Валбона үҙәне милли паркы

Валбона үҙәне милли паркы (алб. Parku Kombëtar «Lugina e Valbonës») — тәбиғәт ҡурсаулығы, Албанияның төньяғында, Тропой округы, Кукес өлкәһе биләмәһендә, Байрам-Цурри ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта 25-30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Валбона үҙәне милли паркы
al Parku Kombëtar "Lugina e Valbonës"
Үҙәндә көҙгө күренеш
Үҙәндә көҙгө күренеш
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны80 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1996 йылдың 15 ғинуары йыл]] 
Урынлашыуы
42°27′12″ с. ш. 19°53′28″ в. д.HGЯO
Венгрия
Точка
Валбона үҙәне милли паркы
 Валбона үҙәне милли паркы Викимилектә

1996 йылдың 15 ғинуарында Албания министрҙар советының 102 һанлы ҡарары менән ойошторолған өс милли парктың береһе (башҡа икеһе — Qafë Shtamë һәм Zall Gjoçaj)[1]. Төньяҡ Албан Альп тауҙарындағы Валбона йылғаһы үҙәненең өҫкө өлөшөн биләгән парк майҙаны 80 квадрат километр тәшкил итә. Төньяҡтан Черногория сиге аша үтә, көнбайыштан Тети милли паркы, (алб.Thethi), көнсығыштан — Lumi i Gashit тәбиғәт ҡурсаулығыв. Милли парк диңгеҙ кимәленән 400 метрҙан 2692 метрға тиклем бейеклектә ята. Үҙән битләүе мәмерйәләргә бай, шуларҙың береһе, Драгоби мәмерйәһендә албан халҡының милли батыры Байрам Цурии вафат булған[2].

Албания, Черногория һәм Косово был урында «Балҡан мөхите паркы» исемендә өс милли тәбиәғәт ҡурсаулығы ойошторорға уйлай.

Флора

Парк биләмәһендә ағастарҙан европа бугы (Fagus sylvatica), Гельдрейх ҡарағайы (Pinus heldreichii), румелий ҡарағайы (Pinus peuce), ябай ҡарағай (Pinus silvestris), сәселгән каштан (Castanea sativa), грек сәтләүеге (Juglans regia), урман алмағасы (Malus sylvestris) үҫә[3].

Фауна

Эре һөтимәрҙәрҙән һоро айыу (arctos Ursus), бүре (Canis lupus), ябай һеләүһен (Felis lynx), европа ҡоралайы (capreolus Capreolus), ҡыр кәзәһе (Rupicapra rupicapra), ҡабан (sus scrofa) йәшәй[4][5] .

Галерея

Иҫкәрмәләр

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә