Солженицын Александр Исаевич

(Александр Солженицын битенән йүнәлтелде)

Солженицын Александр Исаевич (11 декабрь 1918 йыл, Кисловодск, Терск өлкәһе, РСФСР[К 1] — 3 август 2008 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — СССР-ҙа, Швейцарияла, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә йәшәгән һәм эшләгән урыҫ яҙыусыһы, драматург, эссеист-публицист, шағир, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре.

Солженицын Александр Исаевич
рус. Александр Исаевич Солженицын
Рәсем
Ҡултамға
Затир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүеСССР
Тыуған көнө11 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[4][1][5][…]
Тыуған урыныКисловодск, Совет Рәсәйе[4]
Вафат булған көнө3 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[6][4][1][…] (89 йәш)
Вафат булған урыныМәскәү, Рәсәй[4]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбейөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыныМәскәүҙәге Дон зыяраты[d][7]
Ҡәбере һүрәте
АтаһыИсаакий Семёнович Солженицын[d][8]
ӘсәһеТаисия Захаровна Щербак[d][8]
Хәләл ефетеНаталия Дмитриевна Солженицына[d] һәм Решетовская Наталья Алексеевна[d]
БалаларыИгнат Александрович Солженицын[d]
Туған телурыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр телеурыҫ теле
Место содержания под стражейЛефортово төрмәһе[d] һәм Лубянкалағы дәүләт именлеге органдары бинаһы[d]
Һөнәр төрөяҙыусы, тарихсы, романист, сценарий яҙыусы, драматург, шағир, йәмғиәт эшмәкәре, прозаик, публицист, мәктәп уҡытыусыһы, хәрби хеҙмәткәр, военный активист, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрөГУЛАГ
Уҡыу йортоРостов дәүләт университеты
Кемдә уҡығанМордухай-Болтовской, Дмитрий Дмитриевич[d]
Хәрби званиеөлкән лейтенант[d] һәм Капитан
Һуғыш/алышБөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһыСССР Яҙыусылар союзы, Сербия фәндәр һәм сәнғәттәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы[9], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Бавария сәнғәт академияһы[d]
Сәйәси идеологияленинизм[d]
Жанрповесть[d], хикәйә, публицистика[d], эссе[d], роман, Бәләкәс кенәләр, лексикография һәм Миниатюра[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәрГУЛАГ архипелагы
Рәсми сайтsolzhenitsyn.ru
solzhenitsyncenter.org
Нарративная рольглавный персонаж[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыKeston Center for Religion, Politics, and Society[d][2]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Досье вШвейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
 Солженицын Александр Исаевич Викимилектә

Төп әҫәрҙәре — «Архипелаг ГУЛАГ», «В круге первом», «Красное колесо», «Матренин двор», «Один день Ивана Денисовича», «Раковый корпус»[11][12].

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1970). Тарих-филология фәндәре бүлексәһе буйынса РФА академигы (1997). Бер нисә тиҫтә йыл дауамында (1960—1980 йылдарҙа) коммунистик идеяларға, СССР-ҙың сәйәси ҡоролошона һәм уның властары алып барған сәйәсәткә ҡаршы әүҙем сығыш яһай.

Киҫкен ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр күтәргән әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш, XIX—XX быуаттарҙағы Рәсәй тарихы буйынса художзество-публицистик әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулай.

Биографияһы

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Александр Исаевич (Исаакиевич[К 2][13]) Солженицын 1918 йылдың 11 декабрендә Кисловодскиҙа (хәҙер Ставрополь крайы) тыуа. Кисловодскиҙың Изге дауалаусы Пантелеймон ҡорамында суҡындырылған[К 3].

Атаһы — Исаакий Семенович Солженицын (1891—1918), Төньяҡ Кавказдың рус крәҫтиәне. Әсәһе — Таисия Захаровна Щербак (1894—1944), украин, Кубандағы Таврияның чабан-батрагынан үҙенең аҡылы һәм хеҙмәте ярҙамында бай экономия хужаһы дәрәжәһенә күтәрелгән кешенең ҡыҙы[К 4] (ҡара: Новокубанск). Ата-әсәһе Мәскәүҙә уҡығанда таныша һәм күп тә тормай өйләнешәләр. Исаакий Солженицын Беренсе донъя һуғышы ваҡытында доброволец булып фронтҡа китә һәм офицер була. Ул улы тыуғанға тиклем, 1918 йылдың 15 июнендә, демобилизациянан һуң, һунарҙағы бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк була. «Красное колесо» эпопеяһында Сана (Исаакий) Лаженицын итеп һүрәтләнә (ҡатынының — яҙыусының әсәһе хәтирәләре буйынса)[К 5]

1917 йылғы революция һәм Граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә ғаилә ярлылана[К 6], һәм Солженицын әсәһе менән 1924 йылда Дондағы Ростовҡа күсә. 1926—1936 йылдарҙа 15-се (Малевич) мәктәптә уҡый. Фәҡирлектә йәшәйҙәр.

1917 йылғы революция тураһында ҙур роман яҙырға уйлай. Бәләкәй кластарҙа суҡындырылған тәре таҡҡаны һәм пионерҙар сафына инергә теләмәгәне өсөн кәмһетеүҙәргә дусар була, сиркәүгә йөрөгәне өсөн киҫәтеү ала[14]. Мәктәп йоғонтоһонда коммунистик идеологияны ҡабул итә, 1936 йылда комсомолға инә. Өлкән кластарҙа әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, эссе һәм шиғырҙар яҙа башлай; тарих, йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһына. 1937 йылда 1917 йылғы революция тураһында ҙур роман яҙыу тураһында уйлай.

1936 йылда Ростов дәүләт университетына уҡырға инә. Әҙәбиәтте төп һөнәр итергә теләмәйенсә, физика-математика факультетын һайлай. Мәктәп һәм университет дуҫы хәтирәләре буйынса, «… математикка күңел талабы буйынса түгел, ә физматта белемле һәм ҡыҙыҡлы уҡытыусылар булғанға ғына уҡыны»[14]:136. Шундайҙарҙың береһе Д. Д. Мордухай-Болтовской була[К 7]. Университетта Солженицын «бик яҡшы» өлгәшә (Сталин стипендиаты), әҙәби күнекмәләрен дауам итә, университеттағы дәрестәрҙән тыш үҙ аллы тарихты һәм марксизм-ленинизмды өйрәнә. 1941 йылда университетты отличие менән тамамлай, уға математика һәм уҡытыу өлкәһендә II разрядлы фәнни хеҙмәткәр квалификацияһы бирелә. Деканат уны ассистент вазифаһына йәки аспирантураға тәҡдим итә.

Әҙәби эшмәкәрлеге башында уҡ Беренсе донъя һуғышы һәм революция тарихы менән етди ҡыҙыҡһына. 1937 йылда «Самсонов һәләкәте» буйынса материалдар йыя башлай, «Ун дүртенсе йылдың авгусы» әҫәренең тәүге главаларын яҙа (ортодоксаль коммунистик күҙлектән). Театр менән ҡыҙыҡһына, 1938 йылда Ю. А. Завадскийҙың театр мәктәбенә имтихандар тапшырып ҡарай, әммә уңышһыҙ. 1939 йылда Мәскәүҙә Философия, әҙәбиәт һәм тарих институтының әҙәбиәт факультетына ситтән тороп уҡырға инә. 1941 йылда башланған Бөйөк ватан һуғышы арҡаһында уҡыуы өҙөлә..

1939 йылдың авгусында дуҫтары менән Волга буйлап байдаркала сәйәхәт ҡыла. Яҙыусының ошо ваҡыттан алып 1945 йылдың апреленә тиклемге тормошо «Дороженька» (1947—1952) автобиографик поэмаһында һүрәтләнә.

1940 йылдың 27 апрелендә Наталья Решетовскаяға өйләнә.

Һуғыш ваҡытында

Бөйөк Ватан һуғышына Солженицынды шунда уҡ алмайҙар, сөнки һаулығы буйынса «хәрби хеҙмәткә яраҡлылығы сикләнгән» була. Фронтҡа эләгергә тырыша[15]. 1941 йылдың сентябрендә ҡатыны менән бергә Ростов өлкәһенең Морозовск мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә, әммә 18 октябрҙә Морозовск хәрби комиссариаты тарафынан 74-се егеүле транспорт батальонына тәғәйенләнә[14]:904.

1941—1942 йылғы йәй ваҡиғаларын «Люби революцию» (1948) тамамланмаған повесында һүрәтләй.

Хәрби училищеға алыуҙарын юллай, 1942 йылдың апрелендә Костромаға[К 8] артиллерия училищеһына ебәрелә; 1942 йылдың ноябрендә лейтенант званиеһы алып сыға һәм Саранск ҡалаһына артиллерия инструменталь разведка дивизионын формалаштырыу буйынса запастағы артиллерия разведка полкына ебәрелә.

1943 йылдың мартынан ғәмәлдәге армияла. Үҙәк һәм Брянск фронттарының 63-сө армияһы 44-се пушка артиллерия бригадаһының (ПАБР) 794-се айырым армия разведка артиллерия дивизионының 2-се тауышлы разведка батареяһы командиры була.

1943 йылдың авгусында лейтенант Солженицын Малиновец — Сетуха — Оло Малиновец участкаһында дошмандың төп артиллерия төркөмөн һәм маскировкаланған өс батареяһын асыҡлауы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

1943 йылдың 15 сентябрендә өлкән лейтенант дәрәжәһе бирелә.

1944 йылдың яҙында 48-се Белоруссия фронтының 2-се армияһы 68-се Севск-Речинцк пушка артиллерия бригадаһының тауышлы разведка батареяһы командиры. Орёлдан[16] алып Көнсығыш Пруссияға тиклем хәрби юл үтә[К 9]..

1944 йылдың 7 майынан — капитан[14]:906.

1944 йылдың 8 июленән дошмандың ике батареяһын асыҡлаған һәм уларға ут асыуҙы корректировкалап, юҡ иткән өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[17].

Фронтта, тыйыуға ҡарамаҫтан, көндәлектәр алып бара. Күп яҙа, әҫәрҙәрен Мәскәү әҙәбиәтселәренә рецензияға ебәрә.

Ҡулға һәм һаҡ аҫтына алыныуы

Файл:Solzhenitsyn-obysk.jpg
Солженицынды тентеү (ҡуйылыш фотоһы; Джамбул өлкәһе, Кок-Терек ауылы, март 1953)[18].

Ҡулға алыу һәм хөкөм

Солженицын фронтта ла йәмәғәт тормошо менән ҡыҙыҡһыныуын дауам итә, Сталинға тәнҡит менән ҡарай («ленинизмды боҙғаны» өсөн); элекке дуҫы Николай Виткевичҡа яҙған хаттарының береһендә "Пахан"ды (уның Сталин икәнлеге төҫмөрләнә) һүгә, шәхси әйберҙәре араһында Виткевич менән берлектә төҙөгән "резолюция"ны һаҡлай. Унда Сталин урынлаштырған тәртиптәр крепостной хоҡуҡ менән сағыштырыла һәм һуғыштан һуң «ленин» нормаларын тергеҙеү буйынса ойошма төҙөү тураһында һүҙ бара.

Хаттар хәрби цензурала шик тыуҙыра. 1945 йылдың 2 февралендә телеграф аша СССР-ҙың «Смерш» НКО-һы Баш контрразведка идаралығы начальнигы урынбаҫары генерал-лейтенант Бабичтың кисекмәҫтән Солженицынды ҡулға алыу һәм Мәскәүгә оҙатыу тураһындағы 4146 һанлы күрһәтмәһе килә. 3 февралдә армия контрразведкаһы 2/2 № 3694-45 тикшереү эшен башлай. 9 февралдә Солженицын штаб бинаһында ҡулға алына, капитан хәрби дәрәжәһенән мәхрүм ителә һәм Мәскәүгә, Лубянка төрмәһенә оҙатыла. Һорау алыуҙар 1945 йылдың 25 февраленән 20 майғаса дауам итә (тәфтишсе — идаралығының СССР НКГБ-ның 2-се идаралығының XI бүлеге 3-сө бүлексәһенең начальник ярҙамсыһы, дәүләт именлеге капитаны Езепов).

Иҫкәрмәләр

Аңлатма

Сығанаҡтар

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә