Апитерапия

альтернатив медицина өлкәһе, умартасылыҡ продукттарын дауалау маҡсатында ҡулланыу

Апитерапия (лат. apis «бал ҡорто» һәм therapia «терапия») — традицион медицина өлкәһе, ә хәҙер альтернатив медицинаға ҡарай[1][2], умартасылыҡ продукттарын дауалау маҡсатында ҡулланыу.

Бал ҡорто, Apis mellifera
Бал ҡорттары баллы кәрәҙҙә

Тәү сиратта апитоксинотерапиянан (бал ҡорто ағыуын ҡулланыу), шулай уҡ бал терапияһынан, прополис терапияһынан, апилактерапиянан (инә ҡорт һөтө ҡулланыу), сәскә һеркәһен, балауыҙ һәм ҡорт үрсемен ҡулланыу[3]. Үле ҡорт, ҡорт һитәһе һәм бал мисәте лә ҡулланыла.

Һөҙөмтәлелеге

Нигеҙҙә, балды яраларҙы дауалауҙа ҡулланыу файҙаһы яҡшы иҫбатланмаған, шуға һөҙөмтәлелек тураһында һығымта яһап булмай[4][5][6][7].

2014 йылға ҡарата киҫкен һәм оҙайлы яраларҙы дауалауҙа ла балдың һөҙөмтәлелеге иҫбатланмаған[7].

Балдың ваҡ-төйәк бешкән урындарҙы тиҙерәк уңалтыу һәләтенә дәлилдәр бар[7].

Апитерапияның төрлө осраҡтағы потенциаль файҙаһы даими үткәрелә торған Кокран күҙәтеүҙәрендә күрһәтелгән .

Тарихы

Апитерапия тамырҙары боронғо замандарға китә, уның донъяла киң таралыу яулай. Ул Боронғо Мысыр һәм боронғо Ҡытайҙа билдәле була, уның тураһында Гиппократ һәм Гален яҙған, умартасылыҡ продукттарының дауалау һәләттәре Библияла һәм Ҡөрьәндә билдәләнә, ә 1888 йылда был өлкәлә тәүге клиник тикшеренеүҙәрҙең береһе — Австрия табибы Ф. Терчтың бал ҡортонан саҡтырып дауалауы тураһында яҙыла. Ф. Терчты «хәҙерге апитерапияның атаһы» тип атайҙар[8]. АҠШ-та «апитерапия атаһы» тип «Бал ҡорто ағыуы менән дауалау» (Bee venom therapy, 1935) тигән китаптың авторы Б. Ф. Бекты атайҙар[9]. Совет фәнни апитерапияһына нигеҙҙе ғалим Н. М. Артемов һала[10]:13. Уның был йүнәлештәге тәүге ғилми эше 1939 йылда баҫыла :658, ә ике йылдан уның «Бал ҡорто ағыуы, уның физиологик үҙенсәлектәре һәм терапевтик ҡулланылышы» (Мәскәү; Ленинград: СССР ФА нәшриәте, 1941) тигән монографияһы сыға[11]. Ул профессор Г. П. Зайцев менән бергә беренсе рәсми "Бал ҡортонан саҡтырыу юлы менән бал ҡорто ағыуын ҡулланыу буйынса ҡулланма"ны эшләй[12], был ҡулланма СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Ғилми медицина советында 1957 йылда раҫлана[13]. Профессор Н. М. Артемов тырышлығы менән 1971 йылдан алып Апимондияла апитерапия буйынса даими комиссия эшләй:13. Б. Н. Орлов (совет лидеры Л. И. Брежневты[14] бал ҡортонан саҡтырып дауалауҙа ҡатнаша) һәм Рәсәйҙә апитерапия буйынса хөкүмәт ведомство-ара координация советы етәксеһе итеп тәғәйенләнгән В. Н. Крылов[15] уның эйәрсендәре була. Бөтә Рәсәй апитерапевтар йәмғиәте В. А. Люсов ойоштора һәм уның беренсе президенты була[16][17].

Һуңғы йылдарҙа был өлкәлә тикшеренеүҙәр менән ҡыҙыҡһыныу үҫә.

Ҡулланыу

Халыҡ медицинаһында күп ауырыуҙарҙы умартасылыҡ продукттары менән дауалап була тип иҫәпләнә.Бал ҡорто ағыуы менән дауалау Азияла, Көнсығыш Европала һәм Көньяҡ Америкала киң таралған, ул терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, аутоиммун һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.Бал диетик аҙыҡ ҡына түгел, антиоксидант һәм микробтарға, бәшмәктәргә, вирустарға, микобактерияларға ҡаршы киң йоғонто даирәһенә эйә булған сара итеп тә ҡулланыла, йөрәк һәм тире ауырыуҙары менән көрәшкә лә ярай.Прополис антиоксидант, микробтарға, шешкә ҡаршы, кардиопротектор, иммунитетты нығытыу, антиангиоген һәләттәргә эйә.Дөйөм алғанда, умартасылыҡ продукттары антибактериаль әүҙемлеге менән айырылып тора, әммә уларҙың үҙенсәлектәре ботаник сығышына бәйле.

Тыйыуҙар

Умартасылыҡ продукттары килешмәгән кешеләргә апитерапия ҡулланыу тыйыла. Апитерапия ҡулланғанда аллергия реакцияһын иҫкәртеү өсөн, ул махсус әҙерлекле табип тарафынан үткәрелергә тейеш, шуның менән бергә умартасылыҡ продукттарын анафилаксия һирәк осрай.

Башҡортостанда апитерапия

Башҡортостанда апитерапия халыҡ медицинаһында борон замандарҙан бирле файҙаланылған. ХХ быуаттың 90‑сы йылдары башынан апитерапия сирҙәрҙе дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында ҡулланыла. Апитерапияны ҡулланыу ысулдары Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә, Башҡорт дәүләт аграр университетында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, «Прополис» ғилми-етештереү берләшмәһендә өйрәнелә [1](недоступная ссылка).

Башҡортостанда апитерапия мәсьәләләре менән шөғөлләнгән ғалимдар: Р. З. Исҡужин,Ә. М. Ишемғолов, Н. В. Хәйруллин, М. Ғ. Ғиниәтуллин, Ә. Ғ. Маннапов, Р. Т. Маннапова, И. В. Шафиҡов, Л. А. Лепилина, Ә. А. Бәкеров, Г. Х. Бәкерова [2](недоступная ссылка).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Виноградова Т. В., Зайцев Г. П. Пчела и здоровье человека. Москва, 1964.
  • Иойриш Н. П. Продукты пчеловодства и их использование. Москва, Россельхозиздат, 1976. — 175 с.
  • Кузьмина К. А. Лечение пчелиным медом и ядом / К. А. Кузьмина. — 10-е изд. — Саратов: Издательство Саратовского университета, 1988. — 96 с.
  • Лудянский Э. А. Руководство по апитерапии (лечение пчелиным ядом, медом, прополисом, цветочной пыльцой и другими продуктами пчеловодства) для врачей, студентов медицинских вузов и пчеловодов. Вологда : ПФ «Полиграфист», 1994. — 462 с. ISBN 5-86402-015-X
  • Хисматуллина Н. З. Апитерапия. — Пермь: Мобиле, 2005. — 296 с. — ISBN 5-88187-263-0. (Автор — к. м. н., заслуженный врач РФ.)
  • Новиков В. Б. Пчёлы, цветы и здоровье. Ярославль, 2007.
  • Омаров Ш. М. Апитерапия: продукты пчеловодства в мире медицины. — Ростов н/Д, 2009. — 351 с. — ISBN 978-5-222-15216-4.
  • Д-р наук проф. А. Е. Хомутов и др. Апитерапия. Монография. — Изд-во Нижегородского госуниверситета им. Лобачевского, 2014.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә