Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы
- Бит
- Фекер алышыу
Юлбарыҫ Сурағол улы Бикбов | |
Тыуған көнө | 1847({{padleft:1847|4|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны | Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Үҫәргән улусы, Бурағол ауылы |
Вафат булған көнө | 1922({{padleft:1922|4|0}}) |
Вафат булған урыны | |
Подданлығы | |
Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847–1922) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.
1847 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Бурағол ауылында тыуған[1]. Сығышы менән үҫәргән башҡорттарының Бикбау бей нәҫеленә барып тоташа.
1877 йылда Ырымбур ҡалаһындағы И. И. Неплюев исемендәге кадет корпусын тамамлай[2].
1889–1922 йылдарҙа 2-се Үҫәргән улусында старшина булып хеҙмәт итә[2]. 1896 йылда Николай II-нең тәхеткә ултырыу тантанаһына саҡырыла, император илгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн уны көмөш миҙал менән бүләкләй[1].
1899 йылда «Оренбургская газета»ның ете һанында баҫылып сыҡҡан «Башкурды» исемле күләмле әҫәре билдәле. Был әҫәр башҡорт халҡының тарихына арналған. Әҫәрҙә Европа, ғәрәп, фарсы ғалимдарының башҡорттар тарихына бәйле тикшеренеүҙәрҙе, халыҡтың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары, легендалары, шәжәрәләре ҡулланылған.
1917 йылдың июнендә Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың 8–20 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында делегат булып ҡатнашҡан. Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшеүселәргә, шулар иҫәбендә улы — Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Юныс Бикбовҡа ярҙамлашҡан[3].