Добродеев Олег Борисович

Добродеев Олег Борисович (28 октябрь 1959 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм медиаменеджеры, Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының (ВГТРК) генераль директоры «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.

Добродеев Олег Борисович
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө28 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыныМәскәү, СССР
АтаһыБорис Тихонович Добродеев[d]
БалаларыДобродеев, Борис Олегович[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөжурналист, телетапшырыуҙар алып барыусы
Уҡыу йортоисторический факультет МГУ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» I степени медаль Столыпина П. А. I степени кавалер ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» медаль «Участнику военной операции в Сирии» орден преподобного Сергия Радонежского II степени Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы благодарность Президента Российской Федерации благодарность Президента Российской Федерации орден святого благоверного князя Даниила Московского II степени IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Национальный орден «За заслуги» Почёт ордены орден «За заслуги перед Отечеством» II степени орден Александра Невского юбилейная медаль «300 лет Российскому флоту» медаль «За освобождение Пальмиры» орден «За заслуги перед Республикой Дагестан» орден «Дуслык» орден преподобного Сергия Радонежского орден имени Ахмата Кадырова орден Дружбы
 Добродеев Олег Борисович Викимилектә

Биографияһы

Олег Борисович Добродеев 1959 йылдың 28 октябрендә Мәскәүҙә тыуа.

Сценарист Борис Тихонович Добродеевтың улы. Өлкән ағаһы, Дмитрий Добродеев, — яҙыусы, Чехияла йәшәй[1].

1981 йылда Мәскәү дәүләт университетының (МДУ) тарих факультетын «Францияның яңы һәм иң яңы тарихы» һөнәре буйынса тамамлай, параллель ағымда Владимир Ҡара-Мырҙа (өлкән) [2], Елена Осокина, Елена Гагарина, Алексей Левыкин һәм Константин Затулин[3][4] менән бергә уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының АҠШ һәм Канада Институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1982 йылда халыҡ-ара эшселәр хәрәкәте институты аспирантураһында уҡый.

Өйләнгән. Улы — Борис Mail.ru Group генераль директоры булып эшләй.

Телевидениела эшләү

Олег Добродеев (үҙәктән һулда) Көньяҡ Осетияның емерелгән Парламенты бинаһы янында Валерий Гергиевтың концертын туранан-тура трансляцияһына әҙерлек ваҡытында[5]. Цхинвал. 21 август 2008 йыл

1983 йылдан 1990 йылға тиклем — СССР Дәүләт телерадиоһының үҙәк телевидениеһы хеҙмәткәре (ЦТ). Бында эшен кесе мөхәррир вазифаһында башлай, аҙаҡ корреспондент була, «Ваҡыт» программаһы комментаторы, Мәғлүмәт баш редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары[6]. Бер аҙ «120 минут» программаһын алып бара[7].

1990 йылда — нигеҙ һалына (Эдуард Сагалаев Александр Тихомиров менән берлектә ) Үҙәк телевидениеның аҙналыҡ «Ете көн» программаһын алып бара[6].

1990 йылдан 1991 йылдың сентябренә тиклем — «Вести» мәғлүмәт программаһы директоры

1991 йылдың сентябренән 1993 йылдың сентябренә тиклем — Рәсәй «Останкино» дәүләт телерадиокомпанияһында Мәғлүмәттәр телевизион агентлығының баш мөхәррире[8].

НТВ коммерция телекомпанияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[9]. 1993 йылдың сентябренән —НТВ телекомпанияһының Мәғлүмәттәр программаһы хеҙмәтенең баш мөхәррире. 1993 йылдан 1997 йылға тиклем — НТВ телекомпанияһының вице-президенты. 1996 йылдың июленән — «НТВ-Плюс» ЯАО ойоштора. 1997 йылдың ғинуарынан — «Медиа-Мост» ЯАО ойоштороусыларының береһе. 1997 йылдың декабренән 2000 йылдың ғинуарында тиклем — «НТВ Телекомпанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[10][11][12].

2000 йылдың 31 ғинуарында Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Берҙәм етештереү-технологик комплексы» ФГУП рәйесе итеп тәғәйенләнә[13]. 2000 йылдың 13 апреленән «Рәсәй» телеканалы һәм «Вести» Дәүләт телекомпанияһы киң мәғлүмәт сараларының берләштерелгән редакцияһының баш мөхәррире. НТВ етәкселегенең алмашыныуы менән бәйле 2001 йылдың 14 апрелендә Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының рәйесе вазифаһынан отставкаға китергә ғариза бирә, уны РФ президенты В. В. Путин ҡабул итмәй[2][14]. 2004 йылдың 26 февраленән (де-факто — 2004 йылдың 29 июленән)[15] —ФГУП Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры[16].

Ижтимағи эшмәкәрлеге

2018 йылдан башлап — РФ Президенты ҡарамағында Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса Совет ағзаһы[17].

Санкциялар

  • Көнсығыш Укранала һуғыш һәм Ҡырымды аннексиялау буйынса Украина тарафынан санкциялар исемлегенә индерелә[18].
  • 2022 йылдың апрелендә, Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүенән һуң, Евросоюз Добродеевҡа ҡаршы санкциялар индерә

Наградалары һәм премиялары

Дәүләт наградалары

Рәсәй Федерацияһы

  • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2019 йыл, 28 октябрь) — ватан киң мәғлүмәт сараларына ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн[19].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2014 йыл)[20]
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2010 йыл, 12 апрель) — ватан телетапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергән һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[21].
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2006 йыл, 27 ноябрь) — күп йыллыҡ емешле эше һәм ватан телетапшырыуҙары үҫешенә ҙур өлөш индереүе өсөн[22].
  • Александр Невский ордены (2016 йыл, 15 апреле)[20].
  • Почёт ордены (1999 йыл, 13 ғинуар) — матбуғат, мәҙәниәт өлкәһендә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға, күп йыллыҡ емешле эше[23].

Башҡа илдәр

  • «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены т (2017), № 4492 серия VI
  • Француз Республикаһы ордены «Ҡаҙаныштар өсөн» (2001 йыл)[24].

РФ Президенты наградалары

  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2009 йыл, 18 октябрь) — ватан телетапшырыуҙары үҫешенә ҙур өлөш индереүе күп йыллыҡ емешле эше өсөн[25].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (23 апрель 2008 йыл) — «Рәсәй Федерацияһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса мәғлүмәти тәьмин итеү һәм әүҙем ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн»[26].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (7 декабрь, 2007 йыл) — «Фитиль» сатирик журналының яңы телевизион проектын булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе өсөн[27].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (1996 йыл, июль) — Рәсәй демократияһын тергеҙеүҙә зур өлеш индереүе, бөтә халык һайлауҙарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ижади һәм инициативалы ҡатнашыуы өсөн[28]

РФ Хөкүмәте наградалары

  • I дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (2019 йыл, 24 октябрь) — ватан телетапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индереүе һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[29].

Ведомство наградалары

  • «Рәсәй флотына 300 йыл» миҙалы (1996 йыл, 7 июнь)[20]
  • «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2016 йылдың 17 апрелендә тапшырыла) — Сүриә Ғәрәп Республикаһында хәрби операцияны яҡтыртыуҙа юғары профессионаллек һәм объективлыҡ өсөн[30].
  • «Пальмираны азат итеү өсөн» миҙалы (2016 йыл 27 июль)[20].
  • «Рәсәй мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн» РФ Мәҙәниәт министрлығының түш билдәһе (2018 йыл)[31].
  • Мәскәү өлкә Думаһының юбилей түш билдәһе «Мәскәү өлкә думаһына 20 йыл» (2013 йыл, 28 ноябрь)[32].

Урыҫ православие сиркәүе бүләктәре

  • II дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский ордены (РПЦ, 2014 йыл)[33].
  • II дәрәжә Изге Кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2007 йылдың 29 мартында тапшырылған)[34].

Премиялары

  • 2011 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (Л. С. Шумаков һәм С. И. Бэлза менән берлектә) (2012 йыл, 5 июнь) — мәҙәниәт һәм фән ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә индергән өлөшө өсөн[35].
  • Рәсәй Йәһүд общиналары Федерацияһының «Йыл кешеһе — 5765» премияһы (2005) — «Тайна Виленского гетто» документаль фильмын төҙөүҙә ҡатнашыуы өсөн[36].

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә