Анна де Ноай (франц. Anna de Noailles, тыуғанда исеме — Anna Elisabeth Bibesco-Bassaraba, Princess de Brancovan, кейәүҙә — Marquise Mathieu de Noailles, 15 ноябрь 1876, Париж — 30 апрель 1933, Париж) — француз шағирәһе, әҙәби салон хужабикәһе.
Румыния кенәзе Григорие Бибеску-Бранковяну һәм Греция княгиняһы Ралука Музуростың (Raluca Moussouros) ҡыҙы. Ралука Музурос билдәле пианист була, уның ата-бабалары араһында болгар Яңырыуы эшмәкәрҙәре Софроний Врачанский һәм Стефан Богориди бар.
Аннаның олатаһының ҡатыны княгиня Елена Бибеско XIX быуат аҙағында Париждың әҙәби һәм художестволы тормошонда күренекле роль уйнаған.
1897 йылда Анна маркиз де Ноайға кейәүгә сыҡҡан. Уларҙың йорто Париждың донъяуи һәм интеллектуаль үҙәге булғаню Пер-Лашез зыяратында ерләнгән.
Бер нисә шиғырҙар йыйынтыҡтары, өс роман, автобиография китаптары авторы. Символизмға яҡын булған. Уның шиғырҙарын 1901 йылда Сара Бернар башҡарған.
Ош урамындағы уның салонынжа башҡалар араһында артабанғы шәхестәр булған: Рейнальдо Ан, Поль Валери, Альфонс Доде, Макс Жакоб, Франсис Жамм, Андре Жид, Поль Клодель, Кокто, Колетт, Пьер Лоти, Габриэла Мистраль, Робер де Монтескью, Франсуа Мориак, Марсель Пруст.
Шағирә портретын артабанғы рәссамдар төшөргән: Жак-Эмиль Бланш, Антонио де ла Гандара, Кеес ван Донген, Филип Де Ласло, Игнасио Сулоага (ҡарағыҙ: [1] 2019 йыл 25 март архивланған.), Жан-Луи Форен.
1906 йылда уның скульптура портретын Роден яһаған.
1916 йылда Марина Цветаева уның Новое упование (1903) романын урыҫ теленә тәржемә иткән (1927 йылда Марина Цветаева авторға хат яҙған — уны бында уҡығыҙ: [2]). Шиғырҙарын Иван Тхоржевский, Всеволод Рождественский, Павел Лыжин, Юрий Корнеев һәм башҡалар урыҫ теленә тәржемә иткәндәр.
Һүҙлектәр һәм энциклопедиялар | |
---|---|
Норматив контроль | BAV: ADV12186989 · BIBSYS: 90086872 · BNC: a10983211 · BNE: XX1273883 · BNF: 11917766m · CiNii: DA0290385X · CONOR: 71644003 · GND: 118835394 · ICCU: BVEV010840 · ISNI: 0000000368645801, 0000000121442551 · LCCN: n50009071 · NDL: 00802923 · NKC: jn19990006146 · NLA: 35811124 · NLG: 122571 · NSK: 000492332 · NTA: 069704937 · NUKAT: n2005122672 · PTBNP: 103850 · LIBRIS: 213927 · SUDOC: 027048764 · VIAF: 95303465 |