Бүре утрауы

Бүре утрауы (укр. Бирю́чий О́стрів) — көньяҡта, Федотов морононоң киңәйтелгән өлөшөндә, Азов диңгеҙенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Федотов морононоң тар төньяҡ өлөшө менән бергә Бүре утрауы Утлюк ҡултығын барлыҡҡа килтерә. 1929 йылда Федотов морононоң төньяҡ өлөшөнән тар боғаҙ менән айырыла.

Бүре утрауы
Рәсем
Дәүләт Украина
Административ-территориаль берәмекХерсон өлкәһе
УрынАзов диңгеҙе
Карта
 Бүре утрауы Викимилектә

Ҡоро ерҙән өлкәнең төп территорияһы менән тура бәйләнеше булмаһа ла, Украинаның Херсон өлкәһенә ҡарай, уларҙы Утлюк ҡултығы айырып тора.

Морон оҙонлоғо яҡынса 20 км (11 диңгеҙ миле), иң ҙур киңлеге — 5 км. Морондоң төньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыш ярҙарында бер нисә һай бухта һәм лиман урынлашҡан. Ҙур булмаған суднолар йыш ҡына морондоң көньяҡ-көнбайыш осонда бухталарҙа — Рыбачий бухтаһында (төньяҡ бухта) һәм Маячный (көньяҡ) бухтаһында туҡтай, ул судноларға төньяҡ-көнсығыш елдәренән.иң яҡшы ышыҡ урын булып тора.

Морондоң көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш яры буйлап тәрәнлеге 5 метрҙан кәм булған һай урындар ята.

Иҫтәлекле урындары

Морон территорияһында Аҙау-Сивашский милли тәбиғәт паркы (элекке Аҙау-Сивашский ҡурсаулығы) урынлашҡан.

Көньяҡ-көнбайыш морондоң осонда Бүре маягы төҙөлгән.

Тарихы

Күп кенә табыштар буйынса ғалимдар ҡасандыр был морон әйләнә тирәһендә батша скифтары йәшәгән тип иҫәпләй. Бәлки, тап ошо морон беҙҙең эраға тиклем 1-се мең йыллыҡта ҡайһы бер скиф тәңкәләрендә һүрәтләнгән.

Атамаһы (рус телендә «Волчий остров») «Бүре утрауы» тип тәржемә ителә.

Топографик карталар

  • Лист карты L-36-71 Новый Азов. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1990 г.
  • Лист карты L-36-70 Геническ. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1991 г.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә