Вахрушев Георгий Васильевич

Вахрушев Георгий Васильевич (30 ноябрь1894 йыл, Некрасовка ауылы, Өфө өйәҙе Өфө губернаһы (хәҙер Ғафури районы, Башҡортостан Республикаһы) — 6 май 1966 йыл, Өфө) — совет ғалим-геологы, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының беренсе рәйесе (1951—1956)

Вахрушев Георгий Васильевич
Затир-ат
Гражданлыҡ СССР
Тыуған көнө17 (29) ноябрь 1894
Тыуған урыныНекрасовка, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө6 май 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрөғалим, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрөгеология
Биләгән вазифаһыСССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йортоҠазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжәгеология-минералогия фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһыСССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Геология-минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943), академик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1954). СССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы

1927 йылда Ҡазан университетының физика-математика факультетының геология-биология бүлеген тамамлай.

1934—1938 йылдарҙа БАССР ВДНХ-ның сәнәғәт институтында тау-геология секторын етәкләй, бер үк ваҡытта 1936—1938 йылдарҙа Башҡортостан геология идаралығының ғилми-тикшеренеү секторы начальнигы булып эшләй. 1938—1951 йылдарҙа — Һарытау университетында динамик геология кафедраһы мөдире.

Өфө ҡалаһында Тау-геология институтын ойоштороусы һәм 1954 йылға тиклем уның тәүге директоры.

СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы президиумы рәйесе (1951—1956), бер үк ваҡытта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Тау-геология институты директоры.

Фәнни эшмәкәрлеге

Г. В. Вахрушев — Башҡортостандың көнбайышында Юғары девон яныусан һәүерташтар ятҡылыҡтарын һәм Юғары пермь өсөнсөл күмерташ ятҡылыҡтарын асыусы. Ул Башҡортостандың көнбайышында яңы нефть ятҡылыҡтарын эҙләү процесында нефтте мезозой һәм кайнозой ултырмаларынан эҙләү кәрәклеген һәм уларҙы өсөнсөл, дүртенсел һәм аҡбур ҡатламдарынан айырып бүлеү кәрәклеген нигеҙләүсе, төбәктә яңы тектоник хәрәкәттәрҙе өйрәнә башлаусы.

Ғалим Башҡортостандың карст мәмерйәләрен аныҡлап яҙа, Янғантау тауының термик күренештәрен инженер-геологик һәм гидрологик яҡтан тикшерә.

Г. В. Вахрушев беренсе булып геологияға геоморфологик методтар ҡулланыуҙы, геоморфологик карталар төҙөүҙең тарихи принциптарын, структуралы геоморфология, яңы тектоника, тектоника, хәҙерге заман рельефының тектоника менән бәйләнешен һәм башҡа яңылыҡтарҙы индерә.

Г. В. Вахрушев бик ҙур шәхси китапхана туплаған. Унда геология фәне тармаҡтарының бөтә вәкилдәре: минералогия, региональ геология, структуралы геология, стратиграфия, петрография, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары — буйынса һәм шулай уҡ химия, биология фәндәре буйынса китаптар бар. 1972 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәндәр үҙәге Ғилми китапханаһы тарафынан Г. В. Вахрушевтың шәхси китапханаһы һатып алына.

Һайланған библиография

Г. В. Вахрушев — 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән:

  • Загадки Каповой пещеры (Шульган-Таш). Уфа, БФ АН СССР, 1960.
  • Кутукские пещеры // Путеводитель по Башкирии. Уфа, 1965. (в соавт.)
  • Минеральные воды и грязи Башкирии, Уфа, 1961.
  • Распространение и условия образования карстовых пещер в Башкирии // Состояние и задачи охраны природы в Башкирии. Уфа. БФ АН СССР, 1969.
  • От морской и ледниковой изотопных шкал к спелеотемной хронологии палеоклиматических событий. (в соавт.) и др.

Наградалары

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә