Алуф Мария Александровна

Алуф Мария Александровна (ҡыҙ фамилияһы Крылова; 13 ғинуар 1901, Кострома, Кострома губернаһы, Рәсәй империяһы6 ноябрь 1964, Ҡазан, Татар АССР-ы, РСФСР, СССР) — СССР фармакологы, доцент, медицина фәндәре кандидаты (1936), Ҡазан дәүләт медицина институты (1936—1939, 1941—1959) һәм стоматология институтының (1936—1948) фармакология кафедраһы мөдире.

Алуф Мария Александровна
Затҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө13 (26) ғинуар 1901
Тыуған урыныКострома, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө6 ноябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыныҠазан, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрөФармакология
Эш урыныҠазан (Волга буйы) федераль университеты
Ҡазан дәүләт медицина университеты
Уҡыу йортоҠазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми исемедоцент[d]
Ғилми дәрәжәмедицина фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

Крылова Мария Александровна (Алуф) 1901 йылдың 13 (26) ғинуарында Костромала тыуа[1][2]. Чиновниктар ғаиләһенән[1]. Атаһы — Александр Иванович, гимназия уҡытыусыһы, дин әһеле. Әсәһе — Анна Константиновна (кейәүгә тиклем Серафимова), епархиаль училищены тамамлай, уҡытыусы. Ғаиләлә һигеҙ бала була. Ата-әсәһе граждандар һуғышы йылдарында вафат була — әсәһе скарлатина эпидемияһы ваҡытында, атаһы йөрәк өйәнәгенән һуң[3]. Һеңлеһе — Нина Александровна (1910—1998), ветеринария фәндәре докторы (1953), профессор (1955), ТАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973), профессор Г. К. Дьяконовтың ҡатыны, профессор С. Г. Дьяконовтың әсәһе[4][3].

Атаһы хеҙмәте буйынса Вятка губернаһына күсерелгәндән һуң, Мария 1919 йылда Яранскта гимназияның туғыҙ синыфын тамамлай[5][3]. 1920 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының медицина факультетына уҡырға инә, уны 1925 йылда тамамлай[5][6]. Уҡыу ваҡытында физиология һәм фармакология кафедраһында эшләй һәм 1923 йылда ваҡытлыса ассистент вазифаһын башҡара, ә белем алғас фармакология кафедраһы ҡарамағында штатлы ассистент булып ҡалдырыла[7][5]. Ошо ваҡытта профессор С. И. Алуф (1883-1935) менән таныша, аҙаҡ уға кейәүгә сыға[8][3]. 1936 йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Действие на изоли­рованное сердце лягушки жидкости, пропущенной через изолированную конечность кошки» темаһы буйынса диссертация яҡлай[7][9]. 1937 йылда фармакология кафедраһы доценты дәрәжәһенә һәм вазифаһына раҫлана[7][10].

1936—1939 һәм 1941—1959 йылдарҙа Ҡазан медицина институтының фармакология кафедраһы мөдире була, ә 1936—1948 йылдарҙа Ҡазан стоматология институтының фармакология кафедраһы менән етәкселек итә[6][10][11][12]. Әүҙем йәмәғәт эше алып бара, СССР Фәндәр академияһының органик химия институты, Татар аптека идаралығы һәм Ҡазан химия фармакология заводы консультанты, республика Фармацевтары йәмғиәтенең һәм Ғалимдар йорто идаралығының ағзаһы, Табиптар йәмғиәтенең физиология бүлеге, СССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты фармакология комитетының рәйесе урынбаҫары һәм Татарстан һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты ғилми медицина советы ҡарамағында дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары[13][1]. Кафедрала эшләү осоронда хеҙмткәрҙәрҙең ныҡлы коллективын ойоштора. Яҡшы лектор булараҡ, студенттар менән практик дәрестәр алып бара, уларҙы практик фармакологияға йәлеп итә. Кафедра мөдире булараҡ шулай уҡ үҙ хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы була, уларға төрлө ярҙам күрһәтә[13].

М.А.Алуфтың ҡәбер ташы.

Фәнни тикшеренеүҙәрендә дөйөм фармакология мәсьәләләренә, дарыу матдәләренең антагонизм һәм синергизмына, уларҙы әҙерләү ысулдарына акцент яһай. Артабан үҫемлек һәм синтетик сығышлы яңы дарыу препараттарының сығанаҡтарын өйрәнеүгә күсә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа урындағы сеймалдан алынған препараттарҙы һынау һәм дефицит дарыуҙарҙы төрлө алыштырырлыҡтарҙа махсуслаша[13][2]. Алуф ватан дарыу флораһын популярлаштырыу буйынса әүҙем эшләй, атап әйткәндә, 1943 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән «Справочник по лекарственным травам» хеҙмәтен төҙөүселәрҙең береһе була[13][2]. Һуғыш ваҡытында эше өсөн «19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[13][2]. 1950 йылдар башынан үҙенең фәнни эшен Ҡазандың химия лабораторияларында химик синтез продукттарын - барыһынан да элек фосфорорганик ҡушылмаларҙы алыуҙы өйрәнеү өлкәһендә туплай.[13][1]. Был ваҡытта ул медицина практикаһына ингән глаукоманы дауалау өсөн тәғәйенләнгән «армин» исеме аҫтында препарат эшләй.[13][2]. Биш фән кандидаты әҙерләй, уның етәкселегендә 50-нән ашыу фәнни эш баҫылып сыға[13].

Мария Александровна Алуф 1964 йылдың 6 ноябрендә ауыр һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң 63 йәшендә вафат була[13][2]. Ире менән бер ҡәберҙә Арча зыяратында ерләнә[14][3].

Билдәле адрестар

  • Ҡазан, Максим Горький урамы, 26 -сы йорт, кв. 4.[15]

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә