Высоцкая Ольга Сергеевна

Высоцкая Ольга Сергеевна (11 июнь 1906 йыл — 26 сентября 2000 йыл) — Бөтә Союз радиоһы дикторы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Высоцкая Ольга Сергеевна
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ СССР
 Рәсәй
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө11 июнь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыныМәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө26 сентябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыныПятницкое зыяраты[d]
Туған телурыҫ теле
Һөнәр төрөдиктор
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ артисы орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

О́льга Серге́евна Высо́цкая 1906 йылдың 11 июнендә Мәскәүҙә тимер юл электригы ғаиләһендә тыуған.

Һигеҙ йәшендә «Зарница» балалар клубына килә, шиғырҙар уҡый, бейей. Театр менән мауыға, «Синяя птица» театр студияһында шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң фабрикала ебәк сортлаусы булып эшләй. Спорт менән күп шөғөлләнә, балаларҙы физкультуранан уҡыта.

Физкультура менән мауығыу уны радиоға килтерә. 1929 йылдан Бөтә Союз радиоһында «Иртәнге гимнастика» дәрестәрен әҙерләүҙә ҡатнаша. Диктор сифатында беренсе тапҡыр сығыш яһауға осраҡ ярҙам итә: яңылыҡтар сығарылышы башланыуға студия ла бер генә диктор ҙа булмай сыға. Һирәк осрай торған тауыш тембры менән бергә матур дикция, күңелгә ятышлы интонация радио дикторҙарының һәм тыңлаусыларҙың иғтибарын йәлеп итә.

1932 йылдан радиола яңылыҡтар һәм башҡа текстар уҡый һәм тиҙҙән баш диктор булып китә. Ябайлығы, ышандырыусанлығы, асыҡлығы, уның эфирҙа уҡыуының ышаныс белдергән тоны, телмәр мәҙәниәте, рус теленең нескәлектәрен яҡшы белеүе менән бергә — былар барыһы ла уны Бөтә Союз радиоһында баш диктор итә.

Ольга Высоцкаяның хеҙмәт теҙмәһендә иң яуаплы тапшырыуҙар, Ҡыҙыл майҙандан, Кремлдең съездар һарайынан тура трансляциялар, Колонналар залынан, Ҙур театрҙан, Мәскәү Художество театрынан һәм башҡа театрҙарҙан концерт һәм спектаклдәр трансляцияһын алып бара.

Таланты бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асыла. Ул саҡта фронттан радио-яңылыҡтар, «Совинформбюро» мәғлүмәттәре совет кешеһе аңында Ольга Высоцкая һәм Юрий Левитандың тауышы менән ассоциациялаша ине. Ю. Левитан менән бергә 1945 йылдың 9 майына ҡарай төндә фашистик Германияның капитуляцияһы тураһындағы хәбәр тапшыра, ә шул уҡ йылдың 24 июнендә Еңеү Парадынан трансляция алып бара. 1986—1989 йылдарҙа совет телевидениеһы һәм радиоһында йыл һайын традицион теле — һәм радиотапшырыуҙарҙа, Еңеү Көнөнөң тантаналы-ҡайғылы йолаларының береһен — «Минута молчания» («Светлой Памяти павших в борьбе против фашизма…») тексын уҡый.

1970 йылға тиклем Мәскәү теүәл ваҡытының «тауышы» була.

Радиола Э. М. Тобиаш менән бергә эшләй[1].

Яңы барлыҡҡа килеүсе совет телевидениеһында тәүге телевизион тапшырыуҙар әҙерләй.

1990 — 2000 йылдарҙа Мәскәү метрополитенының Филевский линияһында төп ҡатын-ҡыҙ диктор була. 1990 — 1994 йылдарҙа тауышландырыу уңышһыҙ һәм тупаҫыраҡ була, әммә 1994 йылда тауыш яңынан тауышландырыла, тауыш тынысыраҡ һәм йомшағыраҡ яңғырап китә. Микрофон алдында 60 йыл эшләй, Ватан радиоһының тере легендаһына әүерелә.

Йәш радио һәм телевидение дикторҙарының педагогы һәм остазы була.

2000 йылдың 26 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Пятницкий зыяратында ерләнгән (3-сө урын)[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1996) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары,

дикторлыҡ сәнғәте үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Служба точного времени

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә