Артюхов Александр Викторович

2015 йылдан «Берләштерелгән двигателдәр төҙөү корпорацияһы» акционер берекмәһенең генераль директоры

Артюхов Александр Викторович (20 июль 1970 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционер берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009). Почёт ордены кавалеры (2013).

Артюхов Александр Викторович
Рәсем
Затир-ат
Тыуған көнө20 июль 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыныУральск, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрөиҡтисадсы
Уҡыу йортоӨфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһыБерҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһыБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены

Биографияһы

Александр Викторович Артюхо́в 1970 йылдың 20 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Уральск ҡалаһында тыуған.

1988—1990 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «машиналар эшләүҙә иҡтисад, ойоштороу һәм механизация» һөнәре буйынса, 1998 йылда — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын «финанс менеджменты» һөнәре буйынса тамамлай.

Һөнәри эшмәкәрлеге

1993 йылдан 2005 йылға тиклем — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционер йәмғиәте генераль директорының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс бүлеге начальнигы.

2005—2006 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең башҡарыусы директоры;

2006—2011 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры;

2011—2015 йылдар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры;

Берекмә етәксеһе

Александр Артюхов етәкселек иткән «УМПО» Асыҡ акционер йәмғиәте — «Берләштерелгән двигателдәр төҙөү корпорацияһы» акционер берекмәһе структураһына ингән иң уңышлы эшләүсе предприятиеларҙың береһе. 2010 йылдан башлап һуңғы биш йыл эсендә берекмәнең тауар продукцияһын етештереү күләмдәре икеләтә арта. 2014 йылда етештереү күләме, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 7,1 млрд һумға артып, 42 млрд. 870 млн һум тәшкил итә (НДС-һыҙ), 2013 йылға ҡарата тауар продукцияһын сығарыуҙың үҫеш темпы — 110,6 %.Компания һигеҙ йыл рәттән корпорация предприятиелары араһында һатыуҙан алынған аҡса күләме буйынса 1-се урында бара. 2014 йылда был күрһәткес 48 млрд. 974 млн һум тәшкил итә. Етештереүҙең дөйөм күләмендә Дәүләт оборона заказының өлөшө 2013 йылдағы 36,2 проценттан 2014 йыл йомғаҡтары буйынса 42,5 процентҡа барып етә.

Ғаиләһе: өс ҡыҙы һәм улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009).
  • Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Рәхмәт хаты (2010).
  • Почёт ордены (2013).
  • Рәсәйҙең ФСВТС-һының Отличие билдәһе (2015).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2016).
  • «Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн» ордены (2017).
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә