Аҡсурин Ренат Сөләймән улы

Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (2 апрель 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1991). СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) дәүләт премиялары, Рәсәй Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (1996). Рәсәй Йөрәк һәм ҡан тамырҙары кардиологик ғилми-етештереү үҙәгенең А. П. Мясников исемендәге клиник кардиология институтының хирургияһы бүлеге етәксеһе. Медицинала юғары технологияларҙы үҫтереү дәүләт программаһы етәксеһе (1998).

Аҡсурин Ренат Сөләймән улы
Тыуған көнө

2 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны

СССР Үзбәк ССР-ы Андижан ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

кардиохирургия

Эшләгән урыны

ФГУ «Рәсәй кардиологик фәнни-етештереү комплексы»

Альма-матер

И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1985)

Ғилми исеме

РАМН академигы (1997)
РФА академигы (2011)

Награда һәм премиялары
Почёт орденыДуҫлыҡ ордены«Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ҡаҙаныштар ордены командорҙары (Перу)
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһыРәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһыСССР Дәүләт премияһы — 1982
(аудио)
(аудио)
Запись голоса Р. Акчурина
noicon
Записано 24 декабря 2012
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Запись голоса Р. Акчурина
noicon
Записано 24 декабря 2012
Помощь по воспроизведению

Биографияһы

Ренат Сөләймән улы Аҡсурин 1946 йылдың 2 апрелендә Үзбәк ССР-ының Әндижан ҡалаһында уҡытыусылар ғәиләһендә тыуған. Милләте татар[1]. Әндижан медицина институтында уҡый. 1971 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай. Медицина фәндәре докторы, профессор. СССР ПВО-һы зенит ракетаһы ғәскәрҙәренең элекке командующийы Рәсим Аҡсуриндың ағаһы.

1971 йылдан — участка табип-терапевы.

19721973 йылдарҙа — Реутовский ҡала дауаханаһында (Реутов Мәскәү өлкәһе) врач-травматолог. Шул уҡ ваҡытта, Мәскәүҙең 70-се дауаханаһында хирург һәм Мәскәү өлкәһенең Балашиха районында травматолог була.

19731975 йылдарҙа Бөтә союз хирургия ғилми-тикшеренеү институтында хирургия буйынса клиник һәм эксперименталь ординатурала эшләй.

СССР медицина фәндәре Академияһының Бөтә союз хирургия фәнни үҙәгендә ҡан тамырҙары микрохирургияһы бүлегендә:

1975 йылдың мартынан — кесе ғилми хеҙмәткәр.

1978 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1984 йылдан кардиохирургия өлкәһендә махсуслаша башлай. Шул йүнәлеш буйынса Хьюстон ҡалаһына билдәле америка хирургы Майкл Дебейка клиникаһында стажировкала була. Американан ҡайтҡас, Рәсәй кардиология фәнни-етештереү үҙәгенең (РАМН) А. Л. Мясников исемендәге кардиология клиник хирургия институтында йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләнә.

Ҡан тамырҙары һәм кардиохирургия өлкәһендә уникаль асыш яһаусы абруйлы белгес булып таныла. Реконструктив һәм пластик микрохирургия, аяҡ-ҡулдарҙың реконструктив һәм пластик хирургияһы буйынса танылыу ала. Шулай уҡ, коронар артериялары реконструктив микрохирургияһы, йөрәктең ишемия ауырыуы, ритмы боҙолоуын дауалау, йөрәк миокардын һаҡлау, лазер ангиопластика, йөрәкте күсереү өлкәләрендә эшләй. Илдә тәүгеләрҙән булып, аяҡ һәм ҡул бармаҡтарын, аяҡ табандарын күсереп ултыртыу (реплантация) операцияларын эшләй.

1996 йылда Рәсәй Федерацияһының беренсе президенты Б. Н. Ельциндың йөрәгенә коронар шунтирование операцияһын яһай[2].

300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Юғары технологиялар медицинаһы» программаһын төҙөүсе. М. Дебейки исемендәге халыҡ-ара хирургтар ойошмаһының директорҙар советы ағзаһы (1995). Рәсәй йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһының президумы ағзаһы (1994). Европа йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы ағзаһы (2000). Рәсәй Дәүләт академия бәләкәй театрында Бағыусылыҡ советы ағзаһы.

Ғаилә хәле

Өйләнгән. Ике ул үҫтерә: Максим Ренат улы (1973), Андрей Ренат улы (1978—2004)[3].

Наградалары

  • Фән һәм техника өлкәһендә СССР Дәүләт премияһы (28.10.1982)[4]]][4][./Акчурин,_Ренат_Сулейманович#cite_note-4 [4]]
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2.04. 1996)[5]
  • Почёт ордены (2 мая 1996 года) — за заслуги перед государством и многолетний добросовестный труд[6]
  • Орден Орла III степени (1997)
  • Международный орден имени Пола Харриса от неправительственной международной благотворительной организации Ротари Интернешнл (1998).
  • Командор ордена Заслуг (Перу, 1 июля 2000)[7].
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2001) һәм (5.08. 2002)
  • [8]
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы (2004) .[9]
  • «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[9](2006)[10].
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012)[11]
  • Дуҫлыҡ ордены (31.03.2016)[12]
  • Орден «Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (31.03. 2016) [13][14].
  • Рәсәй Фәндәр академияһының Почёт грамотаһы (2016)[15].

Иҫкәрмәләр

Һылтанма

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә