Барыҫ (хоккей клубы)
«Барыҫ» профессиональ хоккей клубы — Астана ҡалаһының шайба менән уйнаусы хоккей командаһы. 1999 йылда төҙөлә. 2008 йылдан Континенталь хоккей лигаһында ҡатнаша. Ике тапҡыр Ҡаҙағстан чемпионы.
«Барыҫ» Астана | ||
Ил: | Ҡаҙағстан | |
---|---|---|
Ҡала: | Астана | |
Нигеҙләнгән: | 1999 | |
Өй аренаһы: | Барыҫ-Арена (11 578 кеше) | |
Төҫтәр: | ||
Хоккей лигаһы: | КХЛ | |
Дивизионы: | Чернышёв | |
Конференцияһы: | Көнсығыш | |
Баш тренеры: | Андрей Скабелка | |
Эйә: | ҠТЮ | |
Президент: | Нурлан Оразбаев | |
Генераль менеджер: | Вадим Гусейнов | |
Капитан: | Даррен Диц | |
Аффилир-клубы: | Сарыарка (ЮХЛ) Номад (ҠХЧ) Снежные Барсы (ЙХЛ) | |
Трофейҙар: | | |
Дивизионда еңеүҙәр: | 1 (2013/14) | |
Рәсми сайт: | www.hcbarys.kz | |
Аффилир КМС: | KAZsport | |
Тарих
«Барыҫ» хоккей клубы 1999 йылда[1] Астана ойошторола. 2004/2005 сезондан «Барыс» Рәсәй Беренсе Лигаһында[2] «Урал-Көнбайыш Себер» регионда ҡатнаша. 2005 йылда Рәсәй Беренсе лигаһы чемпионатының бронза миҙалдары алған. 2005/2006 сезондан команда Рәсәй Беренсе Лигаһында көмөш миҙалдары алған. 2005/2006 сезондан «Барыс» Беренсе Лигаһы чемпионатында еңә һәм Юғары Лигаһында инеп сыҡты. 2007/2008 сезондан Рәсәй Юғары Лигаһында ҡатнаша һәм көмөш миҙалдары алған. 2007/2008 һәм 2008/2009 сезондарҙа клуб Ҡаҙағстан чемпионатында еңә. 2008 йылдан Континенталь хоккей лигаһында Чернышёв дивизионда[3] уйнай. 2013/2014 сезонда «Барыс» плей-офф 1/8 финалында "Автомобилист"ты еңеп сыға, ләкин ул плей-оффтың 1\4 финалында "Салауат Юлаев"тан отола.
Стадион
2001 йылда 6 мартта «Ҡаҙағстан» спорт һарайы асылған. Ул Мунайтпасов урамында урынлашкан. Спорт һарайы 5532 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙансығынан һәм әле асылған 1000 тамашасылыҡ бәләкәй аренанан тора.
Баш тренерҙар
Етәкселек
- Президент — Нурлан Сайран улы Оразбаев
- Вице-президент — Борис Анатольевич Иванищев
- Генераль менеджеры — Вадим Шамильевич Гусейнов
- Команда башлығы — Борис Семенович Рыб
Тренер штабы
- Баш тренеры — Андрей Викторович Назаров
- Өлкән тренер — Калянин Игорь Викторович
- Тренер — Андрей Викторович Шаянов
- Тренер — Владимир Анатольевич Воробьёв
- Физик әҙерләү тренеры — Александр Иванович Ахцигер
- Ҡапҡасылар тренеры — Сергей Викторович Тамбулов
Команданың ҡаҙаныштары
- Рәсәй Беренсе лигаһы чемпионатының бронза призын алыусы (2004/2005)
- Рәсәй Беренсе лигаһы чемпионатының көмөш призын алыусы (2005/2006)
- Рәсәй Беренсе лигаһы чемпионатының еңеүсеһе (2006/2007)
- Рәсәй Юғары лигаһы чемпионатының көмөш призын алыусы (2007/2008)
- Ҡаҙағстан чемпионы 2008, 2009 йй.
- Ҡаҙағстан чемпионатының көмөш призын алыусы 2000, 2001, 2002 йй.
Уйынсыларҙың бүләктәры
- Иң яҡшы снайпер — Кевин Даллмэн: (2011/2012)
- Джентльмен боҙҙа — Виталий Новопашин: (2010/2011)
- Алтын башлыҡ — Брэндон Боченски: (2011/2012)
- Хоккейға тоғролоҡ — Александр Корешков: (2009/2010)
- КХЛ Йондоҙҙар Матчы ҡатнашыусы — Кевин Даллмэн (2009, 2010, 2011, 2012); Йозеф Штумпел: (2010), Лукаш Кашпар (2011), Брэндон Боченски (2012, 2014), Талгат Жайлауов (2014)
Плей-оффтың Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты
- 2008—2009
- 1/8 финалы: «Аҡ Барс» — «Барыҫ» Астана 3:0 (4:2, 4:2, 2:1 Б)
- 2009—2010
- 1/8 финалы: «Аҡ Барс» — «Барыҫ» Астана 3:0 (4:3 ОТ, 4:2, 3:1)
- 2010—2011
- 1/8 финалы: «Аҡ Барс» — «Барыҫ» Астана 4:0 (1:0, 3:0, 6:1, 4:2)
- 2011—2012
- 1/8 финалы: «Металлург» Магнитогорск — «Барыҫ» Астана 4:3 (3:2, 1:4, 3:2, 4:1, 4:3 OT, 3:4 OT, 2:1 OT)
- 2012—2013
- 1/8 финалы: «Трактор» — «Барыҫ» 4:3 (3:4 от, 3:5, 3:1, 3:2, 6:3, 2:4, 5:3)
- 2013—2014
- 1/8 финалы: «Барыҫ» — «Автомобилист» 4:0 (3:2 ОТ, 5:4 OT, 2:1, 2:1)
- 1/4 финалы: «Барыҫ» Астана — «Салауат Юлаев» 2:4 (2:3 от, 5:2, 2:5, 2:3 от, 2:1, 2:3)
- 2014—2015
- 1/8 финалы: «Авангард» — «Барыҫ» Астана 4:3 (5:2, 0:2, 0:3, 4:3, 2:0, 1:4, 3:1)
Составы
Билдәле уйынсылар «Барыс» составында уйнай ине
Фарм-клубтар
Һылтанмалар
- Рәсим сайты
- ХК «Барыс» Twitter сайтта
- Ҡаҙағстан спорт һарайы сайты 2014 йыл 18 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
Миҙгелдәр | Гагарин кубогы өсөн плей-офф | Юниорҙар йәрминкәһе | Йондоҙҙар уйыны |
---|---|---|---|
2009 •2010 •2011 •2012 •2013 •2014 •2015 •2016 •2017 •2018 •2019 •2020 | 2009 •2010 •2011 •2012 •2013 •2014 •2015 •2016 | 2009 •2010 •2011 •2012 •2013 •2014 •2015 •2016 •2017 •2018 •2019 •2020 | |
2019/20 миҙгел клубтары | |||
Көнбайыш конференцияһы | Көнсығыш конференцияһы | ||
Бобров дивизионы | Тарасов дивизионы | Харламов дивизионы | Чернышёв дивизионы |
Динамо (Мәскәү) | Витязь (Подольск) | Автомобилист (Екатеринбург) | Авангард (Омск) |
Динамо (Рига) | Динамо (Минск) | Аҡ Барс (Ҡазан) | Адмирал (Владивосток) |
Йокерит (Хельсинки) | Локомотив (Ярославль) | Металлург (Магнитогорск) | Амур (Хабаровск) |
Северсталь (Череповец) | Сочи | Нефтехимик (Түбәнге Кама) | Барыҫ (Астана) |
СКА (С.-Петербург) | Торпедо (Т. Новгород) | Себер (Новосибирск) | Куньлунь Ред Стар (Пекин) |
Спартак (Мәскәү) | ЦСКА (Мәскәү) | Трактор (Силәбе) | Салауат Юлаев (Өфө) |
Өҫтәмә мәғлүмәттәр | |||
Шәхси трофейҙар | Джентльмен боҙҙа •Тимер кеше •Хоккейға тоғролоҡ өсөн •Алтын сәкән •Алтын шлем •Валентин Сыч исемендә бүләк •Өс бомбардир •MVP плей-офф •Секунда •Алексей Черепанов исемендә бүләк •Андрей Старовойтов исемендә бүләк •Иң яҡшы бомбардирға •КХЛ иң яҡшы ҡапҡасыһы •Мәргән уйынсы •Иң файҙалы уйынсыға •Иң һөҙөмтәле һаҡсы трофее •Виктор Тихонов исемендә бүләк •Михаил Галиновский исемендә бүләк •Хоккейҙы яҡтыртҡан иң яҡшы яҙыусы журналистарға •Владимир Пискунов исемендә бүләк •Андрей Зимин исемендә бүләк | ||
Команда трофейҙары | Гагарин кубогы •Континент кубогы •Асыш кубогы •Көнбайыш конференцияһы кубогы •Көнсығыш конференцияһы кубогы •Өмөт кубогы •Всеволод Бобров исемендәге бүләк | ||
Файҙалы мәғлүмәт | «КХЛ» телеканалы •Киңәйеү перспективалары •Боҙ ареналары •КХЛ — МХЛ күргәҙмә уйындары •КХЛ хет-триктар исемлеге •Гагарин кубогында иң йыш осрашҡан парҙар •300-ҙән күберәк мәрәй йыйған КХЛ хоккейсылары исемлеге •400-ҙән күберәк уйын үткәргән КХЛ хоккейсылары исемлеге | ||
Башҡа хоккей лигалары |