Бергамо


БергамоҠалып:Словуд (итал. Bergamo ['bɛrgamo] , ломбе. Bèrghem, лат. Bergomum) — Италияның Ломбардия өлкәһендәге ҡала, шул уҡ исемле провинцияның административ үҙәге. Милан ҡалаһынан яҡынса 50 км көнсығыштараҡ Брешиа һәм Венеция юлында, Альп тауҙары алдында, По йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 116,5 мең кеше.

Бергамо
итал. Bergamo
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһыBergamo
Этнохоронимbergamaschi
Дәүләт Италия[1]
Административ үҙәгеБергамо (провинция), Serio Department[d], province of Bergamo[d] һәм Republic of Bergamo[d]
Административ-территориаль берәмекБергамо (провинция)
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Хөкүмәт башлығыДжорджио Гори[d]
Ойошма ағзаһыCreative Cities Network[d] һәм Самые красивые городки Италии[d]
Халыҡ һаны119 534 кеше (1 ғинуар 2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек249 ± 0 метр
Туғандаш ҡалаМюлуз[3], Гринвилл[d], Пуэбло[d], Тверь, Олькуш[d], Бэнбу[d], Буэнос-Айрес, Кочабамба[d], Мендоса[d] һәм Ла-Риоха[d]
СиктәшАццано-Сан-Паоло[d], Курно[d], Горле[d], Лалльо[d], Моццо[d], Орио-аль-Серио[d], Паладина[d], Понтераника[d], Сериате[d], Соризоле[d], Стеццано[d], Торре-Больдоне[d], Тревиоло[d] һәм Вальбрембо[d]
Мираҫ статусыОбъект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Майҙан40,16 км² (9 октябрь 2011)[4]
Почта индексы24121–24129[5]
Рәсми сайтcomune.bergamo.it
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Коллаж
Святой покровительАлександр Бергамский[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы(iv)[d]
Сейсмическая классификация3[d][6][7]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр6428
Урындағы телефон коды035
Номер тамғаһы кодыBG
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Bergamo[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Bergamo[d]
Карта
 Бергамо Викимилектә

Ҡаланың ҡурсалаусыһы — изге мученик Александр Бергамский, байрамы — 26 август.

Урынлашыуы

Иҫке ҡала (итал. Città Alta, «Үрге ҡала») диңгеҙ кимәленән 380 метр бейеклектәге ҡалҡыулыҡта — Альп тауҙарының армыты талғын ғына уңдырышлы тупраҡлы йылға үҙәненә күскән ерҙә тора. Ул яңы ҡала менән фуникулер менән тоташҡан. Яңы ҡала тирә-яғы менән бергә иҫке ҡала торған уба менән уратып алынған. XХбыуат башында Муратов Павел былай тип яҙа:

Бергамо состоит как бы из двух отдельных городов, и если большой город внизу, на равнине, кажется не слишком привлекательным со своими индустриальными кварталами и широкими улицами, раскинувшимися на месте былой ярмарки, то прекрасен маленький старый город вверху на горе, полный тени и свежести в самое жаркое летнее утро, когда сырая прохлада винных подвалов несется навстречу сладким ароматам увивающих стены глициний. Высоко, очень высоко поднимаются в море ломбардских нив и садов колокольни церквей нижнего Бергамо, увенчанные фигурами архангелов с мечом в руке. И мимо этих церквей — Сант Алессандро, Сан Спирито, Сан Микеле, Сан Бернардино и Сан Бартоломмео — не должен пройти тот, кто знает долю участия Бергамо в итальянской живописи.



Бергамо состоит как бы из двух отдельных городов, и если большой город внизу, на равнине, кажется не слишком привлекательным со своими индустриальными кварталами и широкими улицами, раскинувшимися на месте былой ярмарки, то прекрасен маленький старый город вверху на горе, полный тени и свежести в самое жаркое летнее утро, когда сырая прохлада винных подвалов несется навстречу сладким ароматам увивающих стены глициний. Высоко, очень высоко поднимаются в море ломбардских нив и садов колокольни церквей нижнего Бергамо, увенчанные фигурами архангелов с мечом в руке. И мимо этих церквей — Сант Алессандро, Сан Спирито, Сан Микеле, Сан Бернардино и Сан Бартоломмео — не должен пройти тот, кто знает долю участия Бергамо в итальянской живописи.

Тарих

Бергомум ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип боронғо кельттар-ценомандар һанала. Бергимус үҙенең исемен —урындағы халыҡ аллаһының исеменән алған. Cidno ҡалаға нигеҙ һалыусы тип һанала — Лигурия халҡының легендар ата-бабаһы[8]. Беҙҙең эраға тиклем 49 йылда ҡала Рим власы аҫтында тора. Шуларҙың иң яҡшы йылдарында ҡалала 10 000 тиклем кеше иҫәпләнгән. V быуатта ҡаланы һундар ғәскәре Аттила етәкселегендә емергән.

Лангобард короллеге булған осорҙа, яҡынса 570-575 йылдарҙа, Бергамо герцоглыҡ үҙәктәренең береһенә әүерелә. Бөйөк Карл империяһы составына ингәс, Бергамо 776 йыл башланыу менән шул уҡ исемдәге графлыҡ үҙәгенә әйләнә һәм XII быуат башына тиклем йәшәй. XI быуатта Ломбард лигаһы коммуна составына инә.1167 йылда ҡала халҡы бойондороҡһоҙлоҡ алырға тырыша. Һәм артабан гвельф һәм гибеллиндар араһында 200 йыллыҡ һуғыш дауам итә, был осорҙа ҡала императорға тоғро була.

Ҡала ҡапҡаһы Сан-Марко арыҫланы менән биҙәлгән

1264 йылдан Бергамо биләмәһенә милан Висконтиҙары ҡул һуҙа, уларға алмашҡа 1428 йылда Венеция республикаһы килә.Кондотьер Бартоломео Коллеони етәкселегендә (ул Венецияға хеҙмәт иткән саҡта) 1438 йылда ҡаланың Висконти хакимлығы аҫтына күсергә тырышыуы бушҡа сыға. Венеция хакимлығы булған йылдарҙа ҡала сауҙа һәм туҡымалар етештереү өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешә. Был хәл Наполеон ваҡытына тиклем дауам итә. 1859 йылдың июлендә триумф менән ҡалаға Гарибальди инә.

Бергамо менән бергамо бейеүе, бергамот еҫе һәм итальян комедия дель арте персонажы — Арлекин (Труффальдино) төшөнсәләре бәйле.

Иҫке ҡаланың иҫтәлекле урындары

Үрге ҡала панорамаһы

Piazza Vecchia (иҫке майҙан)

Torre del Comune һәм иҫке майҙан

Майҙан 1440 һәм 1493 йылдар араһындағы осорҙа иҫке йорттарҙы һүтеү һөҙөмтәһендә коммуна үҙәгенә әйләнгән. Майҙандың төньяғында Nuovo Palazzo һарайы тора, унда хәҙер ҡаланың Civica Biblioteka китапханаһы урынлашҡан.

Ҡала һарайы
Ҡала китапханаһы
Ҡала һарайыҠала китапханаһыЯбыҡ баҫҡыстарСиркәү Maggiore S. Maria.

Piazza del Duomo (Собор майҙаны)

  • Коллеони капеллаһы— кондотьер Бартоломео Коллеони мавзолейы. Капелла 1472-76 йылдарҙа, ренессанс дәүеренең һуңғы сигендә, төҙөлгән. Туристар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
  • Бергамо соборы (Дуомо) — сағыштырмаса һуңғараҡ төҙөлгән ҡаралты, үҙ эсенә бер нисә быуын стилдәренең элементтарын алған. 1638 йылда собор изге Александр Бергамский исеменә изгеләндерелгән. Интерьерын Морони, Тьеполи, Юварра эшләгән.
Коллеони капеллаһыКондотьер саркофагыБаптистерийСобор порталы

Ҡаялағы замок (Рокка)

Ҡая өҫтөндә Рим дәүерендә Юпитер ҡорамы торған. 1331 йылда Иоганн фон Люксембург (Богемия) был урында һарай һала, уны Аццоне Висконти төҙөп бөтөргән. Түңәрәк манараны венециялылар 1483 йылда төҙөгән. 1850 йылда төҙөлөштө австриялылар алып бара. Әлеге ваҡытта бында ҡаланың Азатлыҡ һәм Ҡаршылыҡ музейы урынлашҡан (итал. Museo Civico del Risorgimento e della Resistenza), унда XIX һәм XX быуат документтары һаҡлана. Ошонда уҡ, асыҡ майҙансыҡта, Икенсе бөтә донъя һуғышына ҡараған ҡорал әйберҙәре тора.

Түңәрәк манара һәм ҡәлғә диуарыАфрика экспедицияһында ҡулланылған үҙйөрөшлө орудие100-мм эре калибрлы снаряд гаубицаһыТүбәнге төр (яңы ҡала)Ҙур хәрби карап якоре (Болдт Якорь)

Яңы ҡала панорамаһы

Бергамоға Үрге ҡаланан ҡарағандағы күренеш

Билдәле кешеләр

  • Карло Альфредо Пьятти — билдәле композитор һәм виолончелист;
  • Джакомо Кваренги — архитектор;
  • Гаэтано Доницетти — композитор.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Бергамский диалект ломбардского языка
  • Марезана
  • Бергамские анналы — записанные на латинском языке исторические заметки города Бергамо

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт исемлеге

  1. Walter W. Skeat, Walter William Skeat. A Concise Etymological Dictionary of the English Language. — Cosimo, Inc., 2005. — С. 46. — 663 с.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә