Австралия футболы

Австралия футболы (Aussie Rules йәғни Footy) — туп менән командалы спорт төрө.

Австралия футболы

Австралия футболын XIX быуат уртаһынан алып уйнайҙар. Был уйын иң динамикалы командалы уйын тип һанала. Матчта туҡтауҙар бик һирәк була, судья хатта уйында уйынсыларҙың береһе йәрәхәтләнһә лә уны туҡтатмай.

Австралия футболы — трибуналарҙа тамашасылар иҫәбе буйынса донъяла өсөнсө командалы спорт төрө. Австралия футбол лигаһы матчының уртаса йөрөшө 33,5 мең кеше тәшкил итә[1]

Ҡағиҙәләре

Австралия футболы өсөн майҙан

Һәр бер команданың маҡсаты — туп менән майҙан буйлап йөрөп, ярышташ команданың ҡапҡаһына индереп мөмкин тиклем күп мәрәйҙәр алыу. Һәр бер команданың бер береһендә урынлашҡан икешәр ҡапҡаһы була, ҙур ҡапҡаға гол өсөн 1 мәрәй, ә аяҡ менән эске тар ҡапҡаға гол өсөн 6 мәрәй бирелә. Ҡапҡаларҙың бейеклеге сикләнмәгән. Ҡулда туп менән 10 аҙымға тиклем йүгерергә мөмкин, бынан һуң тупты йә бер кемгә бирергә, йә тупты ергә бәреп артабан хәрәкәт итергә мөмкин. Тупты төрлө йүнәлештә аяҡ йәки ҡул менән тапшырырға мөмкин. Әгәр ҙә пас аяҡ менән иреп уны алыусы ҡул менән тота алһа, был уйынсы ирекле тибеүгә дәғүә итә ала. Әгәр ҙә туп өсөн көрәштә ул уйынсылар менән ергә ҡыҫылһа, судья көрәште туҡтата һәм шунда уҡ тупты ергә көслө итеп һуғып уйынға ебәрә. Әгәр ҙә туп майҙандың сигенә сыҡһа, тупты уйынға шулай уҡ судья майҙанға арты менән тороп һәм үҙенең башы аша ташлап индерә.

Һәр бер командала 18-әр уйынсы. Майҙаны овал рәүешендә булған һәм ул ҙур үлсәмдәргә эйә: оҙонлоғо — 185 м, киңлеге — 155 м. Ҡапҡалар янында 50-ярдлы зона урынлашҡан, бында тупты ҡағиҙәләрҙе боҙмайынса алған уйынсыға һөжүм итергә тыйыла. Туп овал рәүешендә, уртаса ауырлығы яҡынса 670 г. Матч 20 минутлыҡ дүрт бүлектән тора. Көс менән ҡаты көрәш рөхсәт ителә.

Матч дауамында уйынсылар уртаса 20—22 км йүгерәләр, сағыштырыр өсөн ябай футболда — яҡынса 9 км.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Был спорт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк.

🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә