Булатйылға

Булатйылға (рус. Булат-Елга; башҡа атамалары: Булат; Бүләкйылға) — Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 74 кеше булған[2].Почта индексы — 452826, ОКАТО коды — 80259860002.

Ауыл
Булатйылға
рус. Булат-Елга
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

ңауыл

Ауыл советы

Яңы Уртауыл

Координаталар

56°20′37″ с. ш. 54°45′40″ в. д.HGЯO

Халҡы

74[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452826

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 259 860 002

ОКТМО коды

80 659 460 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Булатйылға (Рәсәй)
Булатйылға
Булатйылға
Булатйылға (Башҡортостан Республикаһы)
Булатйылға

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[1]
989274

Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Тарихы

Ауылға 1844-1847 йылдарҙа башлыса Уртаул һәм Бәҙрәш ауылдарынан күсеп килгән башҡорт ғаиләләре нигеҙ һалған (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Бәҙрәш һәм башҡа тораҡ пункттарҙан[4]). 1850 йылда бында 22 йорт хужалығында 186 башҡорт йәшәгән, туғыҙ йылдан һуң — 37 йорт хужалығында һәм 210 кеше булған (105 ир-ат һәм 105 ҡатын-ҡыҙ).[5] Халыҡ ауыл хужалығы, һатыуға ағас әҙерләү, умартасылыҡ, эре мөгөҙлө малсылыҡ менән шөғөлләнгән.[6]

1904 йылда Пермь губернаһы Уса өйәҙенең Яңы Уртауыл улусы ауылында — 72 йорт хужалығы була. 71 йорт хужалығында 363 кеше (176 ир-ат, 187 ҡатын-ҡыҙ) аҫаба башҡорттар йәшәгән. Крәҫтиән общинаһына яҙылмаған йортта 6 кеше иҫәпләнә (3 ир-ат, 3 ҡатын-ҡыҙ).[7]

1920 йылда 97 йорт хужалығында 513 кеше йәшәй (231 ир-ат, 282 ҡатын-ҡыҙ).[8]

1926 йылға ауыл Урал өлкәһенән Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Яңауыл улусына күсерелә.[9]

1939 йылда ауылда 583 кеше йәшәй, 1959 йылда — 522 кеше.[6]

1982 йылда бында яҡынса 220 кеше йәшәгән.[10]

1989 йылда 153 кеше (64 ир-ат, 89 ҡатын-ҡыҙ) теркәлгән.[11]

2002 йылда 98 кеше (41 ир-ат, 57 ҡатын-ҡыҙ), башлыса башҡорттар (82 %) йәшәй.[12]

2010 йылда 74 кеше (35 ир-ат, 39 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләнә.[1]

Билдәле шәхестәре

  • Яхин Рафаил Заян улы (1950), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008—2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры; 1999 йылдан район башҡортары Ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), райондың почётлы гражданы (2012).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар



🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә