Борну

Борну (Борно) — Сахараның Сахель зонаһында, Африкала хәҙерге Нигерия, Нигер һәм Чад илдәренең сиктәре тоташҡан урында урынлашҡан урта быуаттағы дәүләт.

Борну

Борну 1750 йылғы Африканың картаһында
Борну 1750 йылғы Африканың картаһында

1380 — 1893
Майҙаны

129 499

Халҡы

5 000 000

 Борну Викимилектә

Тәүге тапҡыр XIV быуатта ғәрәп хроникаларында телгә алына. Борну дәүләте Чад күлен ике яҡтанда уратып, яҡынса 250 мең км² майҙанды биләгән. Чад күленең көнсығышынан көнбайышҡа күскән канури ҡәбиләләре Борну дәүләтенә нигеҙ һалғандар. Илдең баш ҡалаһы булып Кука (Кукава) ҡалаһы булған, уның халҡының һаны XIX быуат уртаһында 60 меңгә барып еткән. Борну дәүләтенең халҡы ислам динен тотҡандар.

Бер нисә быуат осоронда Борну дәүләте ҡол, мал һатҡан, һәм металл, шәкәр, тоҙ, иген һатып алған.

1893 йылда Борну дәүләтен Судан ҡол биләүсеһе Рәбих әз-Зөбәйер менән баҫып алына. 1900 йылда француз ғәскәрҙәре уның отрядттарын тар-мар итәләр һәм был дәүләт йәшәүҙән туҡтай. Илдең территорияһы 1901 йылда Англия, Франция һәм Германия дәүләттәре араһында бүленә.

Хәҙерге ваҡытта (1976 йылдан алып) Борно атамаһын Нигерияның төньяғындағы федераль штаттарының береһе йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә