Бурлюк Давид Давидович

Давид Давидович Бурлюк (9 (21) июля 1882, Семиротовка утары, Лебединский өйәҙе, Харьков губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Сумы өлкәһе, Украина) — 15 ғинуар 1967, Хэмптон-Бейз ҡалаһы, Лонг-Айленд утрауы, Нью-йорк штаты, АҠШ) — рус шағиры һәм рәссамы, сығышы менән украин, рус футуризмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Владимир менән Николай Бурлюктарҙың ағаһы.

Бурлюк Давид Давидович
Рәсем
Затир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ Америка Ҡушма Штаттары
 Рәсәй империяһы
 СССР
Патронимы йәки матронимыДавидович[d]
Тыуған көнө21 июль 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[4][5][6]
Тыуған урыныСемиротовка[d]
Вафат булған көнө15 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[3][7][8][…] (84 йәш)
Вафат булған урыныСаутгемптон[d], Саффолк[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Бер туғандарыВладимир Давидович Бурлюк[d][9]
Яҙма әҫәрҙәр телеурыҫ теле
Һөнәр төрөшағир, рәссам, иллюстратор, публицист, деятель изобразительного искусства
Эшмәкәрлек төрөшиғриәт[10], Һынлы сәнғәт[d][10], futurism[d][10] һәм футуризм[d][10]
Уҡыу йортоОдесса художество училищеһы[d]
Кемдә уҡығанLuigi Iorini[d]
Сәләмәтлек торошоодноглазость[d]
Сәнғәт йүнәлешеРусский футуризм[d]
Ойошма ағзаһыАмериканская академия искусств и литературы[d]
Жанрфутуризм[d]
Йоғонто яһаусыРепин Илья Ефимович[11], Валентин Серов[11], Архип Иванович Куинджи[d][11] һәм Шишкин Иван Иванович[11]
Защитник авторских правreproduction right not represented by CISAC member[d][12]
Хеҙмәттәре тупланмаһыМиннеаполис сәнғәт институты[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Музей Тиссена-Борнемисы[d], Хәҙерге сәнғәт музейы (Нью-Йорк)[13], Милли сәнғәт галереяһы[d], Метрополитен-музей[d][14], Смитсон американ сәнғәте музейы[d], Филадельфия художество музейы[d], The Phillips Collection[d], Индианаполис художество музейы[d], Государственный Русский музей[d], Коркоран галереяһы[d], Йель университетының художество галереяһы[d], Музей американского искусства Уитни[d], Georgia Museum of Art[d], Вустер сәнғәт музейы[d], John and Mable Ringling Museum of Art[d], Бостон нәфис сәнғәт музейы[d], Городской музей[d][15] һәм Vanderbilt Museum of Art[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Файлы артиста по адресуPhiladelphia Museum of Art Library and Archives[d][16][17], Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][18] һәм Frick Art Reference Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбыDavid Burliuk
 Бурлюк Давид Давидович Викимилектә

Биографияһы

1882 йылдың 9 (21) июлендә агроном Давид Давидович Бурлюк ғаиләһендә тыуа. Өс ағаһы һәм ике апаһы бар — Владимир, Николай, Людмила, Марианна һәм Надежда. Владимир һәм Людмила рәссам , Николай — шағир. Улар шулай уҡ футуристар хәрәкәтендә ҡатнаша.

Украинаның Сумы ҡалаһындағы Александровский гимназияһында уҡый. Бала саҡта бер күҙе һуҡырайып, артабан ул быяла күҙ менән йөрөй, был уның тормош стиленең бер өлөшөнә әйләнә.

1898—1910 йылдарҙа. Ҡазан һәм Одесса художество училищеларында уҡый.. Матбуғатта беренсе тапҡыр 1899 йылда әҫәрҙәрен яҙып сыға. Һынлы сәнғәтте Германияла, Мюнхен ҡалаһының "Король Академияһы"нда профессор Вилли Датцта һәм словен прфессоры Антон Ашбала, Францияның Парижындағы Кормон нәфис сәнғәтендә уҡый.

Рәсәйгә ҡайтҡас, Бурлюк 1907—1908 йылдарҙа һул рәссамдарҙың художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1911—1914 йылдарҙа В. Маяковский менән Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм скульптура училищеһында бергә уҡый. Футуристарҙың «Садок судей», «Пощёчина общественному вкусу» һәм башҡа йыйынтыҡтарында ҡатнаша.

Беренсе бөтә донъя һуғышына Бурлюкты һыңар күҙле булғанлыҡтан алмайҙар. Был осорҙа ул Мәскәүҙә йәшәй, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа, картиналар төшөрә.

1915 йылдың яҙында ул Өфө губернаһына (Һамар-Златоуст тимер юлының Иглин станцияһына) килә, бында уның ҡатыны поместьеһы урынлашҡан була. Давид Бурлюктың әсәһе, Людмила Иосифовна Михневич, ошо ваҡытта Өфөнән 112 км-ҙа торған Бүздәктә йәшәгән була. Ике йыл буйына Башҡортостанда йәшәгән осорҙа Д. Д. бурлюк яҡынса ике йөҙ картина яҙа һәм уларҙың XX быуат башындағы рус сәнғәтенең иң сағыу һәм иң мөһим өлөшөн тәшкил иткән 37 коллекцияһын бМ. В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейына тәҡдим итә. Давид Бурлюк әҫәрҙәренең Рәсәйҙәге иң тулы һәм сифатлы йыйылмаһы был музейҙа һаҡлана. Ул Бүздәктән һәм Иглиндән Өфөгә йыш килә, Өфө сәнғәт түңәрәгенә йөрөй, йәш башҡорт рәссамдарын үҙе янына берләштерә. Бында рәссам Александр Тюлькин менән дуҫлаша, уның менән бергә йыш ҡына этюдтар яҙырға сыға.

Мәскәүҙәге 1918 йылғы сыуалыштар ваҡытында Бурлюк һәләк булыуҙан саҡ ҡотола һәм йәнә Өфөгә китә. 1918—1920 йылдарҙв В. Каменский һәм В. Маяковский менән Урал, Себер, Алыҫ Көнсығыш буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1919 йылдың июнь айында Владивостокҡа барып етә, ғаиләһе менән төпләнгән Бусса сопкаһы битләүендәге Эшсе биҫтәһендә (Шилкинский урамы) төпләнә.

1920 йылда Японияға эмиграцияға сыға, унда ике йыл йәшәү дәүүерендә, көнсығыш һынлы сәнғәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү менән шөғөлләнә. Бында яҙылған 300 картиналары япон мотивтары буйынса төшөрөлгән, уларҙы һатыуҙан йыйылған аҡсаға Бурлюк 1922 йылда АҠШ-ҡа йәшәргә китә.

Нью-йорк ҡалаһында советтарҙы яҡлаусы төркөмдәр менән әүҙем аралаша һәм Октябрь революцияһының 10 йыллығына ҡарата футуристик формала поэма яҙа һәм уны «Русский голос» гәзитендә баҫтырып сығара. Был гәзиттә ул ҡатыны Мария Никифоровна менән бергә хеҙмәттәшлек итә. Үҙ йыйынтыҡтары баҫылған брошюраларҙы дуҫтары менән, күбеһенсә ҡатыны Мария аша, СССР-ға ебәреп тарата. 1930 йылдан алып Д. Д. Бурлюк бер нисә тиҫтә йылдар буйына үҙенең"Rhyme and Color" («Цвет и рифма») журналын инглиз, урыҫ теледәрендә 4 биттән алып 100 биткә тиклем күләмле итеп нәшер итә.

1956 һәм 1965 йылдарҙа СССР-ға килә. Үҙ әҫәрҙәрен күп тапҡыр СССР-ҙа баҫмаға тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың бер юлын да баҫтыра алмай.

Ҡатыны — Еленевская Мария Никифоровна (18941967) — мемуарҙар яҙыусы, нәшерсе. 1949 йылда улар ирле-ҡатынлы Францияның көньяғы һәм Италия буйлап Ван Гогтың эҙҙәре буйынса сәйәхәт итә, Бурлюктың Прагала йәшәгән һеңлеһе менән күрешәләр. Рәссам Д. Д. Бурлюктың бик матур картиналары Брисбенда ҡуйылған.

1967 йылдың 15 ғинуарында Хэмптон-Бейз ҡалаһында (Нью-Йорк штаты) Д. Д. Бурлюк вафат була. Кәүҙәһе кремациялана һәм көлө үҙенең васыяты буйынса Атлантик океан һыуҙары өҫтөнә паромдан һибелә. Елена Шварц уның вафаты тураһында былай тип шиғыр яҙа:О русский Полифем!Гармонии стрекалоТвой выжгло глаз,Музыка сладкая глаза нам разъедала,Как мыло, и твой мык не слышен былдля нас.

Хеҙмәттәре

Поэмы «Толстой», «Горький». Книга «Энтелехизм», монография «Рерих. Жизнь и творчество», «Радио-манифест», сборник стихов «Бурлюк Д. 1/2 века» (1932).

Күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы

  • Акварель, пастель һәм һүрәттәр күргәҙмәһе. Харьков, 1906
  • Ирекле эстетика, Мәскәү, 1909
  • «Бубновый валет» 1910
  • «Свободная молодёжь» күргәҙмәһе, С. Петербург, 1911
  • «Бубновый валет», Мәскәү, 1912
  • Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәһе, Өфө, 1916, 1917
  • Халыҡ-ара хәҙерге заман күргәҙмәһе. Филадельфия, 1926.
  • Нью-Йорк, Филадельфия галереяларындағы персональ күргәҙмәләр, 1930—1960.
  • Сан-Франциско, Лос-Анджелес, Сиэтл, Вашингтон, Нью-Йорктағы персональ күргәҙмәләр. 1960-сы йылдар.
  • Австралиялағы күргәҙмә, 1962.

Хәтер

  • Бруклинда Давид Бурлюкты музейы булдырыла.
  • Йыл һайын Халыҡ-ара Заумь академияһы Давид Бурлюк Халыҡ-ара тамғалары исемендәге шиғри премиялары тапшыра.
  • Ҡазан һәм Одессала Давид Бурлюкка мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (Преображенский урамы,9).

Кинола кәүҙәләндерелеүе

  • 2004 йыл — сериал «Грехи отцов» — Алексей Колган уйнай
  • 2011 йыл — фильм «Маяковский. Два дня» — Дмитрий Нагиев уйнай

Иҫкәрмәләр

Библиография

  • Лившиц Б. Полутораглазый стрелец [: воспоминания, 1933] // Лившиц Б. Полутораглазый стрелец: Стихотворения, переводы, воспоминания / Примечания П. М. Нерлера, А. Е. Парниса и Е. Ф. Ковтуна. Л.: Сов. писатель, 1989. ISBN 5-265-00229-4
  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.
  • Майкл Голд. David Burliuk: artist-scholar, father of Russian futurism. Нью-Йорк, A.C.A. Gallery, 1944.
  • Шикман А. П. Деятели отечественной истории. Биографический справочник. — М.: АСТ, 1997. — 448 с.
  • Русский футуризм и Давид Бурлюк, «отец русского футуризма» / Государственный Русский музей; Авторы статей: Евгения Петрова и др.; Автор-составитель каталога: Елена Баснер и др.; Автор-составитель хроники Ольга Шихирева; Фотографы: Владимир Дорохов и др.. — СПб.: Б. и., 2000. — 239 с.

Һылтанмалар

 дней) — историякопия)

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә