Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы

театр һәм кино актёры
(Арыҫлан Мөбәрәков битенән йүнәлтелде)

Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы (төп исеме — Ҡотләхмәтов Арыҫлан Мөбәрәк улы; 15 декабрь 1908 йыл5 май 1977 йыл — СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1941 йылдан —ВКП(б)/КПСС ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы. Башҡорт АССР-ының 1—5 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Арыҫлан Мөбәрәков
Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы
Рәсем
Затир-ат
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө2 (15) декабрь 1908
Тыуған урыныАсы ауылы, Өфө губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө5 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыныӨфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыныӨфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрөтеатр актёры, кино актёры, театр режиссёры, драматург
Эш урыныБашҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йортоӨфө сәнғәт училищеһы
Сәйәси фирҡә ағзаһыСоветтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы

РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Биографияһы

Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков 1908 йылдың 15 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[2] Асы ауылында тыуған.

1934 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында актёр, режиссёр, художество етәксеһе һәм директор булып эшләй. Оҫта 20-нән артыҡ спектакль ҡуя, улар араһында: Н. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Ғ. Әхмәтшиндың «Тальян гармун», Н. Нәжмиҙең «Яҙғы йыр», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын» һәм башҡалар.

Арыҫлан Мөбәрәковтың иң билдәле актёрлыҡ эштәре — драма һәм кинофильмдарҙа, шул иҫәптән Степан Злобин сценарийы буйынса режиссёр Яков Протазановтың «Салауат Юлаев» фильмындағы Салауат Юлаев роле.

Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле

Үҙ таланты менән ул Башҡортостан рухи яҡтан, үҙенең күренекле артистары менән көслө булыуын күрһәтте. Бөтә ғүмерен Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған мәшһүр шәхесебеҙҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында актёрҙың тыуған ауылы Асыла Арыҫлан Мөбәрәков музейы эшләй, Өфөнөң иң матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән, быйыл, ҡасандыр артист йәшәгән Ленин урамындағы 2-се йортта таҡтаташ асылды. Сибай башҡорт дәүләт драма театры Арыҫлан Мөбәрәков исемен йөрөтә, шулай уҡ театрҙа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. Мубаряков. А. К. Ленина улица, 2. Уфа:Китап, 1999, 137-138 с.

Фильмдар, видео

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә