А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы

А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы (башта Мәскәү-түбәнге Нарва мәҙәниәт йорто) — Ленинградтағы беренсе мәҙәниәт йорто,19251927 йылдарҙа архитекторҙар А. И. Гегелло һәм А. И. Дмитриев тарафынан архитектор Л. Кричевский һәм В. Ф. Райлян ҡатнашлығында[2] конструктивизм стилендә төҙөлә.

А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы
Нигеҙләү датаһы1925
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталғанМаксим Горький
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмекКировский район[d]
Урынлашҡан урамыПлощадь Стачек[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Архитектура стилеконструктивизм[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследияlist of cultural heritage monuments in Kirovsky District, Saint Petersburg[d]
Мираҫ статусыобъект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Йорт һаны4
Рәсми сайтgorkogo.spb.ru
Изображение знака с названием места или объекта
Карта
 А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы Викимилектә

Санкт-Петербургтың Киров районындағы 4-се номерлы йортта, Стачка майҙанында, «Нарвская» метро станцияһы янында урынлашҡан.

Тарих һәм хәҙерге осор

1927 йылдың 7 ноябрендә Октябрь революцияһының унынсы йыллығына (Октябрҙең 10-йыллығы исемендәге мәктәп менән бер көндә) асыла. А. М. Горький исеме 1929 йылдың 8 июлендә бирелә, тантанаһында яҙыусы шәхсән үҙе ҡатнаша.

1937 йылда проект авторы А. И. Гегелло Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһендә «Гран-при» яулай. 1978 йылда М. Горький исемендәге мәҙәниәт йорто Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Әлеге ваҡытта популяр театр-концерт майҙансығы булып ҡала (залдың һыйҙырышлылығы 2200 урын). Бинала түңәрәктәр һәм ижади коллективтар эшләй, улар менән етәкселек итеүгә төрлө йылдарҙа билдәле белгестәр йәлеп ителә. Атап әйткәндә, 1946—1949 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге мәҙәниәт йортоноң һынлы сәнғәт студияһын рәссам С. И. Осипов етәкләгән.

Фотогалерея

Мемориаль таҡтаташтар

  • Ленинград профессиональ союздарының өлкә советы
  • 1905 йылдың 9 ғинуарында бында Нарва ҡапҡаһы янында эшселәрҙең ҡаны ҡойолған. Батша хөкүмәте Ҡышҡы һарайға үҙҙәренең мохтажлығы тураһында петиция менән йүнәлгән эшселәрҙең тыныс парадын ата.
  • 1941 йылдың 30 июненән 10 июленә тиклем был бинала Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡан халыҡ ополчениеһының 1-се дивизияһы төҙөлә.
  • Был һарайҙың сәхнәһендә 1976—1987 йылдарҙа СССР-ҙың халыҡ артисы Аркадий Райкин сығыш яһаған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кириков Б. М., Штиглиц М. С. Архитектура ленинградского авангарда. Путеводитель. — СПб.: Коло, 2009. — 312 с. — ISBN 978-5-901841-49-5.
  • Курбатов Ю. И. Петроград — Ленинград — Санкт-Петербург: Архитектурно-градостроительные уроки. — СПб.: Искусство-СПб, 2008. — С. 34. — ISBN 978-5-210-01622-5.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Авангард в архитектуре Ленинграда

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә