Вишера (Кама ҡушылдығы)

Ви́шера - Рәсәйҙең Пермь крайындағы йылға, Кама йылғаһының һул ҡушылдығы (Кама һыуһаҡлағысының Вишера ҡултығына ҡоя[1].

Вишера
Рәсем
Һыу башыУрал тауҙары
Ҡайҙа ҡояКама һыуһаҡлағысы[d]
ҠушылдыҡЯзьва[d], Колва[d], Түбәнге Паниха, Волим, Елма, Оло Вая, Оло Щугор, Прилучная, Оло Расья, Петруниха, Кесе Шалюга, Үрге Паниха, Түбәнге Золотиха, Курыксарка, Муравей, Писанка, Лыпья, Юмыш, Оло Воронья, Молчанка, Урта Золотиха, Үрге Золотиха, Дыроватиха, Таборная, Оло Колчим, Оло Шалюга, Толычь, Кесе Щугор, Расья, Акчим, Улс, Говоруха, Мойва, Ниолс, Долганиха, Оло Ябурская, Оло Романиха, Велс[d], Вижаиха (йылға), Лопья[d], Чёрная[d] һәм Усолка[d]
Һыу йыйыу бассейныВолга бассейны[d]
Һыу сығымы457 м³/с
Бассейн майҙаны31 200 км²
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекПермь крайы
Оҙонлоҡ415 km
Бассейн категорияһыКатегория:Бассейн Вишеры (приток Камы)[d]
Карта
 Вишера Викимилектә

Оҙонлоғо — 415[2] км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 31 200км². Һыуҙың Рябинино ҡасабаһы янында йыллыҡ уртаса сығымы — 473 м³/с. Йылғаның уртаса һыу йыйыу бейеклеге 317 метр тәшкил итә. Йылғаның уртаса һарҡыуы — 0,2 м/км.

Географияһы

Кама бассейны

Пермь крайының оҙонлоғо буйынса бишенсе йылғаһы, Уралдың иң гүзәл йылғаларының береһе. Крайҙың төньяҡ-көнсығышынан, Коми Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә башлана. Башлыса Уралдың тау итәктәре буйлап, күпселеген тар үҙәндәрҙән аҡҡҡан шәп тау йылғаһы сифатына эйә; һай урындары һәм һикәлтәләре күп. Бассейнда карст күренештәре киң таралған.

Вишера йылғаһының уң сығанағы — Кесе Вишера — Яны Ёмки һыртынан , һул сығанағы — Ҙур Вишера — Поясовый Камень һырты түбәһенең береһе Поримонгит-Ур армыттарынан, Коми Республикаһының, Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайының тап сигендә генә баш ала. Сығанаҡтары Вишерский Камень менән бүленгән һәм Армии тауы итәгендә ҡушыла.

Улс йылғаһының сығанағынан алып тамағына тиклем Вишера йылғаһы — күп һанлы шаршылары булған ярһыу тау йылғаһы. Бында уның киңлеге — 70 метрға тиклем етә.

Урта Вишера — Улс тамағынан Колва тамағына тиклем — киңлеге 150 метрға тиклем, күп һанлы шаршыларға һәм ятыуҙарға бай. Бында йылға үҙәне байтаҡҡа киңәйә, әммә ҡаялар тағы ла күп ҡала.

Түбәнге Вишера (Колва йылғаһының ҡушылған урынынан Вишераның Камаға ҡойған еренә тиклем) — урыны менән 900 метрға тиклем йәйелә алған тигеҙлек йылғаһы.

Вишера йылғаһы

Барлыҡ үҙәне ағымы һәм ярҙары буйынса йүнәлешендә — ҡаялар һәм таштар, шаршылар күп. Вишераға юғары ташҡын, ямғырҙан һуң һыу ташыуҙары һәм йәйге түбән урта кимәл хас. Йылға, ҡар өҫтөнлөк алған, ҡатнаш туҡлана. Октябрь аҙағында — ноябрь башында туңа, апрель аҙағында әрселә. Ҡыуғын ойоштороуға уңайлы. Красновишерск ҡалаһына тиклем даими рәүештә пассажирҙар йөрөтөлә. Вишера бассейнында алмаз ятҡылыҡтары бар.

Үрге ағымында Вишера ҡурсаулығы урынлашҡан. Лыпья йылғаһы тамағынан үрҙәрәк балыҡ тотоу тыйыла, Лыпья һәм Велс йылғалары тамаҡтары араһында Велс һәм Вая ҡасабалары халҡы өсөн сикләнгән һанда рөхсәт ителә. Йылғала тереклек иткән төп балыҡтар — бәрҙе һәм таймень йәки ҡыҙыл балыҡ.

Йылға буйындағы иң ҙур тораҡ пункттар — Красновишерск ҡалаһы, Велс, Вая, Вишерогорск, Усть-Язьва, Рябинино ҡасабалары.

Ҡушылдыҡтары

Вишера йылғаһының төп һул ҡушылдығы — Мойва, Велс, Улс, Вижаиха, Язьва, Акчим; төп уң — Лопья, Лыпья, Оло Вая, Колва.

(тамағынан алып алыҫлығы билдәләнгән)

  • 3,6 км: Толычь йылғаһы (һул)
  • 34 км: Колва йылғаһы (уң)
  • 56 км: Чижовка йылғаһы (Юмыш, Жерновка) (уң)
  • 73 км: Язьва йылғаһы (һул)
  • 75 км: Усолка йылғаһы (һул)
  • 99 км: Чёрная йылғаһы (уң)
  • 103 км: Вижаиха йылғаһы (һул)
  • 107 км: Молчанка йылғаһы (һул)
  • 111 км: Петруниха йылғаһы (уң)
  • 120 км: Оло Романиха йылғаһы (уң)
  • 128 км: Говоруха йылғаһы (уң)
  • 136 км: Оло Колчим (һул)
  • 149 км: Большой Щугор йылғаһы (һул)
  • 151 км: Кесе Щугор йылғаһы (уң)
  • 168 км: Оло Шалюга йылғаһы (уң)
  • 170 км: Кесе Шалюга йылғаһы (уң)
  • 172 км: Прилучная йылғаһы (уң)
  • 178 км: Оло Воронья йылғаһы (һул)
  • 184 км: Писанка йылғаһы (уң)
  • 187 км: Волим йылғаһы (уң)
  • 190 км: Акчим йылғаһы (һул)
  • 194 км: Оло Ябурская йылғаһы (һул)
  • 203 км: Түбәнге Золотиха йылғаһы (һул)
  • 204 км: Урта Золотиха йылғаһы (һул)
  • 207 км: Үрге Золотиха йылғаһы (һул)
  • 223 км: Оло Вая йылғаһы (уң)
  • 233 км: Улс йылғаһы (һул)
  • 248 км: Елма (Вишера ҡушылдығы) (уң)
  • 255 км: Оло Расья (һул)
  • 266 км: Дыроватиха йылғаһы (уң)
  • 268 км: Велс (һул) йылғаһы
  • 280 км: Нижняя Паниха (уң) йылғаһы
  • 281 км: Верхняя Паниха йылғаһы (һул)
  • 303 км: Расья йылғаһы (уң)
  • 304 км: Курыксарка йылғаһы (һул)
  • 321 км: Долганиха йылғаһы (һул)
  • 332 км: Таборная йылғаһы (һул)
  • 333 км: Лыпья (Вишераның ҡушылдығы) йылғаһы (уң)
  • 357 км: Мойва (Вишераның ҡушылдығы) (һул)
  • 362 км: Муравей (Вишераның ҡушылдығы) йылғаһы (һул)
  • 370 км: Лопья (приток Вишераның ҡушылдығы) (уң)
  • 379 км: Ниолс йылғаһы (һул)
  • 391 км: Хальсория йылғаһы (һыу реестрында — атамаһыҙ, уң)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Избранные маршруты для отдыха на реке / Авторы: А. И. Коробков, Е. Н. Мелихов, Ю. М. Кушнарёв, С. А. Торопов; Ред. Л. Г. Трипольский. — М.: Физкультура и спорт, 1972. — С. 116—153. — 168 с. — (Библиотечка туриста-водника). — 40 000 экз.
  • Вишера (река в Пермской обл.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с., [8] л. табл.;
  • Назаров Н. Н. Экзогенные геологические процессы Пермского края и Предуралья // Физико-географические основы развития и размещения производительных сил нечерноземного Урала. Пермь, 1987. С. 91-103;
  • Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Челябинск, 1990. 289 с.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә