Дон (автомобиль юлы)

«Дон» М4 федераль автомобиль юлы — (рус. Федеральная автомобильная дорога М4 «Дон») - Рәсәйҙең Мәскәү - Воронеж - Дондағы Ростов - Краснодар - Новороссийск федераль әһәмиәтле автомобиль юлы. автомобиль юлыдың оҙонлоғо 1540 км самаһы[2]. Хәрәкәттең йәнлелеген 2016 йылда 68,7 млн транспорт сараһы тәшкил итте, был шунан алдағыһынан 30 % күберәк[3]

Дон
Автомагистраль системаларыАвтомобильные дороги федерального значения России[d]
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанДон
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекМәскәү, Мәскәү өлкәһе, Тула өлкәһе, Липецк өлкәһе, Воронеж өлкәһе, Ростов өлкәһе, Краснодар крайы һәм Адыгея Республикаһы
Ограничение скорости130 километр в час[1]
АлдағыМ-3 «Украина»[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеУрал
Рәсми асылыу датаһы1966
Расположение конечной точкиМәскәү һәм Новороссийск
Оҙонлоҡ1517 km
Автотрасса билдәһе
Ошо юлдың картаһы
Номер дорогиМ4
 Дон Викимилектә

Мәскәүҙән Краснодарға тиклем юлдың төп өлөшө - Европа маршрутының бер киҫеме булып тора E 115.Краснодарҙан Джубгаға тиклем маршрут E 592, Джубганан Новороссийскиға тиклем E 97 составында. Бынан тыш М4 юлында Европа маршруты E 50 участкаһы бар, ул Новошахтинскиҙан М19 Павловская станицаһы (Краснодар крайы) Р217 развязкаһына тиклем дауам итә, шулай уҡ А144 юлы (европа маршруты E 38 өҙөгө) Воронеждың көнсығыш өлөшөнән Рогачёвка ауылы янындағы развязкаға тиклем бара. Мәскәү өлкәһендә Яңы Усман һәм Рогачевка янында, шулай уҡ Адыгея Республикаһы сигенән Саратовская станицаһы юлына сыҡҡансы автомагистраль режимы һаҡлана, башҡа киҫемдәрҙә — ҡәҙимге юл режимы (1Б -нан 2-се категорияға тиклем)[4]. Хәрәкәт һыҙаттары:2.

2013 йылдың 16 октябренән «Дон» М4 трассаһының өс участкаһында (51—71-се км, 76—103-се км һәм 113—120-се км) Мәскәү өлкәһендә максималь массаһы 3,5 тоннанан артмаған еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн 130 км/сәғ тиҙлек рөхсәт ителгән [5].

Юл төҙөү тарихынан

Ҡаты япмалы Мәскәү — Воронеж — Дондағы Ростов (маршрут № 5) маршруты буйынса автомобиль юлы проектын ГИПРОДОРНИИ эшләгән һәм 1959-1967 йылдарҙа өсөнсө категория техник талаптарына ярашлы төҙөлгән: юл полотноһы менән киңлеге 7 метр һәм хәрәкәт өсөн ике һыҙат һалынған[6]. Әйтергә кәрәк, юлдың айырым участкалары XIX быуаттың 2-се яртыһында төҙөлгән булған, Кашира — Воронеж участкаһы 1957—1961 йылдарҙа реконструкцияланған[7]

1980—1990 йылдарҙа юлды заманға ярашлы үҙгәреүҙәр дауам итә.

1984 йылда Мәскәү өлкәһендә светофорһыҙ магистраль юл төҙөлә башлай. 1990 йылға Домодедово районында 18,4 км. оҙонлоғонда ике комплекс файҙаланыуға тапшырыла.

СССР тарҡалғас, 1991 йылдың декабрендә автомобиль юлы Рәсәй хөкүмәте тарафынан федераль әһәмиәтле юлдар исемлегенә индерелә һәм бөгөн йәшәп килгән атамаһы бирелә. Юлды реконструкциялау, оҙонайтыу, төҙөкләндереү дауам итә.

Юл торошо

Йәй көнө ял итергә Кавказ яғына барыусылар, шул уҡ ваҡытта көньяҡ райондарҙан Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа йәшелсә-емеш ташыған фуралар хәрәкәте көсәйә. Шуға күрә тығындар барлыҡҡа килеүсән.

ӨлкәКилометражТасуирлама
Мәскәү0—71 кмМәскәүҙән Видноеға сыҡҡансы һигеҙ һыҙат. Видныйҙан һуң алты һыҙат, автомагистраль. Формаль рәүештә магистраль тулыһынса түләүле, әммә оло һәм кесе ҡулса арауығында ғына түләү пункттары бар.
Мәскәү өлкәһе71—110 кмСитне-Щелканово һәм Сайгат араһында алты һыҙат. Ҡалғандарында дүрт һыҙат, автомагистраль. Юл сифаты яҡшы. Автомагистраль режимы 120 км-ға тиклем.
Тула өлкәһеӨлкәнең буйынан-буйынаДүрт һыҙат, юл сифаты яҡшы. Түләүле участкалары бар.
Липецк өлкәһеӨлкәнең буйынан-буйынаДүрт һыҙат, сифаты яҡшы, йүнәлештәр бүлеүле, хәүефһеҙлек һыҙаты. Трассаның төпө өлөшөндә ике түләүле участка: Яркино - Ельец (83 км) һәм Задонск - Хлевное урауы (50 км).
Воронеж өлкәһеӨлкәнең буйынан-буйынаДүрт бүлемле һыҙат, ике һыҙатлы участка 633-700 км (Липовкаға боролош- Павловск ҡалаһына инеү), шулай уҡ Павловск- Ростов өлкәһе сиге, Воронеж ҡалаһы урауы (492-517 км, алты һыҙат). Түләүле участкалар бар
Ростов өлкәһеӨлкә сигенән Каменск-Шахтинскиға тиклемДүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы, уң һыҙатта дефектла урындар осрай.
Ростов өлкәһеКаменск-Шахтинскиҙан Батай посына тиклемДүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән йәки хәүефһеҙлек һыҙаты бар. Түләүле урындары һәм төҙөк булмаған өлөштәре бар.
Ростов өлкәһеБатай посынан Краснодар крайына тиклемДүрт һыҙат (1091-1119), бүлеү һыҙаты - бетон ҡоймалы.Япма сифаты яҡшы. 2017 йылдың 27 декабренән - түләүле.
Краснодар крайыкрайы сигенән Динская станицаһына тиклемДүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты бик яҡшы. Ростов өлкәһенә яҡыныраҡ бер нисә күпер торошо шәптән түгел.
Краснодар крайыДинская станицаһынан Краснодар ҡалаһына тиклемАлты һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы. Динская- Стеклозавод араһы яҡтыртыла. Стеклозаводтан Краснодарҙың көнсығыш урауына тиклем 4 һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы.
Краснодар крайы, Адыгея РеспубликаһыКраснодарҙан Горячий Ключҡа тиклемКраснодарҙың көнсығыш урауында бер нисә развязка реконструияланырға тейеш. Төп трасса параметрҙары үҙгәрә. Адыгейскиҙан Адыгея Республикаһы сигенә тиклем дүрт һыҙат, йүнәлештәр бүленгән. Япма сифаты яҡшы. Адыгея Республикаһы сигенән Горячий Ключ ҡалаһына тиклем дүрт һыҙат, ярайһы оҙон һуҙымда автомагистраль режимы. Япма сифаты яҡшы.
Краснодар крайыГорячий Ключ ҡалыһынан Новороссийскиға тиклемИке һыҙатлы йәки өс һыҙатлы юл. Хәүефле урындары күп. 1505 - 1513 км (Геленджик урауы) һәм 1519 - 1531 км (Геленджик-Новороссийск) трасса 4 һыҙатлы.

[8].

Маршрут тасуирламаһы

European Russia laea location map (Crimea disputed)
    • Мәскәү автомобиль юлы ҡулсаһы;
M-4 автомобиль юлы күренеше
Федераль трасса М4 "Дон" (Луганск юл саты) - panoramio
    • Старонагорная ур. (Видное);
    • Ленин Комсомолы просп. (Видное);
    • Пахра йылғаһы ;
    • Кашира шоссеһы;
    • Промышленная ур. (Домодедово);
    • Кашира шоссеһы;
    • «Ҡырым» М2 автомобиль юлына тиклем;
    • А107 Мәскәүҙең бәләкәй ҡулсаһы ;
    • Чкалов ур. (Барыбино);
    • Кашира шоссеһы һәм Старомихневская ур. (Михнево);
    • Кашира шоссеһы;
    • А108 Мәскәүҙең оло ҡулсаһы ;
    • Кашира шоссеһы;
    • Пристанционная ур. (Ступино);
    • Кашираға автомобиль юлы;
    • Ока йылғаһы ;
    • Р115 (Кашира — М2);
    • Р22 «Каспий»;
    • Кашираға автомобиль юлы;
    • Ясногорск автомобиль юлы — Мордвес;
    • Р132 (Тула — Венёв);
    • автомобиль юлы 70К-424 Новомосковск;
    • 70К-229 (Тула — Новомосковск);
    • Богородицкиҙың иҫке урауы;
    • Богородицкиға автомобиль юлы;
    • Богородицкиҙың иҫке урауы;
    • Ефремовтың иҫке урауы;
    • Р126 (Ефремов — Данков);
    • Ефремовтың иҫке урауы;
    • Бабарыкино автомобиль юлы — Ламское;
    • Бабарыкино автомобиль юлы — Становое  — Елец;
    • Елец автомобиль юлы  — Лебедянь;
    • Быстрая Сосна йылғаһы;
    • Р119 (Орёл — Тамбов);
    • Задонскиға иҫке М4 ;
    • Дон йылғаһы;
    • Задонскиға иҫке М4;
    • Хлевноеға иҫке М4;
    • А133 (Хлевное — Липецк);
    • Хлевноеға иҫке М4;
Воронеждан «Дон» трассаһы буйлап сығыу
Воронеждан көньяҡ-көнсығыштан сығыу
Воронеж өлкәһе, Яңы Усман юлы М4
    • Воронеждың түләүле урауы; йәки Воронеж һыуһаҡлағысы аша түләүһеҙ;
    • Воронеж йылғаһы;
    • Р193 (Воронеж — Тамбов);
    • Р298 (Курск — ВоронежҺарытау); Р22 федераль трассаһы менән бәйле;
    • Һарытау, Нововоронежға;
    • Можайское автомобиль юлына;
    • Данково автомобиль юлына ;
    • Давыдовкаға автомобиль юлы;
    • Лиски автомобиль юлы;
    • Икорец йылғаһы ;
    • Бобров автомобиль юлы;
    • Пчелиновкаға автомобиль юлы;
    • Липовка  — Владимировка автомобиль юлы;
    • Битюг йылғаһы ;
    • Лосево;
    • Р196 Россошь ҡалаһына; һәм Белгород өлкәһенә
    • Осередь йылғаһы ;
    • 40 лет Октября ур. һәм Строительная ур. (Павловск);
    • Верхний Мамон урауы;
    • Верхний Мамон — Калач автомобиль юлы ;
    • Дон йылғаһы ;
    • Верхний Мамон урауы;
    • Богучар — Кантемировка автомобиль юлы;
    • Богучарка йылғаһы ;
Воронеж өлкәһе яғынан М4 трассаһында Ростов өлкәһенә ингән ерҙә торған стела
Юлдар сатында
М4-Дон Краснодар крайында. Хәүефле урындар
    • Кущёвская:
      • "Казак даны яланы" музей-туристик комплексы (4-се гвардия Кубань казактары кавалерия корпусы яугирҙарына һәйкәл);
      • Кущёвская — Староминская автомобиль юлы;
    • Октябрьская — Крыловская автомобиль юлы;
    • Р217 «Кавказ»;
    • Магистральная ур. (Павловская);
    • Московская ур. (Березанская);
    • Выселки автомобиль юлы;
    • Кореновск — Тимашёвск автомобиль юлы;
    • Динская — Старомышастовская автомобиль юлы;
    • Краснодар:
      • Ростов шоссеһы;
      • Уральская ур.;
      • Бершанская ур. ;
      • Аэропорт ур. (аэропорт Пашковский);
      • Крупская ур.;
      • Горячеключевская ур. (Р251);
    • йылғаһы Кубань;
    • Краснодарҙың көньяҡ урауы;
    • Адыгейск — Р253 автомобиль юлы;
    • Адыгейск;
    • Һарытау — Апшеронск автомобиль юлы;
    • Һарытау;
    • Горячий Ключ:
      • Петушок ҡаяһы;
    • Молдавановка;
    • Дефановка;
    • Горское;
    • А147 (М4 — Сочи);
    • Бжид;
    • Архипо-Осиповка;
    • Текос;
    • Пшада;
    • Михайловский Перевал;
    • Геленджик:
      • Луначарский ур.;
      • Объездная ур.;
      • Луначарский ур. ;
      • Солнцедар ур.;
    • Кабардинка;
    • Новороссийск.

Иҫтәлекле урындары

  • Евгений Родионовҡа бағышланған һәйкәл, тәре рәүешендә эшләнгән.
  • Воронеж өлкәһендә:
    • Бөйөк Ватан һуғышындағы Урта Дон операцияһына һәйкәл.
  • Ростов өлкәһендә:
    • «Ятып ҡалғандарға» — һуғыштан ҡайта алмағандарға һәйкәл, 1010 км-ҙа;
    • Бөйөк Ватан һуғышындағы механизатор ҡатын-ҡыҙҙарға һәйкәл, Миллерово янында.
  • Краснодар крайында:
    • Кущёвская станицаһы янында 4-се гвардия Кубань казактары кавалерия корпусы яугирҙарына һәйкәл;
    • Горячий Ключ ҡалаһы янында Петушок ҡаяһы.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә