Ауыл | |
Андреевка | |
Ил | РәсәйРәсәй |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Андреевка (рус. Андреевка) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 357 кеше[1].Почта индексы — 452814, ОКАТО коды — 80259870002.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
380 | ↗387 | ↘357 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатматөрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылға 1627 йылда Ҡазан даруғаһы территорияһында яһаҡлы удмурттар нигеҙ һалған.[4] Ауылда 1748 йылда 47 ир-ат йән иҫәпләнә. 1795 йылда 46 ир-ат һәм 46 ҡатын-ҡыҙ була.
1834 йылда VIII ревизияла 24 йорт хужалығы, 69 ир-ат һәм 79 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алына. Уларҙа 630 дисәтинә һөрөнтө ере, 84 ат, 108 һыйыр, 77 һарыҡ, 120 кәзәһе булған. Һыу тирмәне булған.[5]
1870 йылда — Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең 2-се станы Андреевка ауылында (Ноҡрат) удмурттарҙың 41 ихатаһы һәм 280 кеше (139 ир-ат һәм 141 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән. Халыҡ ауыл хужалығы, умартасылыҡ, йөк ташыу менән шөғөлләнгән.[6]
1896 йылда Бөрө өйәҙе VII станы Ҡыҙылъяр улусы Андреева ауылында (Ноҡрат) 74 йортта 450 кеше (226 ир-ат, 224 ҡатын-ҡыҙ) иҫәпләгән.[7]
1906 йылда 537 кеше, тимерсе цехы, тире эшкәртеү, аҙыҡ-түлек магазины булған.[4]
1912 йылда өйәҙҙә үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауыл Ҡыҙылъяр улусының Андреекав ауылы община составына ингән. Ауылда 605 кеше (307 ир-ат, 298 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән 95 керҙәш булған. Бүлеү ерҙәренең күләме 822 дисәтинә тәшкил иткән (шуларҙың 6-һы ҡуртымға бирелгән), шул иҫәптән 710 дисәтинә һөрөнтө ерҙәр һәм ятҡылыҡтар, 47,3 дисәтинә урман, 24 дисәтинә бесән, 20 дисәтинә усадьба ерҙәре, 14 дисәтинә уңайһыҙ ер һәм 6,7 дисәтинә көтөүлек. Шулай уҡ 461,67 дисәтинә ер ҡуртымға бирелгән. Сәсеү майҙаны 850,98 дисәтинә тәшкил итә, Шуларҙың 43,25 проценты — арыш, 33,05 % — һоло, 14,9 % — ҡара бойҙай, 3,2 % — киндер, 3,15 % — тары, 1,9 % — борсаҡ, башҡа культуралар сәсеүлек майҙанының 0,6 процентын биләй. Эре мөгөҙлө малдар: 272 ат, 235 эре мөгөҙлө мал, 505 һарыҡ һәм 11 кәзә була. 2 кеше һөнәрселек менән шөғөлләнгән.[8]
1920 йылда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ ауылда 103 йорт хужалығында 542 кеше йәшәгән (239 ир-ат, 303 ҡатын-ҡыҙ),[9] йорт хужалығы иҫәбе буйынса — 515 удмурт, 76 татар һәм 105 3 урыҫ.[10] 1926 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡыҙылъяр улусына ҡарай.[9]
1939 йылда Яңауыл районы Черман ауыл советы, Андреевка ауылында 541 кеше йәшәй (238 ир-ат, 303 ҡатын-ҡыҙ).[11]
1951 йылда Ямаҙы ауыл советы составына Чермановка ауыл советы составына индерелә.[12] 1959 йылда Ямаҙы ауыл советы, Андреевка ауылында 547 кеше йәшәй (230 ир-ат, 317 ҡатын-ҡыҙ),[13] 1970 йылда — 627 кеше (266 ир-ат, 361 ҡатын-ҡыҙ).[14]
1979 йылда 544 кеше йәшәй (234 ир-ат, 310 ҡатын-ҡыҙ),[15] һәм 1989 йылда 439 кеше йәшәй (196 ир-ат, 243 ҡатын-ҡыҙ).[16]
2002 йылда 380 кеше (181 ир-ат, 199 ҡатын-ҡыҙ), удмурттар (87 %)[2].
2010 йылда 357 кеше (166 ир-ат, 191 ҡатын-ҡыҙ).[2]
Ауылда клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[17], һуңғы ваҡытҡа тиклем башланғыс мәктәп эшләгән.[4]
![]() | Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() | Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() | Проект «Башҡортостан ауылдары» |