Айдын

Айдын (төр. AydınAydın, грек. Αϊδίνιο) — Көнбайыш Төркиә ҡалаһы, Айдын провинцияһының административ үҙәге.

Айдын
төр. Aydın
Рәсем
Рәсми атамаһыAydın
Рәсми телТөрөк теле
Дәүләт Төркиә
Административ үҙәгеАйдын[d]
Административ-территориаль берәмекАйдын[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+3:00[d]
Халыҡ һаны259 027 кеше (2022)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек65 метр
Туғандаш ҡалаБөгөлмә ҡалаһы, Гавр, Монтро-Фо-Йонна[d] һәм Манчестер[d]
АлыштырғанТраллы[d]
Майҙан1582 км²
Почта индексы09 000
Рәсми сайтaydin.bel.tr
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр67 891
Урындағы телефон коды256
Номер тамғаһы коды09
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыQ32733453?
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Aydın[d]
Карта
 Айдын Викимилектә

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Ҡала боронғо Лидия батшалығы территорияһында урынлашҡан. V быуаттың икенсе яртыһында бында төҙөүсе Анфимий тыуған. Ул антик математигы Исидор Милетский менән бергә Консиантинополдә София соборын төҙөй.

Ҡала (хәҙерге Айдын тирәһе) антик осоронан алып Тралла (һ. б.-грек. бор. грек. Τράλλεις) исеме аҫтында билдәле. XIII быуаттан башлап ҡала Гюзельхисар (матур ҡәлғә) төрки атамаһы аҫтында билдәле. XIV быуат башында, византия ҡалаһын төрки ҡәбиләләре баҫып алғандан һуң, ҙур булмаған бейлек (кенәзлек) башлығы Айдын ҡаланы үҙ исеме менән атай.

Айдын башында әмир Умур торған көслө пират дәүләте була.

1912 йылда бында — 46 578 төрөк кешеһе, гректар — 982 19 кеше, йәһүдтәр — 1890 кеше йәшәй[2]

1922 йылға тиклем гректар халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә (ҡара: Смирна ҡырылышы).

XIX быуат аҙағында Траллала хәҙер иң билдәле боронғо грек музыка һәйкәлдәренең береһе булған Сейкил сколийы (эпитафия) табыла.

География

Айдын Оло Мендерес (элек — Меандр) йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан — ул Кесе Азияның көнбайышындағы мөһим йылға. Айдындан биш саҡрым көньяҡтараҡ Чина йылғаһы аға. Төньяҡта, ҡала янында, Айдын тауҙары урынлашҡан, уның иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә тора.

E87 (O31) автомобиль трассаһы ҡаланы Эгей диңгеҙе яр буйы ҡалалары менән тоташтыра һәм ҙурлығы буйынса Төркиәнең өсөнсө ҡалаһы Измир менән тоташтыра.Трасса Айдын тауҙарын киҫеп үтә, унда заманса тоннель төҙөлгән. Көнсығыш йүнәлештә трасса Денизлиға һәм артабан Антальяға — төрөк Ривьераһына (курортына) алып бара.

Климаты

Айдында йәй бик эҫе була, йыл әйләнәһенә тиерлек юғары температура һаҡлана.

Иҡтисады

Һыу яҡынлығы арҡаһында төбәк боронғо замандарҙан уҡ муллыҡ менән данлыҡлы.Бөгөнгө көндә киң таралған культураһы — дөгө, төбәк шулай уҡ башҡа ауыл хужалығы культураларын да үҫтерә, бында шулай уҡ еңел сәнәғәт үҫешкән.

Был районда баҡыр рудаһы, тимер, мышаяҡ, лигнит ятҡылыҡтары барлығы тураһында мәғлүмәт бар.

Айдын янында боронғо Тралла һәм Магнесия ҡалаларының емереклектәре бар. Төбәктә шулай уҡ туристар өсөн ҡыҙыҡлы башҡа тарихи һәйкәлдәр ҙә күп[3].

Туғанлашҡан ҡалалар

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

  • Официальный сайт Айдына
  • Айдын // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә