Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гудзон боғаҙы (ингл. Hudson Strait, франц. détroit d'Hudson) — Канада ярҙарын йыуыусы Төньяҡ Боҙло океан боғаҙы[1].
Боғаҙ Лабрадор ярымутрауы һәм Баффин Ере утрауы араһында урынлашҡанң[2]. Гудзон боғаҙы Лабрадор диңгеҙен Гудзон, Унгава һәм Фокс ҡултыҡтары менән тоташтыра.
Утрауҙары — Милл, Солсбери, Ноттингем, Чарльз, Биг-Айленд, Баттон, Резольюшен, Эджелл, Диггес, Гудвин.
Боғаҙ оҙонлоғо — 800 км, киңлеге — көнсығышта 115 км-ҙан һәм көнбайышта 240 км-ға тиклем. Тәрәнлеге 115 метрҙан 704 метрға барып етә[3]. Һыу артымы бейеклеге 12,4 метрға барып етә. Йыш ҡына штормдар күҙәтелә. Йылдың 4 айы дауамында боғаҙҙа суднолар йөрөй ала.
Боғаҙ Генри Хадсонға бағышлап аталған, ул 1610 йылда боғаҙ аша үткән.