В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты

В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты (укр. Харківський національний університет імені В. Н. Каразіна) — Көнсығыш Европаның иң боронғо унивеситеттарының береһе, рәсми рәүештә 1805 йылдың 17 (29) ғинуарында асылған. 

В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты
(В. Н. Каразин исемендәге ХМУ)
Исеме

Харківський національний університет імені В. Н. Каразіна

Халыҡ-ара исеме

V.N. Karazin Kharkiv National University, Kharkiv National University, Kharkiv University, University of Kharkiv

Элекке исеме

Харьков император университеты, Харьков дәүләт университеты

Девиз

Cognoscere docere erudire

Асылған йылы

1804 (уставҡа ҡул ҡуйыу, студенттарҙы тәү тапҡыр 1805 йылда ҡабул итәләр)

Үҙгәртеп ҡоролған

Теоретик белемдәр академияһы, ХИНО

Үҙгәртеп ҡоролған йылы

1920, 1933

Тип

университет

ректор

Виль Савбанович Бакиров

Студенттар

15630

Докторҙар

390

Профессорҙар

390

Урынлашыуы

Украина Украина, Харьков

Юридик адресы

пл. Свободы, 4 (главный корпус)

Сайт

www.univer.kharkov.ua

Наградалары

Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Губернатор һарайы, XIX быуат аҙағы. Иҫке университет бинаһы
Конструктивистик проекттары йорто, университет унда күскәнгә тиклем, 1930-се йылдар

1936 йылдан А. М. Горький исемен йөрөтөп, 1999 йылдан В. Н. Каразин исемен йөрөтә.

Университет тарихы

Харьков университеты Уставы 1804 йылда раҫланған һәм 17 (29) ғинуар 1805 йылдың уның рәсми асылыуы булды. Харьков университеты нигеҙләнеүендә ҙур өлөштө В. Н. Каразин индерә. Ул ваҡытта Харьков әһәмиәтһеҙ губерна ҡалаһы булған, һәм бары тик Каразиндың иҫ киткес әүҙемлеге маҡсатын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Ул урындағы халыҡты ярҙам итергә өгөтләп, университеттың матди базаһын төҙөй, уның өсөн губернатор һәм вице-губернаторыҙың ҡаҙна йорттары тапшырылды. 1907 йылда Харьковта Каразинға һәйкәл асылған, күп тапҡырҙар урынын алмаштырылған; 2004 йылдан ул университет бинаһы алдында тора.

1803 йылда Харьков уҡытыу округының беренсе бағыусыһы граф Северин Потоцкий. Ул Харьков университеты өсөн тулыһынса профессор составын йыя, ул үҙәк уҡыу йорто булып китә. Харьков университетының үҫешендә Харьков епископы Христофор (Сулима) ярҙамы ҙур.Университет базаһында Харьков губернаһында барлыҡҡа килгән беренсе ваҡытлы баҫма — "Харьков аҙналығы" сыға башлай(1812).

Тәүге осорҙа университет дүрт йүнәлештә эшләй: физика һәм математика фәндәре, тел фәндәре, әхлаҡи һәм сәйәси фәндәр, табип һәм медицина фәндәре һәм 25 кафедраны үҙ эсенә ала. Табип һәм медицина фәндәре бүлеге унда уҡырға теләүселәр булмау сәбәпле, 1811 йылда ғына асылған[1]. 1805 йылда Университетҡа 57 кеше уҡырға инде: ҡаҙна хаҡына уҡыусы — 40 кеше, барыһы да тиерлек Харьков коллегиум һәм Белгород семинарияһы уҡыусылары. Студенттар беренсе курста дөйөм фәндәр курсын тыңларға, ә һуңынан инде теләгән һөнәрен һайларға тейеш була.

1807 йылда зоология кабинеты ойошторолған, хәҙер ул университеттың Тәбиғәт музейы. Музейҙың беренсе ҡараусыһы ботаника профессоры Ф. А. Делавинь була. 1816 йылдан музейҙы студент В. М. Черняев ҡарай, һуңынан ул ботаника профессоры булып китә. 1826-1838 йылдарҙа - профессор И. А. Криницкий, һуңынан физиология профессоры И. О Калиниченко, ботаника профессоры В. М. Черняев, зоология профессоры А. В. Черный һ.б. етәкселек итә[2].

1835 йылда университетта 263 студент була инде. Беренсе йөҙ йыл эсендә тамамлаусыларҙың күп өлөшөн юристар һәм табиптар тәшкил итә.

1921 йылда Харьков университетының медицина факультеты нигеҙендә Харьков медицина институты булдырыла.

1936 йылда университетҡа шул йылды үлгән Максим Горький исеме бирелә.

Эшмәкәрлек

Харьков Император университеты студенты шинелдә (1900 йй.)

Университет эшмәкәрлеге менән ике Нобель премияһы лауреаттары эше бәйле:

Университет төҙөлөшө

Университет аҫтан — Лопан йылғаһы яғынан, 2008

Тарихи факттар

Иван Рижский — университеттың беренсе ректоры.
  • Харьков Император университеты — ул ваҡыттағы малороссияла иң боронғо классик университет һәм хәҙерге Украина биләмәләрендә Львов университетынан һуң икенсе була.
  • Университеттан барлыҡ ваҡыт эсендә йөҙ меңдән артыҡ кеше уҡып сыҡҡан[15].
  • Беренсе йылдарҙа студенттар әҙ булған, сөнки уҡытыусылар латин телендә уҡытҡан, ә халыҡ училище студенттары латин телен өйрәнмәгән[1].
  • Беренсе сығарылыш 1808 йылда үтте. 57 кешенән тик 26 кеше тамамлай[1].
  • Барлыҡ Рәсәй университеттарында кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарға бында уҡыу рөхсәт ителмәгән[1].
  • Университет нигеҙендә XIX быуатта өс институт асылған: 1811 — педагогик, 1839 — ветеринария, 1840-сы — медицина институттары.

QS World University Rankings тикшеренеүҙәре буйынса, Каразин университеты 2014 йылда доньяның иң яҡшы 500 университеттары исемлегенә инде[16].

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә