Һайланған мәҡәлә |
---|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән. Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған. Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр. ↪ дауамы…: Исемлек (121) | Үҙгәртеү |
Яҡшы мәҡәлә |
---|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан. Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа. 1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй. 1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй. Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. ↪ дауамы…Исемлек (111) | Үҙгәртеү |
| | 1 июль юбилярҙары |
---|
тулы исемлек - Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1919—15.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Морозов Николай Филиппович (1924—20.03.1994), урман белгесе. 1942 йылдан Туймазы тәжрибә‑үрнәк урман хужалығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958 йылдан — өлкән урмансы, 1973—1985 йылдарҙа генераль директор урынбаҫары—баш урмансы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған урман белгесе (1968), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Ырымбур губернаһының Яңы Николаевка ауылынан.
- Ягодкин Василий Максимович (1939—24.01.2015), ғалим-инженер‑конструктор, 1967—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2002).
- Әхмәтова Венера Мөҙәрис ҡыҙы (1949), табип-невролог, 1994—2013 йылдарҙа 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан.
- Жиляев Александр Петрович (1959), ғалим-физик. 1998 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институтының ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы (1964—29.03.2022), театр актёры. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ибрай ауылынан.
|
|