Диск ырғытыу

Диск ырғытыу — махсус спорт снарядын — дискты алыҫлыҡҡа ырғытыу буйынса еңел атлетика дисциплинаһы.

Кристоф Хартинг диск ырғыта

Ырғытыуға һәм еңел атлетиканың техник төрө программаһына инә. Спортсынан көс һәм хәрәкәттәге уҙ-ара ярашыуҙы талап итә.

Ир-аттар өсөн1896 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 1928 йылдан еңел атлетиканың Олимпия дисциплинаһы булып тора.

Еңел атлетиканың күпбәйгеләр составына инә.

Ярыштар һәм ҡағиҙәләр

Ярышта ҡатнашыусылар диаметры 250 см булған түңәрәк әйләнәһенән ырғытыу башҡара. Ырғытып ебәреүҙең аралығы был түңәрәктең тышҡы әйләнәһенән снарядтың барып төшкән урынына тиклем үлсәнә.

Ир-егеттәр өсөн дисктың ауырлығы — 2 кг, үҫмер спортсылар өсөн —1,75 кг, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмер ҡыҙҙар өсөн 1 кг ауырлыҡта була.

Дисктың диаметры 219—221 мм ир-егеттәр өсөн һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 180—182 мм тәшкил итә.

Рәсми ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың алты мөмкинлеге була. Әгәр ҡатнашыусылар һаны һигеҙҙән күберәк булһа, 3 мөмкинлектән һуң улар араһынан һигеҙ иң көслө ҡатнашыусы һайланып алына. Сираттағы өс мөмкинлектә алты мөмкинлектең иң күп һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшыһын һайлап алалар

Диск ырғытыу селтәр менән кәртәләнгән секторҙан рөхсәт ителгән горизонталь 35° осош мөйөшөнән юғары булмаған, дөрөҫөрәге, 34,92° башҡарыла.

Юғиһә диск яланға осоп сыға алмаясаҡ һәм селтәргә йәки терәүҙәргә барып төртөләсәк.

Диск осошоноң киңлеге 6 метр тәшкил итә. Спортсыға, диск ергә барып төшмәйенсә сектор сигенә сығыу тыйыла.

Әгәр ҙә башҡа ҡағиҙәләр боҙолмаһа, ырғытылған дисктың сектор ҡоймаһына ҡағылыуы мөмкин.

Боронғо Грецияла диск ырғытыу

Мирондың диск ырғытыусыһы

Диск ырғытыу — бик боронғо спорт төрө. Беҙҙең эраға тиклем 5 быуатта скульптор Мирон диск ырғытыусы скульптураһын эшләй (Diskobolos). Ул хәҙер бөтә донъяға билдәле.

Шулай уҡ, боронғо грек аллалары диск менән уйнағандар. Мифтарҙың береһе буйынса, Аполлон диск ырғытыу буйынса үҙенең һөйөклө кешеһе, Спарта принцы Гиакинф менән ярыша.

Тәьҫир итеү маҡсатында, Аполлон дискты барлыҡ көсөнә ырғыта. Гиакинф, үҙ яғынан, Аполлонға оҡшарға тырышып, осоп барған дискты тотоп алырға маташа. Диск Гиакинфҡа барып тейә, һәм ул һәләк була.

Икенсе легенда буйынса, көнбайыш елдәренең көнсөл аллаһы Зефир, Гиакинфты үлтереү өсөн дискка өрөп ебәрә.

Археологик ҡаҙыныуҙар һәм тарихсыларҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, диск ырғытыу Боронғо Грецияла киң танылған. Был ярыштар боронғо олимпия уйындарында үткән.

Ҡорамал бронзанан һәм таштан яһалған. Ауырлығы 1,25 кг алып 5,70 кг, диаметры 16,5 см алып 34 см тиклем булған.

Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, атлеттар ҡабырға хәрәкәте менән дисктың яҫылығы ергә перпендикуляр булған ҡалҡыулыҡтан ырғытҡандар.

Заманса техника

Роберт Гарретт Афинала олимпия уйындарында диск ташлай.1896

Төр булараҡ диск ырғытыуҙы хәҙерге ваҡытта Афинала Беренсе олимпия уйындарында(1896) тергеҙеү ҡарар ителә.

Ул саҡта техникаһы тураһында аныҡ күҙаллау булмай һәм ярыштарҙы грек стилендә үткәрергә ҡарар итәләр.

1908 йылда Лондондағы олимпия уйындарында ярыштарҙы ике стилдә: грек һәм ирекле стилдә(хәҙергегә яҡын)үткәрәләр.

Ирекле стиль буйынса алыҫлыҡ ота. Артабан стилдәрҙе камиллаштырыу башлана. Был осраҡта баштағы торошта дисктың әйләнеүе горизонталь яҫылыҡта бара.

Башта, боронғо гректар һымаҡ, ҡалҡыулыҡтан ырғыталар, артабан йәҙрә ташлау секторына күсәләр. Әммә секторҙың күләме бәләкәй була. Шуға 1910 йылдан IAAF диск ырғытыу өсөн сектор күләмен 2,5 метрға тиклем арттыра.

1921 йылда американлы Догерти яңы стиль — боролош ярым менән ырғытыуҙы тәҡдим итә. Атлет алдағы ырғытыу юнәлешенә ҡарай һул ҡабырға менән хәрәкәт башлай, һәм башта һул аяҡта әйләнеп, уң аяҡҡа атлап сыға.

1930 йылда американлы Кренц 50 м (51,03 м) үрен яулай һәм уның техника варианты, юғары һикерештәге боролошо, бөтә донъяла киң танылыу ала.

1940 йылға тиклем ошо стилде камиллаштырыу бара һәм шул ваҡыттан алып диск ырғытыусыларҙың техникаһы үҙгәрмәй.

Диск ырғытыу физикаһы

Дисктың башланғыс тиҙлеге юғары класлы ир-егет атлеттарҙың 25 м/с етә.

Диск ырғытыусы ир-егеттәр өсөн елһеҙ көндә ҡорамалдың 36-38° осош мөйөшө иң яҡшыһы тип һанала[1].

Ырғытыу хәрәкәтен үтәгәндә атлеттар шулай уҡ үҙҙәренең өйрөлөүен дә дискка өҫтәп бирәләр. Был ҡорамалға осошта өҫтәлмә тотороҡлоҡ мөмкинлеге бирә.

~5 м/с тиклем тиҙлекле ҡаршы ел (шулай уҡ саңғы менән трамплиндан һикергәндә) уңайлы фактор булып тора.

Ә инде ни тиклем ҡаршы елдең тиҙлеге юғары, шул тиклем атлет ҡулынан ҡорамалдың осош мөйөшө кәмерәк булырға тейеш.

Шунлыҡтан, елде тоя белеү һәм оҫталыҡ, спортсылар әйтмешләй, «снарядҡа тейҙереү» һәм «дискты елгә һалыу» — юғары класлы диск ырғытыусыларҙың оҫталығының береһе.

Юғары булмаған класлы спортсыларҙың дәлиле булып дисктың осоштағы арҡыры бәрелеше, тотороҡһоҙ осош траекторияһы һанала. Был саҡта диск ҡырын китә һәм тиҙ аҫҡа төшә.

Хәҙерге заман үҫеше

Юрген Шульт (ГДР), диск ырғытыуҙы үтәргә тырыша.

Бөтә башҡа ырғытыу дисциплиналарындағы кеүек, диск ырғытыуҙа оҙаҡ йылдар АҠШ атлеттары өҫтөнлөк итә.

1980 йылдан башлап улар менән ГДР һәм ФРГ атлеттары көнәркәшлек итәләр.

2000 йылдарҙан башлап, Венгрия, Эстония, Литва спортсылары лидерлыҡ итә башлайҙар

1928 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың диск ырғытыуы Олимпия уйындарының ярыш программаһына инә. Еңел атлетикала беренсе совет чемпионы Нина Пономарева-Ромашкова (1952) була.

Был спорт төрөндә юғары һөҙөмтәләргә американлы Ортер Эл өлгәшә. Ул 1956 йылдан алып 1968 йылға тиклем Олимпия уйындарында 4 алтын миҙал яулай.

Диск ырғытыуҙы йыш ҡына йәҙрә ырғытыу менән ҡушыу хас.. Совет спортсыһы Тамара Пресс Олимпия уйындарында йәҙрә ташлап (1960, 1964)һәм диск ырғытып (1964) еңеү яулай.

Рекордтар

ҺөҙөмтәСпортсыИлДатаУрын
Донъя рекорды
74,08 м (ир-егеттәр)Юрген Шульт  ГДР6 июнь 1986Нойбранденбург, ГДР
76,80 м (ҡатын-ҡыҙҙар)Габриэла Райнш  ГДР9 июль  1988Нойбранденбург, ГДР
Олимпия рекорды
69,89 м (ир-егеттәрВиргилиус Алекна Литва23 август 2004Афины, Греция
72,30 м (ҡатын-ҡыҙҙар)Мартина Хелльман  ГДР29 сентябрь 1988Сеул, Корея Республикаһы

Спортсылар

  • Герд Кантер (Эстония)
  • Ортер Эл (АҠШ)
  • Мак Уилкинс (АҠШ)
  • Ларс Ридель (Германия)
  • Юрген Шульт (ГДР)
  • Виргилиус Алекна (Литва)
  • Владимир Трусенев (СССР)
  • Эллина Зверева (Белоруссия)
  • Нина Пономарева-Ромашкова (СССР)
  • Фаина Мельник (СССР)
  • Эвелин Яль (ГДР)
  • Наталья Садова (Рәсәй)

Әҙәбиәт

  • Буханцов К. И. Метание диска. — 2-е изд., доп. — М.: Физкультура и спорт, 1977. — 56 с.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә