Биғлов Йыһандар Ирғәле улы

математик, ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы

Биғлов Йыһандар Ирғәле улы (18 декабрь 1918 йыл — 28 ноябрь 2001 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусы, 1972—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1955).

Биғлов Йыһандар Ирғәле улы
Затир-ат
Гражданлыҡ Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Тыуған көнө18 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыныӨфө губернаһы, РСФСР
Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Иҫке Абзан, Күсәрбай ауыл Советы, Благовар районы
Вафат булған көнө28 ноябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, Рәсәй
Һөнәр төрөғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыныБашҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йортоБашҡорт дәүләт университеты
Ғилми исемематематик
Ғилми дәрәжәфизика-математика фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

Йыһандар Ирғәле улы Биғлов 1918 йылдың 18 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Абзан ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) тыуған. Күсәрбай мәктәбендә ете класс белем ала. Артабан Өфөлә рабфакта уҡый[1].

1941 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. Яҡшы уҡыуы һәм әүҙем йәмғиәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостанда беренсе Сталин стипендиаты була. Юғары белем алғандан һуң институттың математика кафедраһында эшкә ҡалдырыла[1].

Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағына тиклем ҡатнаша, төрлө хәрби вазифалар биләй: рота батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, рота парторгы, дивизияның сәйәси бүлеге начальнигының комсомол эше буйынса урынбаҫары[1].

Демобилизациянан һуң, 1946 йылда, педагогия инстиутының математик анализы кафедраһында ассистент булып эшләй башлай. Аспирантурала Мәскәүҙә, билдәле профессор М. А. Наймарк етәкселегендә, уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын (1955) уңышлы яҡлай. Артабан, 1986 йылға тиклем, Башҡорт дәүләт университетының анализ һәм дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһында — уҡытыусы, артабан доцент булып эшләй.1956—1962 йылдарҙа — математик анализ кафедраһы мөдире. 1972 йылдан асылған математика факультетының тәүге деканы (1972—1982)[1].

2001 йылдың 28 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни хеҙмәттәре дифференциаль операторҙарҙы өйрәнеүгә арналған. Уның ғилми хеҙмәттәре Башҡортсоан Республикаһында математика үҫешенә булышлыҡ итә.20-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Төп ғилми хеҙмәте

  • Разложение по собственным функциям систем дифференциальных уравнений II порядка //Доклады Академии наук СССР. 1957. Т.112. № 5.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә