Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы
Йырсы, композитор, журналист
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы (15 март 1957 йыл) — журналист, йырсы, композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Абдуллина Нурия Насибулла ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | журналист, йырсы |
Биографияһы
Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай[1].
Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай.
1994 йылдан Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында музыка кабинеты методисы булып эшләй.
1996 йылда «Башҡортостан» ДТРК-һына радио дикторы итеп ҡабул ителә.
Йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге йәш башҡарыусылар конкурстары лауреаты
- Нефтекама ҡалаһында үткәрелгән «Дуҫлыҡ йыры» конкурсы дипломанты
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Беҙҙең кумирҙар (башҡ.). «Йәшлек» газета сайты (29 ноябрь 2013). Дата обращения: 16 март 2018.
- Сәриә РАМАЗАНОВА. “Көҙ миҙгеле танһыҡ миңә” (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите сайты (29 май 2012). Дата обращения: 16 март 2018. 2018 йыл 21 март архивланған.
Видеояҙмалары
- YouTube сайтында Видео Ағиҙелгә ай төшкән
- YouTube сайтында Видео Ғүмер үтә
- YouTube сайтында Видео Ҡайтайым ауылыма
- YouTube сайтында Видео Тыуған көнөң менән
- https://ok.ru/video/3417901113 Әүлиә шишмәһе
- https://ok.ru/video/3414100025 Һин минең үкенесем
🔥 Top keywords: Баш битАрыҫлан петроглифтарыРәсәй Федерацияһының социаль картаһыИкенсе донъя һуғышыВикипедияВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуКатегория:Википедия:Эшкәртерелмәгән мәҡәләләрЭҙләүҙе оптималлаштырыуМахсус:ЭҙләүIt's My Life (S.E.R.-ҙың йыры)ФәләстинҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:Рәхим итегеҙВикипедия:ҠоролтайВикипедия:БелешмәПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыЕнси актИльясов Ғәзим Ғәлим улыСүриә телеЭякуляцияПроект:Двуязычность/Султангареев Амир МиграновичКоми РеспубликаһыВикипедия:Алфавитлы күрһәткесТел ғилемеIS.E.R.EK (альбом)Проект:МириадаСолтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙыШарлотт (Төньяҡ Каролина)Фекерләшеү:Баш бит13 декабрьУдикҠытай Халыҡ РеспубликаһыКушнаренко районыВикипедия:Яҡшы мәҡәләләрЕрБалыҡтарСалауат ЮлаевВикипедия:Берләшмә