Грибков Михаил Петрович

Грибков Михаил Петрович (2 сентябрь) 1909 йыл — 14 ғинуар 1964 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964).

Грибков Михаил Петрович
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө20 август (2 сентябрь) 1909
Тыуған урыныДыуан ауылы, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө14 ғинуар 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, СССР
Ерләнгән урыныНоводевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрөхәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоП. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
ҠатнашыусыКПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы Ленин ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы

Михаил Петрович Грибков 1909 йылдың 2 сентябрендә (яңы стиль буйынса) Өфө губернаһының Дыуан ауылында ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1920-се йылдар башында батраклыҡта йөрөй. 1926 йылда район крәҫтиәндәр комитеты уны үҙ иҫәбенә Красноярск эшсе йәштәр мәктәбенә уҡытырға ебәрә. 1928 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, уны Себер крайына башта комсомол, ә һуңынан партия эшенә ебәрәләр.

1934 йылда С. М. Киров исемендәге Омск ауыл хужалығы институтының зоотехника факультетын тамамлай. Омск өлкәһенең Саргат районы Чембракуль итселек-һөтсөлөк совхозында директор урынбаҫары, баш зоотехник булып эшләй.

1937 йылдың йәйендә Омск өлкә ауыл хужалығы идараһының малсылыҡ бүлеге начальнигы итеп раҫлана. 1939 йылда Омск итселек-һөтсөлөк совхоздар тресы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Үҙ теләге менән совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнаша. Һуңынан Красноярскиға Себер хәрби округының сәйәси составы курсына ебәрелә. Курсты тамамлағас, Омск ҡалаһына партия эшенә йүнәлтелә.

1941 йылдың июленән алып 1945 йылдың авгусына тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Үҙе теләп һуғышта ҡатнашып, өс тапҡыр яралана, контузия ала.

Сәләмәтлек торошо буйынса демобилизацияланғандан һуң, Омскигә партия эшенә ҡайта. 1947—1949 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Омск ҡала комитеты секретары. 1949 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты аппаратына эшкә күсерелә.

1949—1952 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.

1956 йылда Грибков хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

Һуңынан 1958 йылдан алып 1960 йылдың ғинуарына тиклем РСФСР Министрҙар Советы аппаратында эшләй.

1960 йылдың ғинуарынан алып 1963 йылдың мартына тиклем — Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары.

1961 йылдың 31 октябренән алып 1964 йылдың 14 ғинуарына тиклем — КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы.

1964 йылдың 14 ғинуарында вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Наградалары

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы,
  • «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы,
  • «Варшава ҡалаһын азат иткән өсөн» миҙалы,
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә