), «Тыуған ер булып киткән ер» (2010) һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә