Абинск

Аби́нск — Рәсәйҙең көньяғында, Краснодар крайында урынлашҡан ҡала. Абинск муниципаль районының административ үҙәге һәм уның эсендә Абинск ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә[2].

Ҡала
Абинск
ҡала үҙәге
ФлагГерб
ФлагГерб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Краснодар крайы

Муниципаль район

Абинск

Община

Абинск

Координаталар

44°52′00″ с. ш. 38°10′00″ в. д.HGЯO

Ҡала биләмәһе башлығы

Савельев Алексей Анатольевич

Нигеҙләнгән

1863 йыл

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1834 йыл

Элекке исеме

1863 йылға тиклем — Абинское укрепление
1962 йылға тиклем — станица Абинская

Ҡала с

[[1963 йылдан]]

Бейеклеге

41 м

Климат тибы

уртаса

Халҡы

37 415[1] кеше (2016)

Милли состав

рустар, әрмәндәр, украиндар, гректар

Этнохороним

абинча́не, абинча́нин, абинча́нка

Телефон коды

+7 86150

Почта индексы

353320 — 353323

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

03 201 501 000

Код ОКТМО

03 601 101 001

Номер в ГКГН

0011965

Рәсми сайт

abinskcity.ru

Абинск (Рәсәй)
Абинск
Абинск
Абинск (Краснодар крайы)
Абинск

Этимологияһы

Атамаһы Абин йылғаһының гидронимынан килә, ул, үҙ сиратында, боронғо черкес этнонимы абиндан килеп сыҡҡан[3]. Гидронимдың тағы бер аңлатмаһы бар — абазин теленән абна — «урман» тигәнде аңлата[4].

Географияһы

Кубань-Аҙау буйы тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә, Абин йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡала аша "КраснодарНовороссийск" шоссеһы үтә. Краснодар ҡалаһына тиклем — 80 км, Крымскиға тиклем — 12 км. Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Абинск тимер юлы станцияһы бар[2].

Климат

Абинск ҡалаһының климаты уртаса континенталь. Абинскиҙа йәй башы майҙың 1-се декадаһына тура килә. Йәй һауаның уртаса температураһы +25 °C етә, иң эҫе айҙарҙа +35 °C тиклем күтәрелә. Ҡышын йыш епшек көндәр күҙәтелә. Абинскиҙа ҡыш декабрҙең һуңғы биш көнөндә килә. Көҙгө айҙарҙа Абинскиҙа йыш ҡына юғары температура күҙәтелә — +30 °C тиклем, был курорт миҙгеленең оҙайлығын кәмендә 8 айға тиклем еткерә. Йылына 650 мм-ға тиклем яуым-төшөм яуа.

Тарихы

1834 йылда натухайҙар ауылы урынында генерал-лейтенант А. А. Веляминов Абинск нығытмаһын (Абинск ҡәлғәһе) төҙөй.

1862 йылдың май аҙағында Натухай округында Аҙау һәм Кубань казак ғәскәрҙәре көстәре менән П. Д. Бабич етәкселегендәге Адагум отряды ҡатнашлығында 11 яңы станица төҙөлә башлай. Уларҙың яртыһы элекке нығытмалар Варениковская, Гостагаевская, Раевская, Новороссийская, Неберджаевская, Крымская урындарында төҙөлгән.

Абинская станицаһына 1863 йылда аҙау казактары нигеҙ һала[5]. Бында декабристар А. А. Бестужев-Марлинский, А. И. Одоевский, П. А. Катенин һөргөндә булалар. Кубань өлкәһенең Темрюк бүлегенә кергән була[6].

1914 йылдан 1919 йылға тиклем станицала ат йөрөткән тимер юлы системаһы эшләй.

1918 йылдың 10 ғинуарында митингтан һуң большевиктар Абинскиҙа хәрби-революцион комитет ойоштора. 6 айҙан һуң ҡаланы аҡ гвардиясылар ала. 1920 йылда большевиктар яңынан Абинская станицаһын үҙ контроле аҫтына ала.

1962 йылдың 7 декабрендә станица эшселәр ҡасабаһы статусын һәм Абинский исемен ала, 1963 йылдың 23 октябрендә ҡасаба район буйһоноуындағы ҡала статусын һәм Абинск исемен ала[7][8].

Халҡы

1908 йылда Абинская станицаһында 1369 йорт хужалығы була, унда 13 345 кеше йәшәй[9]

Халыҡ иҫәбе
1959[10]1967[10]1970[11]1979[12]1989[13]1992[10]1996[10]1998[10]2000[10]2001[10]
14 75022 00021 22225 25129 18230 60034 10034 50034 90035 000
2002[14]2003[10]2005[10]2006[10]2007[10]2008[10]2009[15]2010[16]2011[10]2012[17]
33 73433 70033 80033 70033 80034 20034 40534 92834 90035 449
2013[18]2014[19]2015[20]2016[1]
35 92136 60736 98637 415


2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 426 Рәсәй Федерацияһының 1112[21] ҡалаһы араһында [22] 375-се урында була

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:[23]

ХалыҡҺаныБөтә халыҡ иҫәбенән өлөшө, %
рустар28 74782,30 %
әрмәндәр18645,34 %
украиндар7152,05 %
гректар4921,41 %
татарҙар3961,13 %
башҡалар8922,55 %
милләте күрһәтелмәгән18225,22 %
бөтәһе34 928100,0 %

Иҡтисады

  • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте: аҙыҡ-түлек эшкәртеү заводы, май заводы.
  • Төҙөлөш материалдары етештереү.
  • ЯСЙ «Абинск электрометаллургик заводы».
  • Мебель фабрикаһы
  • "НИВА" кирбес заводы
  • Ҙур энергорайонды (Новороссийск һәм уның тирә-яғы) электр тәьминәте үҙәге — ПС 500 кВ. Кубанская.

Районда иген культуралары (башлыса дөгө) үҫтереү, малсылыҡ, ҡошсолоҡ (шул иҫәптән дөйәғоштар), нефть сығарыу үҫешкән, терегөмөш ятҡылыҡтары бар.

Мәғариф

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары
  • 1-се балалар баҡсаһы
  • Дөйөм үҫешеүсе 2-се «Казачок» балалар баҡсаһы
  • 4-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 5-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы "Улыбка"
  • 7-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 31-се дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • 33-сө дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
  • Дөйөм үҫешеүсе 34-се «Золотой ключик» балалар баҡсаһы
  • 39-сы «Аистёнок» ҡатнаш балалар баҡсаһы
  • 43-сө дөйөм үҫешеүсе балалар баҡсаһы
Урта белем биреү учреждениелары
  • 1-се урта мәктәп
  • 2-се махсус коррекция дөйөм белем биреү интернаты
  • 3-сө урта мәктәп
  • 4-се урта мәктәп
  • 38-се урта мәктәп
Башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары

Ахтыр техник училище Профи Альянс

Урта һөнәри белем биреү учреждениелары

Анапа сәнәғәт колледжы филиалы

Өҫтәмә белем биреү ойошмалары
  • "Виктория" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • "Спартак" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • "Юность" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе
  • Балалар ижады йорто
  • Балалар музыка мәктәбе
  • Балалар сәнғәт мәктәбе
  • "Патриот" кластан тыш эштәр үҙәге

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битИкенсе донъя һуғышыВикипедияРәсәй Федерацияһының социаль картаһыМахсус:ЭҙләүВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуАрыҫлан петроглифтарыВикипедия:ТасуирламаЭҙләүҙе оптималлаштырыуВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәЕнси актВикипедия:ҠоролтайҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүЯпония әҙәбиәтеМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрБашҡортостан автономияһыБашҡортостанЭкватор ГвинеяһыВикипедия:Һайланған мәҡәләләрФутбол буйынса Европа чемпионатыВикипедия:Алфавитлы күрһәткес28 ноябрьГеорг Вильгельм Фридрих ГегельМетеорологияФекерләшеү:Баш битАсыҡ контентПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградалары14 февральВикипедия:КатегорияНью-ЙоркПроект:МириадаКатегория:Ҡалыптар:ҺылтанмаларҠыҙыл төҫ28 майПроект:1000 әһәмиәтле мәҡәләВикиБашҡорт алфавиты