Грозный дәүләт нефть техник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

М. Д. Миллионщиков исемендәге Грозный дәүләт нефть техник университеты1920 йылда Грозныйҙа асылған юғары уҡыу йорто. 1945 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Грозныйҙа урынлашҡан.

Грозный дәүләт нефть техник университеты
Нигеҙләү датаһы1920[1]
Рәсем
Рәсми атамаһыВысший нефтяной техникум, Грозненский нефтяной институт һәм Грозненский нефтяной технический университет
Кем хөрмәтенә аталғанМиллионщиков, Михаил Дмитриевич[d]
РекторТаймасханов, Хасан Элимсултанович[d] һәм Минцаев, Магомед Шавалович[d]
Дәүләт Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмекГрозный
УрынГрозный
Уҡыусылар һаны6500
Баш компания (ойошма, предприятие)Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайтgstou.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһыКатегория:Преподаватели Грозненского нефтяного университета[d]
Карта
 Грозный дәүләт нефть техник университеты Викимилектә

Институт Рәсәйҙең нефть-газ профилле иң өлкән вуздарының береһе, вузды тамамлаусылар араһында РФА академиктары А. А.Дородницын, М. Д. Миллионщиков, СССР химия һәм нефть химияһы сәнәғәте министры С. Н. Хаджиев һәм башҡа нефть һәм газ комплексы етәкселәре бар.

Институт составында 1 факультет һәм 5 институт бар.

Тарихы

1920 йылда Грозный нефть институты һигеҙ бүлеге булған Юғары нефть техникумы булараҡ асыла. Ике бүлеге юғары белем биргән.1920 йылда нейть промыселе һәм нефть технологияһы факультеттары асыла. 1925 йылда беренсе инженерлыҡ сығарылышы була. 1929 йылда уҡыу йото Союз дәрәжәһендәге юғары уҡыу йорто статусын ала.1945 йыл аҙағында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән нефть сәнәғәте кадрҙары әҙерләгәне өсөн Грозный нефть институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.[3].

Файл:Грозный. Нефтяной институт. Барельеф Миллионщикова.JPG
Грозный дәүләт нефть техник университеты бинаһында академик Миллионщиков барельефы

1973 йылда институтҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Фәндәр Академияһының ағзаһы, СССР Фәндәр академияһы вице-президенты, РСФСР Юғары Советы Рәйесе, Совет Пагуош комитеты рәйесе, Ленин һәм ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты академик М.Д. Миллионщиков исеме бирелә.

1980 йылдар уртаһында институттың фәнни-педагогик һәм мәтди-техник потенциалы нефть-газ эшкәртеүҙең технологик циклының барлыҡ белгестәрен әҙерләй. Юғары уҡыу йортонда илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле булған фәнни мәктәптәр формалаша. Институт нефть-газ геологияһы һәм геофизика, нефть һәм газ бораулау скважиналары, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, йылылыҡ физикаһы, төҙөлөш өлкәһендә фундаменталь хеҙмәттәр башҡара.

1990 йылда институттың бөтә тиәрлек уҡытыусылар составы Чечнянан күсеп китә, институттың күп кенә хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары юғала йәки һәләк була. Институт бинаһын 1995 йылдың февралендә федераль авиация утҡа тота һәм бина емерелә.[4]

Федераль маҡсат программаһы нигеҙендә 2007 йылда институт биналары комплексын торғоҙоу эштәре башланды. 2012 йылда Хрущев майҙанында Грозный дәүләт нефть техник университетының яңы бинаһы асылды.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә