Джером Роббинс

Джером Роббинс (ингл. Jerome Robbins; 11 октябрь 1918 йыл — 29 июль 1998 йыл) — америка режиссёры һәм хореографы. «Вестсайдская история» фильмы өсөн «Оскар» премияһына эйә (1961). Был премияны дебют фильм өсөн яулаусы берҙән-бер һәм һуңғы режиссёр[9]

Джером Роббинс
Рәсем
Затир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө11 октябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[4][3][5][…]
Тыуған урыныНью-Йорк, Нью-Йорк
Вафат булған көнө29 июль 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4][3][5][…] (79 йәш)
Вафат булған урыныНью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбеинсульт
Һөнәр төрөхореограф, балет артисы, балетмейстер, театр режиссёры, кинорежиссёр, бейеүсе, театральный продюсер, режиссёр, театральный актёр
Эшмәкәрлек төрөхореография[6], бейеү һәм Балет[6]
Уҡыу йортоНью-Йоркский университет[d]
Weehawken High School[d]
Кемдә уҡығанДжордж Баланчин
Әүҙемлек урыныАмерика Ҡушма Штаттары[7]
Ойошма ағзаһыАмерика сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтjeromerobbins.org
Досье вШвейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8]
 Джером Роббинс Викимилектә

Биографияһы

Джером Роббинс Иеремия Вильсон Рабинович (Jerome Wilson Rabinowitz) исеме аҫтында йәһүд эмигранттары ғаиләһендә тыуған. Бала сағында скрипкала уйнарға өйрәнә.

1936 йылда, ун һигеҙ йәшендә, бейеү мәктәбенә уҡырға инә. Бейеүсе булараҡ комик ролдәрҙә сығыш яһай, 1942 йылда Игорь Стравинскийҙың шул уҡ исемле балетында Петрушка ролен башҡарғандан һуң билдәле була. Ҡырҡынсы йылдар уртаһында Американың коммунистар партияһы ағзаһы була, бының өсөн һуңынан «Америкаға ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн эҙәпрлекләнә[10].

Джордж Баланчин саҡырыуы буйынса Нью-Йорк Сити балет труппаһының балетмейстеры була. Ике балетмейстрҙың күп йыллыҡ ижади хеҙмәттәшлеге балет театры тарихында уникаль һанала: стиле буйынса ла, шулай уҡ эш принцибы буйынса ла бер-береһенә тулыһынса ҡапма-ҡаршы булып, улар оҙаҡ йылдар труппала тиң урынды биләй. Башҡарыусыларҙан даими үҙеңде еңеп сығыуҙы, үҙеңдең техник мөмкинлектәрең сигенән сығыуҙы талап иткән Баланчиндан айырмалы рәүештә, Роббинс иғтибарҙы күберәк эштең актёрлыҡ аспекттарына бирә. Уның бейеүселәргә мөрәжәғәт иткән даими иҫкәрмәһе Take it easy — «тынысыраҡ», «артыҡ тырышма» була. Шулай уҡ ул ғәжәп юмор тойғоһо менән айырыла, был «Концерт» балетында сағылыш таба (1956).

Роббинс үҙе эстрада-джаз алымдарын индергән балетта ла, шулай уҡ мюзиклда ла әүҙем эшләй. Тәүге спектаклен Леонард Бернстайн музыкаһына «Матросы на берегу» (1944) балетын шул уҡ йылда Бродвейҙа «Увольнение в город» мюзиклы сифатында ҡуя.

Роббинсҡа айырым билдәлелекте 1957 йылда үҙе төшөргән мюзикл буйынса «Вестсайдская история » фильмы килтерә (1961). Классик техника һәм заманса бейеү ҡушылған дөрөҫ либретто, динамик сюжет, экспрессив хореография был фильм-мюзиклды бөтә донъяға билдәле яһай, ә уның нигеҙ һалыусыһына 1962 йылда «яҡшы режиссура» номинацияһында «Оскар» премияһын килтерә (беренсе тапҡыр был награда ике кеше тарафынан бүленә). Роббинс ҡуйған һуңғы мюзикл «Скрипач на крыше» (1964) була.

1969 йылда «Нью-Йорк Сити балле» труппаһы менән Ф.Шопен музыкаһына бер күренешле балет ҡуя, уға И. Стравинский «һоҡланыулы баһа» бирә: «Эш бик яҡшы уйланылған һәм башҡарылған (Роббинс менән сағыштырғанда башҡа хореографтар сәхнәлә бейеүселәрҙе урындан урынға күсергән һымаҡ). Шуның өҫтәүенә музыканы ул дөрөҫ ҡуллана»[11].

1990 йылда велосипед һәләкәте һәм 1996 йылда йөрәгенә операциянан һуң Роббинста Паркинсон ауырыуы билдәләре күренә, ҡолағы насар ишетә башлай. 1998 йылда ул киң инсульт кисерә, ике айҙан һуң ул вафат була.

Постановкалары

  • 14 май 1953 йыл — Клод Дебюсси музыкаһына «Послеполуденный отдых фавна», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
  • 6 март 1956 йыл — Фредерик Шопен музыкаһына «Концерт, или опасность для каждого», Музыка һәм драманың ҡала үҙәге
  • 29 ғинуар 1970 йыл — Фредерик ЩШопен музыкаһына «В ночи», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.
  • 1972 йыл — Нью-Йорк Сити балет труппаһы өсөн Игорь Стравинский музыкаһына Джордж Баланчин менән берлектә «Пульчинелла»
  • 18 ғинуар 1979 йыл — Джузеппе Верди музыкаһына «Времена года», Нью-Йорк театры, Линкольн-үҙәк.

Хәтер

Джером Роббинсҡа Сполетола Театро-Нуово ҡаршыһында һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә