Вологда өлкәһе
Вологда өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ составына инә.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Вологда өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк | Вологда | ||||
26-сы | |||||
- Барлығы | 144 527 км² | ||||
- Барлығы | ↘1 187 685[1] (2016) 8.22 кеше/км² | ||||
ТТП | 39-cs | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) | 195,1[2] млрд. һум (2010) 204 мең һум | ||||
Федераль округ | Төньяҡ-Көнбайыш | ||||
Иҡтисади район | Төньяҡ | ||||
Губернатор | Олег Александрович Кувшинников | ||||
Өлкә думаһы рәйесе | Георгий Егорович Шевцов | ||||
35 | |||||
RU-VLG | |||||
Сәғәт бүлкәте | MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3] |
Административ үҙәге — Вологда ҡалаһы.
Географияһы
Вологда өлкәһе төньяҡта — Архангельск өлкәһе, көнсығышта — Киров өлкәһе, көньяҡта — Кострома һәм Ярославль өлкәләре, көньяҡ-көнсығышта — Тверь һәм Новгород өлкәләре, көнбайышта — Ленинград өлкәһе, төньяҡ-көнбайышта — Карелия менән сиктәш.
Өлкә төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай яҡынса 400 киометрға, ә көнбайыштан көнсығышҡа — яҡынса 700 километрға һуҙылған.
Халҡы
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c9/PG_Girl_with_strawberries.jpg/220px-PG_Girl_with_strawberries.jpg)
1909 йылғы С. М. Прокудин-Горский фотографияһы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкәнең халыҡ иҫәбе 1 187 685 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 8.22 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 72.11 % (2015).
Өлкәнең төп халҡы — урыҫтар (97,27 %[4]), бында көн иткән вепстар һаны 0,04 % тәшкил итә[4]).
2002 йылда Вологда өлкәһендә 232 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].
Билдәле шәхестәре
- Катаев Николай Анатольевич (22.11.1939), ғалим-хоҡуҡ белгесе, эске эштәр органдары ветераны, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1996 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры (1992). Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1993) депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Сығышы менән Вологда өлкәһенең Сокол ҡалаһынан[6].
Административ-территориаль бүленеше
2006 йылдан алып Вологда өлкәһе территорияһында 372 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Чупров И. М. По Вологодской области. — М.: Физкультура и спорт, 1974. — 176 с. — (По родным просторам). — 32 000 экз.
Һылтанмалар
![]() | Вологда өлкәһе Викимилектә |
---|---|
![]() | Вологда өлкәһе Викигид |
- Официальный сайт правительства области 2010 йыл 20 февраль архивланған.
- Законодательное Собрание Вологодской области 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
- Законодательство Вологодской области 2015 йыл 19 июль архивланған.
- Вологодская область в общероссийской печати
- Выставка «Лучшие товары Вологодской области» 2013 йыл 20 август архивланған.
- Силовые виды спорта в Вологодской области